Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 22 - Башкирский ВЗ (неполный)


Яуыз батшаларға хөкөм

1 Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә батшаһының һарайына бар ҙа ошоларҙы һөйлә:

2 «Эй Дауыт тәхетендә ултырған Йәһүҙә батшаһы, Раббы һүҙен тыңла! Һинең хеҙмәтселәрең һәм халҡың да – был ҡапҡаларҙан инеп-сығып йөрөгән барыһы ла тыңлаһын!

3 Раббы былай ти: „Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән эш итегеҙ, таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡарығыҙ. Килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ, иҙмәгеҙ, был ерҙә ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәгеҙ.

4 Ошо бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, Дауыт тәхетендә ултырған батшалар яу арбаларында, аттарҙа был һарайҙың ҡапҡаларынан инәсәк, хеҙмәтселәре лә, халыҡ та улар менән керәсәк.

5 Ә инде был бойороҡтарымды үтәмәһәгеҙ, исемем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – был һарай харабаға әйләнер“».

6 Йәһүҙә батшаһының һарайы тураһында Раббы былай ти: «Һин Минең өсөн Ғилғәд һымаҡһың, Ливан түбәһе кеүекһең. Ләкин ант итеп әйтәм: Мин һине – сүлгә, Һис кем йәшәмәгән ҡалаға әйләндерермен.

7 Һиңә ҡаршы баҫҡынсылар ебәрәм, Һәр береһенең ҡулында ҡорал булыр. Һинең иң күркәм кедрҙарыңды киҫеп, Уларҙы утҡа атырҙар».

8 Был ҡала эргәһенән бик күп ҡәүемдәр үтеп йөрөр. Бер-береһенән: «Ниңә Раббы бындай бөйөк ҡалаға быларҙы эшләне икән?» – тип һорарҙар.

9 Уларға: «Сөнки Аллалары Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙҙолар, башҡа илаһтарға сәждә ҡылдылар һәм хеҙмәт иттеләр», – тип яуап бирерҙәр.

10 Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен инде башҡаса күрмәҫ.

11 Атаһы Йошияһ урынына Йәһүҙә батшаһы булған һәм был илдән һөргөнгә алып кителгән Шаллум Йошияһ улы тураһында Раббы былай ти: – Ул ҡабаттан бында ҡайтмаясаҡ,

12 һөргөнгә ебәрелгән ерҙә үлеп ҡалыр, был илде башҡаса күрмәҫ.

13 «Кем йортон харам юл менән төҙөгән, Өҫкө бүлмәләрен ғәҙелһеҙлек менән һалған, Яҡындарын бушлай эшләткән, Хеҙмәт хаҡын түләмәгән, Шул әҙәмдең башына ҡайғы!

14 „Үҙемә мөһабәт һарай һалдырам, Өҫкө бүлмәләрен иркен итәм“, – тигән, Уға тәҙрәләр уйған, Эрбет менән матурлап көпләгән, Ҡыҙылға буятҡан кешегә – ҡайғы!

15 Эрбетте мул тотонғандан ғына Үҙеңде шәп батша булдым тип уйлайһыңмы? Ана, атайың туйғансы ашап-эсте, Әммә ғәҙеллек һәм дөрөҫлөккә таянды, Шуға күрә уның эше ыңғай барҙы.

16 Ул ярлы менән мохтаждың да дәғүәһен яҡланы. Шуңың өсөн тормошо яҡшы булды. Ошо Мине танып-белеү түгелме ни? – тип белдерә Раббы. –

17 Һинең иһә күҙең дә, йөрәгең дә тик файҙаны самалай, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгәһең, Иҙеү, талау тураһында уйлайһың».

18 Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.

19 Уны үлгән ишәк кеүек күмәсәктәр – Һөйрәкләп Йәрүсәлим ҡапҡаһынан Тышҡа сығарып бырғарҙар».


Йәрүсәлим тураһында пәйғәмбәрлек

20 «Ливан башына менеп ҡысҡыр, Тауышың Башандан яңғыраһын; Ғаваримда тороп иңрә, Сөнки бар уйнаштарың юҡ булды.

21 Имен сағыңда Мин киҫәткәйнем, Тик һин: „Тыңламайым!“ – тинең. Йәш сағыңдан ҡылығың шул булды, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың.

22 Көтөүселәреңде елдәр алып китер, Уйнаштарың әсирлеккә ҡыуылыр; Ә һин ҡәбәхәт эштәрең арҡаһында Мәсхәрәгә ҡалып хур булырһың.

23 Эй Ливанда төйәкләнгән, Эрбет ағасында оя ҡорған әҙәм, Тулғаҡтан ғазапланған ҡатындай Ҡыҙғаныс ыңғырашасаҡһың».


Йеһояхин батша тураһында пәйғәмбәрлек

24 – Барлығым менән ант итәм, – тип белдерә Раббы. – Эй Йәһүҙә батшаһы Конъяһ Йеһояҡим улы, уң ҡулымдағы мөһөр йөҙөгө булһаң да, йолҡоп ырғытыр инем Мин һине.

25 Йәнеңде көҫәгәндәрҙең, үҙең ҡан ҡалтырап торған кешеләрҙең ҡулына – Бабил батшаһы Навуходоносор менән халдейҙарға бирәм Мин һине.

26 Үҙеңде лә, һине тапҡан әсәңде лә ете-ят бер илгә ҡыуам, һеҙ унда тыуманығыҙ, әммә шунда үлеп ҡалырһығыҙ.

27 Ҡайтам, тип йән атҡан ерегеҙгә ҡабат бер ваҡытта ла ҡайта алмаҫһығыҙ.

28 Ошо әҙәм Йеһояхинмы? Бер нәмәгә эшкинмәгән ярыҡ көршәк, Бер кемгә лә кәрәкмәгән һауыт улмы? Ни өсөн үҙе һәм зат-зәүере Белмәгән-күрмәгән илгә олаҡтырылды?

29 Эй ил, ил, Раббы һүҙен тыңла, эй ил!

30 Раббы былай ти: «Был әҙәмде балаһыҙҙар исемлегенә яҙығыҙ, Ғүмерен бушҡа уҙғарған кеше тип теркәп ҡуйығыҙ. Уның тоҡомонан бер кем дә уңыш ҡаҙана алмаҫ, Нәҫеленән Дауыт тәхетендә ултырыусы булмаҫ, Йәһүҙәлә батшалыҡ итмәҫ».

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan