Ғамос 2 - Башкирский ВЗ (неполный)Раббының Моавты хөкөм итеүе 1 Раббы былай ти: «Енәйәт артынан енәйәт ҡылған – Енәйәттәре саманан ашҡан. Эдом батшаһының һөйәктәрен Көлгә ҡалдырып мәсхәрә иткән өсөн Мин Моавты язаһыҙ ҡалдырмайым: 2 Моавҡа Мин ут төртәм, Ҡирйоҫ ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор – Моав һуғыш шау-шыуы, борғо тауышы, Яу ораны аҫтында һәләк булыр. 3 Уларҙың араһынан хакимдарын юҡ итәм, Бөтә башлыҡтарын ҡырып бөтәм, – ти Раббы. Раббының Йәһүҙәне хөкөм итеүе 4 Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла – Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Атайҙары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы. 5 Мин Йәһүҙәгә ут төртәм, Йәрүсәлим ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор. Раббы Исраилды язалаясаҡ 6 Раббы былай ти: «Исраил енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тәҡүә кешене – көмөш тингә, Ярлы-ябағаны бер пар ҡатаға һатҡан өсөн Уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. 7 Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар, Сараһыҙҙың юлын быуалар. Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып, Изге исемемде хурлайҙар. 8 Һәр ҡорбан усағының янында Аманат итеп килтерелгән кейем өҫтөндә Рәхәтләнеп тән яҙалар; Ғәйеп өсөн тип түләткән шарапты Алла йортонда тартынмай эсәләр. 9 Ә Мин Исраил хаҡына Эрбеттәй буйсан, имәндәй мәғрур Әмөриҙәрҙе юҡ иттем, Осонан тамырына тиклем тураҡланым. 10 Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып, Әмөриҙәр ерен бирер өсөн, Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем. 11 Улдарығыҙҙы пәйғәмбәр иттем, Егеттәрегеҙҙән нәзирҙәр билдәләнем. Шулай түгелме ни, исраилдар? – Раббы шулай тип белдерә. – 12 Ә һеҙ нәзирҙәргә шарап эсерҙегеҙ, Пәйғәмбәрҙәргә пәйғәмбәрлек итмәҫкә бойорҙоғоҙ. 13 Тиҙҙән һеҙгә бына нимә булыр: Көлтә тейәлгән арба менән иҙгән һымаҡ Мин дә һеҙҙе иҙәсәкмен. 14 Етеҙҙең ҡасырға хәле ҡалмаҫ, Көслөнө ҡеүәте ташлап китер, Ҡаһарман үҙенең йәнен ҡотҡара алмаҫ. 15 Уҡсы аяғында ҡала алмаҫ, Аяғы етеҙ булған ҡасып өлгөрмәҫ, Һыбайлы ла йәнен ҡотҡара алмаҫ. 16 Хатта иң ғәййәр яугир ҙә Ҡоралын ташлап ҡасыр, – тип белдерә Раббы. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia