Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғамос 5 - Башкирский ВЗ (неполный)


Исраил тураһында матәм йыры

1 Эй Исраил нәҫеле, ҡолаҡ һалығыҙ. Һеҙҙең хаҡта матәм йыры йырлайым.

2 Ғиффәтле ҡыҙ Исраил йығылды, Башҡаса ул тора алмаясаҡ. Үҙ тупрағында ташландыҡ хәлдә, Уны күтәреп торғоҙоусы юҡ.

3 Раббы Хаким былай ти: «Исраилдың бер ҡалаһы Мең һуғышсыһын яуға сығарһа, Уларҙың йөҙө генә һау ҡалыр; Әгәр ҙә йөҙҙө сығарһа, Тиҫтәһе генә иҫән ҡалыр».


Раббыға ынтылығыҙ

4 Раббы Исраил нәҫеленә былай ти: «Миңә ынтылығыҙ, шунда иҫән ҡалырһығыҙ.

5 Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ, Гилгалға юлланмағыҙ. Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ. Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк, Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк.

6 Раббыға ынтылығыҙ – Шул саҡ иҫән ҡалырһығыҙ. Юҡһа Ул, ялҡын шикелле, Йософ йортон ялмап алыр, Бейт-Ил дә дөрләп яныр – Уны һүндереүсе булмаҫ.

7 Эй һеҙ, ғәҙел хөкөмдө әремгә әйләндереүселәр, Хаҡлыҡты ергә түңкәрә бәреүселәр – ҡайғы һеҙгә!


Раббының бөйөклөгө

8 Өлкәр менән Орионды бар ҡылыусы, Дөм-ҡараңғыны яҡты таңға, Яҡты көндө ҡара төнгә әүерелдереүсе, Диңгеҙ һыуҙарын бергә йыйып, Ер йөҙөнә түгеүсе – Исеме Уның – Раббы!

9 Ул көслөләргә һәләкәт ебәрә, Ҡәлғәне ергә тигеҙләй.

10 Ҡала ҡапҡаһы янында, хөкөмдә, фашлағанды, Дөрөҫөн һөйләгәнде күрә алмайһығыҙ һеҙ.

11 Игенләтә һалым алып, Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа, Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә. Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә, Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ.

12 Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә, Хөкөмдә, ситкәрәк этәһегеҙ.

13 Шуға был заман шул тиклем яман, Хатта аҡыл эйәһе лә телен йотор.

14 Яуызлыҡ түгел, яҡшылыҡ эҙләгеҙ – Бына шунда иҫән ҡалырһығыҙ. Шул саҡ, үҙегеҙ әйткәнсә, һеҙҙең менән Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы булыр.

15 Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хак хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.

16 Шуның өсөн Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Хаким былай ти: «Бөтә майҙандарҙа – илау-һыҡтау, Барса урамдарҙа аһ-зар яңғырар. Игенсене ҡайғы уртаҡлашырға, Сеңләүселәрҙе матәм көнөнә саҡырырҙар.

17 Арағыҙҙан Мин үткәндә, Йөҙөм баҡсаларында ла иңрәү торор», – ти Раббы.


Раббы көнө – ҡараңғылыҡ, ә яҡтылыҡ түгел

18 Раббы көнөн көҫәүселәрҙең башына ҡайғы! Ниңә һеҙгә Раббы көнө? Ул яҡтылыҡ түгел, ҡараңғылыҡ.

19 Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек,

20 Раббы көнө лә шулай – Яҡтылыҡ түгел, ә ҡараңғылыҡ, Күҙгә төртһәң күренмәҫлек, унда нур юҡ.

21 «Байрамдарығыҙҙы күрә алмайым, кире ҡағам, Тантаналы йыйындарығыҙҙы хуш күрмәйем, – ти Раббы. –

22 Тотош яндырыу ҡорбандары, Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә, Мин уларҙы хуш күрмәм. Татыулыҡ ҡорбанына килтергән Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам.

23 Шау-шыулы йырҙарыңдан арала Мине, Лирағыҙҙың ауазын ишеткем килмәй.

24 Бының урынына ғәҙеллек – йылға булып, Хаҡлыҡ кипмәҫ ташҡын булып аҡһын.

25 Эй Исраил нәҫеле, сүлдәге ҡырҡ йыл буйына, һеҙ Миңә ҡорбан йәки икмәк саҙаҡалары килтерҙегеҙме ни?

26 Һындарын үҙегеҙ яһап алған илаһ-батшағыҙ Сиккуҫ һәм Кийун йондоҙо менән бергә

27 Мин һеҙҙе һөргөнгә оҙатам. Дамаскҡа ғына түгел, унан да йыраҡҡа», – ти исеме Күк ғәскәрҙәре Аллаһы булған Раббы.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan