Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғамос 3 - Башкирский ВЗ (неполный)


Исраилдың һайлап алыныуы һәм язаға тарттырылыуы

1 Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.

2 «Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»

3 Ике кеше үҙ-ара һөйләшмәйенсә Бергәләшеп юлға сығырмы?

4 Ҡорбаны булмаған арыҫлан Урманда үкерерме? Әгәр ҙә емтек алып ҡайтмаһа, Йәш арыҫлан ояһында ырылдармы?

5 Ылыҡтырырлыҡ ем һалынмаһа, Ерҙәге тоҙаҡҡа ҡош төшөрмө? Бер нәмә лә эләкмәһә, Тоҙаҡ ерҙән ҡуҙғалырмы?

6 Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?

7 Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.

8 Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?


Раббының Исраилды һәм Самарияны хөкөм итеүе

9 Ашдод ҡәлғәләрендә иғлан итегеҙ, Мысыр ерендтәге нығытмаларҙа белдерегеҙ: «Самарияның тау баштарына артылығыҙ, Эсендәге башбаштаҡлыҡты күрегеҙ, Унда ҡыҫырыҡлау, иҙеү хөкөм һөрә!»

10 «Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».

11 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Дошман килеп илеңде ҡамар, Самария, Һине ҡеүәтеңдән яҙҙырып, Ҡәлғәләрегеҙҙе тотош талар».

12 Раббы былай ти: «Ҡайсаҡ көтөүсе ике тояҡ йә ярты ҡолаҡ ҡына эләктереп өлгөрә – арыҫлан талаған малдан ни бары шулар ҡалған була. Ана шулай Самарияла йәшәгән исраилдарҙан да диван арҡаһы менән һике тояғы ғына тороп ҡалыр».

13 «Тыңлағыҙ һәм Яҡуп нәҫелен иҫкәртегеҙ, – ти Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, –

14 Исраилға енәйәте өсөн Хисап көнө еткән саҡта, Бейт-Илдәге ҡорбан усаҡтарын да юҡ итәм, Мөгөҙҙәрен ҡырҡып, ергә ырғытырҙар.

15 Ҡышҡы ла, йәйге лә һарайҙарҙы емерермен, Фил һөйәге менән биҙәлгән затлы йорттарҙы, Мөһабәт һарайҙарҙы харабаға әйләндерермен», – тип белдерә Раббы.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan