Һошеяғ 6 - Башкирский ВЗ (неполный)Исраилдарҙың тәүбәһе 1 Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр. 2 Ике көндән беҙҙе терелтер, Өсөнсө көнгә аяҡҡа баҫтырыр, Уның алдында йәшәрбеҙ. 3 Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Уның килеүе көн һайын таң атҡан һымаҡ уҡ ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер». Исраилдарҙың Раббы менән килешеүҙе боҙоуы 4 Раббы былай ти: «Эй Әфраим, һине нимә эшләтәйем? Йәһүҙә, һинең менән ни ҡылайым? Һеҙҙең тоғролоҡ бит – таңғы томан, Иртән юҡҡа сыҡҡан ысыҡ һымаҡ. 5 Шуға һеҙҙе пәйғәмбәрҙәр һүҙе менән сапҡыланым. Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем менән үлтерҙем. Минең хаҡ хөкөмөм ҡояш һымаҡ балҡыр. 6 Мин бит ҡорбан түгел, мөхәббәт теләйем. Тотош яндырыу ҡорбанынан бигерәк Алланы таныуығыҙҙы көҫәйем. 7 Әммә улар Адам ҡалаһы янында килешеүҙе боҙҙо, Шунда Миңә хыянат итте. 8 Ғилғәд – залимдар ҡалаһы, Ҡанлы эҙҙәр менән тулы. 9 Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫом ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла. 10 Исраил халҡы араһында Ҡот осҡос нәмәләр күрҙем: Әфраим фәхешкә батҡан, Исраил нәжесләнгән. 11 Йәһүҙә, һин дә әжереңде аласаҡһың әле! Мин халҡымдың тәҡдирен үҙгәрткән саҡта, |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia