Ғамос 4 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ! 2 Раббы Хаким Үҙенең изгелеге менән ант итә: «Оҙаҡламай һеҙгә сират етер, Һәммәгеҙҙе ырғаҡ менән һөйрәрҙәр, Ҡармаҡҡа эләктереп тартырҙар. 3 Диуарҙағы тишек аша бер-бер артлы Ҡаланан ситкә алып сығырҙар Һармон төбәгенә табан ырғытырҙар», – тип белдерә Раббы. Был ҡорбандарҙы Раббы хуш күрмәй 4 «Инде Бейт-Илгә килеп гонаһ ҡылығыҙ, Гилгалға барып гонаһығыҙҙы арттырығыҙ! Иртә һайын ҡорбан килтерегеҙ, Өс көн һайын ғөшөрөгөҙҙө бирегеҙ. 5 Шөкөр саҙаҡаһы итеп әсеткеле икмәк яндырығыҙ, Нәфел ҡорбаны хаҡында һөрәнләп йөрөгөҙ! Һеҙ быны эшләргә яратаһығыҙ, исраилдар, – тип белдерә Раббы Хаким. – 6 Бөтә ҡалаларығыҙҙа тешкә элеп ҡабыр аҙыҡ, Һәр урында тәғәм ризыҡ ҡалдырманым. Ләкин Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. – 7 Шуның өсөн дә Мин ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно. 8 Ике-өс ҡала халҡы бер булып күрше ҡалаға һыу эҙләп юлланды, ләкин унда ла туя эсерлек һыу тапманы. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. – 9 Һеҙҙең сәсеүлектәрегеҙҙе ҡыуан ел көйҙөрҙө, онло ысыҡ бөтөрҙө. Һеҙҙең емеш баҡсалары, йөҙөм, инжир, зәйтүн ағастарын саранча баҫты. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. – 10 Мин һеҙгә, ҡасандыр Мысырға ебәргән һымаҡ, үләт ебәрҙем. Һеҙҙең егеттәрегеҙҙе ҡылыс менән ҡырҙым, аттарығыҙҙы дошмандар ҡыуып алып китте. Мин һеҙҙе мәйеттәрҙең һаҫығын еҫкәргә мәжбүр иттем. Тик барыбер һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. – 11 Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торомбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. – 12 Шуның өсөн дә Мин һиңә шуны ҡылам, Исраил. Мин һиңә шулай эшләргә йыйынғас, Исраил, Аллаңды ҡаршыларға әҙерлән!» Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы 13 Бына Ул – тауҙарҙы ҡорған, елде бар ҡылған, Кешеләргә Үҙ ниәттәрен белдергән, Таң яҡтыһын ҡараңғыға әүерелдергән, Ерҙең армыттарынан атлаған, Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы! |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia