Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғамос 9 - Башкирский ВЗ (неполный)


Раббы язаһынан ҡотолоу юҡ

1 Ҡорбан усағы янында торған Хакимды күрҙем, Ул былай тине: «Таяу бағаналарының башына ҡаты итеп һуҡ, Тупһаларына тиклем тетрәһен; Әйҙә, улар ишелеп кешеләрҙең башына төшһөн! Иҫән ҡалғандарын ҡылыс менән һуям: Ҡасып ҡотолғандар булмаясаҡ.

2 Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә, Унда ла ҡулым барып етәсәк. Күккә менеп ҡасһалар ҙа, Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен.

3 Кармәл тауының башына ҡасһалар, Унда ла эҙләп табып тотормон. Күҙ алдымдан йыраҡҡа, диңгеҙ төбөнә йәшенһәләр, Йыланға бойорормон, уларҙы саҡһын.

4 Дошманға әсиргә төшһәләр, Ҡылысҡа әмер бирәм, уларҙы ҡырһын. Күҙемде уларҙан алмаясаҡмын, Әммә яҡшылыҡ өсөн түгел, бәләгә».


Алланың бөйөклөгө

5 Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Ергә ҡағылһа – ер ирер, Өҫтөндә йәшәгәндәр күҙ йәшенә батыр. Бөтөн ер йөҙө Нил һыуы кеүек ҡалҡыр ҙа, Мысыр йылғаһы һымаҡ шиңеп ҡалыр.

6 Торлағын күктә төҙөгән, Ер өҫтөндә көмбәҙ ҡорған, Диңгеҙ һыуҙарын йыйып, ер йөҙөнә түккән, Исеме Уның – Раббы.

7 «Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»

8 Раббы Хаким Үҙ ҡарашын Гонаһлы батшалыҡҡа йүнәлтте: Мин уны ер йөҙөнән юҡ итәм, Ләкин Яҡуп нәҫелен тотош юҡ итмәйәсәкмен. – Раббы шулай тип белдерә. –

9 Бына Минең әмерем: Исраилды башҡа ҡәүемдәр араһына таратырға, Иләк аша үткәрергә, Таш та үтерлек булмаһын.

10 Халҡым араһынан гонаһлылар, «Беҙгә афәт килмәй ул, Ул беҙҙе урап үтер», – тиеүселәр Ҡылыстан ҡырылып бөтөр.


Исраилдың яңырыуы

11 «Ул көн Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙам, Тишеген-тошоғон һылайым, Ҡаҡшаған ерҙәрен йүнәтәм, Элекке көндәрҙәге хәленә ҡайтарам.

12 Эдомдың ҡалдыҡ-боҫтоҡ кешеләренән, Минең хөкөмдә булған сит ҡәүемдәрҙән тартып алып, Үҙ халҡыма ер бирәм», – ти быларҙы эшләйәсәк Раббы.

13 «Шундай көн килер, – ти Раббы, – Һабансы һөрөргә сығыр – ә ураҡсы унан китмәгән, Сәсеүсе баҫыуға сығыр – ә унда һаман йөҙөм һығалар, Тауҙарҙан йылға булып татлы шарап аға, Ҡалҡыулыҡтарҙан һарҡыла.

14 Мин Үҙ халҡым Исраилдың Яҙмышын яңынан үҙгәртермен: Кешеһеҙ ҡалған ҡалаларҙа Йорттар һалып йәшәрҙәр, Йөҙөм ағастары ултыртып, Шараптан өҙөлмәҫтәр, Баҡсалар үҫтереп, емеш ашарҙар.

15 Уларҙы үҙ ерҙәрендә төпләндерәм, Бынан ары Мин биргән тупраҡтан Халҡымды һис кем йолҡоп ала алмаҫ!» – Аллаң Раббы шулай ти.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan