Йермеяһ 24 - Башкирский ВЗ (неполный)Ике кәрзин инжир 1 Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим улы Йеһояхинды, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора ине. 2 Кәрзиндәрҙең береһендә иртә өлгөргән яҡшы инжир, икенсеһендәге ашарға ярамаҫлыҡ булып серегән насар инжирҙәр ине. 3 Раббы минән: – Нимә күрәһең, Йермеяһ? – тип һораны. – Инжир емешен күрәм, – тип яуапланым. – Яҡшылары ныҡ матур, ә насарҙары ашарлыҡ түгел, серек. 4 Шунан Миңә Раббы һүҙе булды: 5 – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин был урындан Халдей еренә Үҙем һөргөнгә ебәргән Йәһүҙә кешеләрен ошо яҡшы инжирға оҡшатам. 6 Уларға иғтибарымды йүнәлтеп, яҡшылыҡ ҡылырмын, был ергә ҡабат ҡайтарырмын. Уларҙы нығытырмын, ә емермәм; уларҙы үҫтерермен, ә йолҡоп ташламам. 7 Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар. 8 Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – 9 Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр. 10 Мин уларҙың үҙҙәренә һәм ата-бабаларына биргән ерҙән тамам юҡҡа сыҡҡансы, өҫтәренә ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын ебәреп торасаҡмын». |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia