Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 41 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Шулай итеп, ошо йылдың етенсе айында Әлишамағтың ейәне, Неҫанъяһ улы Исмәғил ун кешеһе менән Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһ янына килде. Исмәғил батша нәҫеленән булып, батшаның түрәләренән ине. Шунда бергәләшеп ашап ултырғанда

2 Неҫанъяһ улы Исмәғил һәм уның менән бергә килгән ун кеше тороп Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты – Бабил батшаһы тарафынан илгә идарасы итеп ҡуйылған кешене – ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе.

3 Исмәғил шулай уҡ Миспала Гедалъяһ менән бергә булған бөтә йәһүҙиҙәрҙе, халдейҙарҙың унда булған ғәскәри кешеләрен дә ҡырҙы.

4 Гедалъяһ үлтерелгәндең иртәгәһенә – әле был хаҡта бер кем дә белмәй ине –

5 Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар Раббы йортона икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.

6 Неҫанъяһ улы Исмәғил илай-илай Миспанан уларҙы ҡаршы алырға сыҡты. Осрашҡас: – Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барайыҡ, – тине.

7 Ҡалаға ингәс, Неҫанъяһ улы Исмәғил янындағы кешеләре менән уларҙы үлтерҙе лә мәйеттәрен һыу соҡорона ырғытты.

8 Шул саҡ килгәндәрҙең араһындағы ун кеше Исмәғилгә: – Үлтермә беҙҙе! Ҡырҙа йәшереп ҡуйған бойҙай, арпа, зәйтүн майы һәм балыбыҙ бар, – тип ялынды. Исмәғил уларҙы башҡалар менән бергә үлтермәне.

9 Исмәғил үҙе үлтергән бөтә кешеләрҙең мәйеттәрен ташлаған һыу соҡоро бик ҙур булып, заманында уны Аса батша Исраил батшаһы Бағшанан һаҡланып ҡаҙҙырған була. Шул соҡорҙо Наҫанъяһ улы Исмәғил үлектәр менән тултырҙы.

10 Исмәғил нөгәрҙәр башлығы Невузарадан тарафынан Ахиҡам улы Гедалъяһ ҡарамағына ҡалдырылған бөтә халыҡты, шулай уҡ батша ҡыҙҙарын әсиргә алды һәм улар менән бергә ғаммондарға йүнәлде.

11 Әммә Кареах улы Йоханан һәм уның янындағы хәрби түрәләр Неҫанъяһ улы Исмәғил ҡылған яуызлыҡтар тураһында ишеткәс,

12 бөтә кешеләрен алып, уның менән һуғышырға киттеләр. Улар Неҫанъяһ улы Исмәғилде Ғивғондағы ҙур быуа янында ҡыуып еттеләр.

13-14 Исмәғил Миспанан әсирлеккә ҡыуып алып китеп барған бөтә халыҡ Кареах улы Йохананды һәм уның янындағы хәрби түрәләрҙе күреп ҡыуанды ла боролоп Кареах улы Йохананға табан йүгерә башланы.

15 Әммә Неҫанъяһ улы Исмәғил, үҙенең һигеҙ кешеһе менән Йоханандан ҡасып, ғаммондарға табан юл алды.


Йермеяһтың халыҡты Мысырға бармаҫҡа өгөтләүе

16 Кареах улы Йоханан һәм уның менән булған хәрби түрәләр иҫән ҡалғандарҙың һәммәһен – Ахиҡам улы Гедалъяһты үлтергән Неҫанъяһ улы Исмәғилдең Миспала әсир иткән халыҡты – яугирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы һәм һарай әһелдәрен үҙҙәре менән Ғивғондан алып

17 юлға сыҡтылар. Улар Мысырға китергә ниәтләп Бейт-Ләхәм эргәһендәге Геруҫ-Кимһамда туҡтанылар.

18 Халдейҙарҙан ҡасыр өсөн Мысыр тарафына юлландылар. Ҡасырға булдылар, сөнки Бабил батшаһы илгә идарасы итеп ҡуйған Ахиҡам улы Гедалъяһты Неҫанъяһ улы Исмәғил үлтергәнгә күрә,

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan