Әйтемдәре 9 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Аҡыл, ете бағанаһын йышып, үҙенә йорт һалды; 2 мал һуйҙы, тәмләткестәр ҡушып шарап әҙерләне, табын ҡорҙо. 3 Хеҙмәтсе ҡыҙҙарын ҡаланың бейек урынына ебәреп иғлан иттерҙе: 4 «Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!» Аҡылһыҙҙарға ла әйтте: 5 «Килегеҙ, һыйымды ашағыҙ, әҙерләгән шараптан ауыҙ итегеҙ! 6 Томаналыҡ менән хушлашығыҙ – йәшәрһегеҙ, зиһен күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тине. 7 Мыҫҡыл итеүсене төҙәтһәң – хурланырһың, яманды шелтәләһәң – үҙеңде мәсхәрәләр. 8 Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрәлмаҫ булыр, аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр. 9 Аҡыллыға өгөт бирһәң – аҡылы артыр, иманлыны өйрәтһәң – ғилеме артыр. 10 Раббынан ҡурҡыу – аҡылдың башы, Мөҡәддәс Алланы белеү – зирәклек! 11 Аҡыл арҡаһында көндәрең оҙайыр, ғүмер йылдарың ишәйер. 12 Аҡыллы булһаң – аҡылың үҙеңә хеҙмәт итер, кеше мәсхәрәләргә яратһаң, зарары үҙеңә булыр. 13 Ахмаҡлыҡ – ғауғасыл, аңһыҙ, наҙан ҡатын – 14 өйөнөң ишеге алдына сығып йәки ҡаланың иң ҡалҡыу ерендә ултырып, 15 үҙ юлынан китеп барғандарҙы саҡырып ҡысҡыра: 16 «Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!» Аҡылһыҙҙарға ла әйтте: 17 «Урлап эскән һыу татлыраҡ, йәшереп ашаған икмәк тәмлерәк!» 18 Ә янына килгән бахыр үҙен әруахтар янына саҡырғанды белмәй. Уның ҡунаҡтары – үлеләр донъяһының төпкөлөндә. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia