Һошеяғ 1 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Йәһүҙәлә Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз, Хизкияһ батшалар, Исраилда Йеһоаш улы Яровғам батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа Беери улы Һошеяғҡа Раббы һүҙе булды. Һошеяғтың ҡатыны һәм балалары 2 Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты. 3 Һошеяғ Дивлаимдың ҡыҙы Гомерҙы ҡатынлыҡҡа алды. Ҡатын ауырға ҡалып, уға бер ир бала табып бирҙе. 4 Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям. 5 Ул көндө Мин Изреғил үҙәнендә Исраилдың йәйәһен һындырам, – тине. 6 Гомер, тағы ауырға ҡалып, ҡыҙ тапты. Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Рухама тип исем ҡуш, сөнки бынан ары Исраил халҡына Минән мәрхәмәт юҡ, уларҙы ярлыҡамайым. 7 Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине. 8 Ло-Рухаманы имсәк ташлатҡандан һуң, Гомер йәнә ауырға ҡалып ир бала тапты. 9 Был юлы Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Амми тип исем ҡуш, сөнки һеҙ Минең халҡым түгел, Мин дә һеҙҙең Аллағыҙ түгелмен, – тине. 10 Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр. 11 Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бик бөйөк булыр! |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia