Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 24 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Яман кешеләргә көнләшмә, улар менән бергә булырға тырышма,

2 күңелдәрендә йәбер-золом ниәтләйҙәр, телдәре яманлыҡ сәсә уларҙың.

3 Аҡыл менән йорт һалыныр, зиһен менән нығытылыр,

4 бүлмәләр иһә белем менән оҫталарса затлы һәм күркәм әйберҙәргә тулыр.

5 Аҡыллы кеше ҡеүәтле булыр, белемле әҙәм үҙ көсөн арттырыр.

6 Һуғышыңды һәр яҡтан уйлап алып бар, уңыш кәңәшселәр күп урында була.

7 Ахмаҡ өсөн зирәклек артыҡ юғары, ҡала ҡапҡаһы төбөндә ауыҙын аса алмаҫ.

8 Золом ниәтләгәнде залим тиерҙәр.

9 Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.

10 Бәлә килгәндә тәҡәтһеҙ ҡалаһың икән, тимәк, көс-ҡеүәткә ярлыһың.

11 Үлемгә дусар ителгәнде йолоп ал; һәләкәт янаған әҙәмдән баш тартырһыңмы ни?

12 «Беҙ быны белмәнек бит», – тиһәң дә, йөрәгендәген Үлсәүсе белмәҫме? Һинең йәнеңде Күҙәткән аңламаҫмы? Ул һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирә.

13 Улым, бал ҡап, бик тәмле ул; кәрәҙле бал, тамағыңа татлы булыр.

14 Күңелеңә аҡыл тигәнең дә шулай, уны эҙләп таптыңмы – һөҙөмтәһе лә булыр, өмөттәрең һинең бушҡа китмәҫ.

15 Эй залим, тәҡүәнең торлағы янында боҫҡон ҡорма, йортон уның туҙҙыраһы булма:

16 тәҡүә кеше ете йығылып, ете торор, залимдар йығылыр ҙа харап булыр.

17 Дошманым ҡоланы, тип шатланма, абынды тип йөрәгең һөйөнмәһен.

18 Юҡһа, Раббы күреп, был эште оҡшатмаҫ, Үҙенең асыуын дошманың өҫтөнән алыр.

19 Яманлыҡ эшләүсене күреп йәнең көймәһен, яуыз бәндәләрҙән көнләшмә;

20 барыбер ямандарҙың киләсәге юҡ, намыҫһыҙҙың сырағы тиҙ һүнә.

21 Раббынан ҡурҡ, улым, батшанан ҡурҡ, фетнәселәр менән аралашма;

22 сөнки уларҙан бәлә көтмәгәндә килер, һәр икеһенең бирәсәк язаһын кем белә?


Аҡыл эйәләре әйткән һүҙҙәр

23 Аҡыл эйәләре тағы ла былай ти: Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек – яман эш;

24 ғәйеплегә: «Һин хаҡлыһың», – тиеүсене ил ләғнәтләр, халыҡтар уға нәфрәтләнер,

25 ә ғәйеплене фашлаусылар һөйөнөр, Баштарына мул бәрәкәт яуыр.

26 Ғәҙел яуап татлы – ирендән үбеү менән бер.

27 Башта тыштағы эштәреңде башҡар, баҫыуыңдағы эште тамамла, шунан ғына өй һалып кер.

28 Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма, ауыҙыңда алдаҡ һүҙ сыҡмаһын.

29 «Ул миңә нимә эшләне, мин дә уға шуны эшләйем, ғәмәленә күрә әжерен бирәм», – тимә.

30 Бер саҡ мин ялҡау әҙәмдең баҫыуы, ахмағыраҡ хужаның йөҙөм баҡсаһы эргәһенән бара инем.

31 Күрәм, бөтә ерҙе сәнскәк баҫҡан, ҡый үләне күкрәп үҫеп сыҡҡан, баҡсаның таш ҡоймаһы емерелеп ята.

32 Ҡараным да, үҙемә һабаҡ алдым, күргәндәрҙән шуны аңланым мин:

33 йәнә әҙерәк йоҡлап, серем итһәң, ҡул ҡаушарып тағы ултыра бирһәң –

34 өйөңә ҡараҡ һымаҡ мохтажлыҡ инер, ҡораллы баҫҡынсы булып нужа һөжүм итер.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan