Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғамос 1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.

2 Ғамос былай тине: «Сиондан гөрһөлдәй Раббы, Йәрүсәлимдән Уның тауышы күкрәй, Көтөүлектәр тотош сатнап кибә, Кармәл тауының түбәһе ҡорой».


Раббының Дамаскты хөкөм итеүе

3 Раббы былай ти: «Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла – Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән Ғилғәдте төйгәнгә күрә

4 Хазаилдың һарайына ут төртәм, Ялҡын Бән-Хадад ҡәлғәһен ялмап йотор!

5 Дамаск ҡапҡаларының биген ватам, Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын, Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм, Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы.


Раббы пелештиҙәрҙе язалаясаҡ

6 Раббы былай ти: «Газа енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн

7 Газа диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялмап йотһон.

8 Ашдодтағы тәхет хужаһын, Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам, Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм, Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким.


Раббы Тирҙы язалаясаҡ

9 Раббы былай ти: «Тир енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Туғандарса килешеүҙе онотоп, Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн

10 Тирҙың диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялмап йотһон».


Раббы Эдомды язалаясаҡ

11 Раббы былай ти: «Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән, Аяу тигән нәмәне онотоп, Туғанына гел асыу һаҡлаған, Ярһыуына баш булмаған өсөн,

12 Теманға Мин ут төртәм, Босра ҡәлғәләрен ялмап йотһон».


Раббы ғаммондарҙы язалаясаҡ

13 Раббы былай ти: «Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Биләмәрен киңәйткән саҡта Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,

14 Рабба диуарҙарына ут төртәм, Алыш көнөндә һуғыш ораны, Дауыл көнөндә ғәрәсәт олоуы аҫтында Ҡәлғәләрен ялмап йотһон.

15 Батшалары менән түрәләре Һәммәһе һөргөнгә китер», – ти Раббы.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan