Ғамос 8 - Башкирский ВЗ (неполный)Бешкән емеш тулы кәрзин 1 Раббы Хаким миңә бына нимә күрһәтте: имеш, алдымда бешкән емеш тулы кәрзин тора. 2 Ул минән: – Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин: – Кәрзин тулы өлгөрөп еткән емеш күрәм, – тип яуап бирҙем. Раббы миңә былай тине: «Халҡым Исраил хөкөм өсөн өлгөрөп етте, Башҡаса уны ғәфү итмәйәсәкмен. 3 Ул көн һарайҙағы йырҙар илау-һыҡтау менән алмашыныр, Һәр урында мәйет тулып ятыр. Шым!» Ҡайғы көндәре етә 4 Өлөшһөҙҙәрҙе ҡыҫырыҡлаған, Илдәге ярлыларҙың башын ашағандар, тыңлағыҙ! 5 «Яңы ай байрамы ҡасан үтер инде, Ашлыҡ һата башлар инек. Шәмбе ҡасан уҙыр инде, Иген сауҙаһын асыр инек. Үлсәмде кәметеп, хаҡты арттырып, Еткерә үлсәмәй отор инек. 6 Хәйерсене – көмөш тингә, Ярлыны – бер пар ҡатаға Һатып алып булыр ине. Кәбәген дә һата алыр инек», – тиһегеҙ һеҙ. 7 Раббы Яҡуптың ғорурлығы менән ант итте: «Уларҙың ҡырын эштәрен мәңге онотаһым юҡ. 8 Бының өсөн нисек ер ҡалтырамаһын да Унда йәшәгән халыҡтар ҡайғыға тарымаһын? Бөтөн ер Нил һыуындай тулҡынланыр, Ҡабарыр ҙа Мысыр йылғаһы шикелле шиңеп ҡалыр. 9 Шул сағында, – тип белдерә Раббы Хаким, – Төш мәлендә ҡояшты байытам, Яҡты көндө төнгә әйләндерәм. 10 Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр». 11 Раббы Хаким былай тип белдерә: «Бына шундай көндәр килә, Был илгә ҡытлыҡ ебәрәм, Ашарға мул, эсергә күп булыр, Раббы һүҙҙәренә ҡытлыҡ булыр. 12 Кешеләр Раббының һүҙен эҙләр: Диңгеҙҙән-диңгеҙгә юлланыр, Төньяҡтан көнсығышҡа олағыр, Ни хәтле гиҙһә лә ил буйлап, Уны таба алмаясаҡ. 13 Ул көндө гүзәл ҡыҙҙар, егеттәр, Һыуһыҙлыҡтан сарсап ҡолар. 14 Самарияның боттары менән ант итеүселәр, Йәки: „Һинең илаһың менән ант итәм, Дан“, Йә: „Беер-Шәвәғ юлы менән ант итәм“, – тип әйтеүселәр Йығылыр ҙа бүтәнсә тора алмаҫ». |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia