Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 23 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Хаким менән табында ултырғанда, кем менән ултырғаныңды онотма.

2 Ашау яғына үтә шәп булһаң, нәфсеңде тыя бел,

3 Уның һыйына ымһынып онотолма, сөнки был алдаҡсы ризыҡ.

4 Байыйым тип үтә бөтөрөнмә, зиһенең ундай уйҙарыңа сик ҡуя белһен.

5 Байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡ була, ҡанатланып, бөркөт һымаҡ күккә осоп китер.

6 Һаран әҙәмдең ризығын ашама, уның тәмле-татлыһынан тыйыл;

7 Сөнки эстән ул үҙ файҙаһын иҫәпләй, «Аша ла эс», – тиер һиңә, тик күңеле менән һинең янда булмаҫ;

8 Йотҡан киҫәгеңде кире сығарырһың, яғымлы һүҙҙәрең бушҡа булыр.

9 Ахмаҡҡа хәбәр һөйләмә – ул һинең аҡыллы һүҙҙәреңдән көлөр.

10 Күптән үк ҡуйылған ыҙан ташын күсермә, етемдәр өлөшөнә һин кермә,

11 Сөнки уларҙың Яҡлаусыһы ҡөҙрәтле, уларҙың һиңә ҡаршы дәғүәләрендә етемдәрҙең тарафын аласаҡ.

12 Йөрәгеңде нәсихәткә йүнәлт, ҡолағыңды ғилем тыңларға өйрәт.

13 Балаңдың ғәйебен язаһыҙ ҡалдырма, сыбыҡтан кеше үлмәй.

14 Сыбыҡ менән арт һабаһын уҡытһаң, йәнен һәләкәттән ҡотҡарырһың.

15 Улым, йөрәгеңдә аҡылың булһа, минең йөрәгем дә шатланыр.

16 Ауыҙыңда гел дөрөҫлөк булһа, бар булмышым ҡыуаныр.

17 Йөрәгең гонаһлыларҙан көнләшмәһен, һәр саҡ Раббынан ҡурҡыу йөрәгеңдә һаҡланһын.

18 Сөнки алда киләсәк бар, өмөтөң бушҡа сыҡмаҫ.

19 Тыңла, улым, аҡыллы бул, күңелеңде хаҡ юлға йүнәддер,

20 Иҫергәнсе шарап эскән, һоғаланып ит ашаған бәндәләрҙең араһында булма,

21 Сөнки хәйерселек баҫыр бирән менән эскесене, йоҡосолоҡ иҫке-моҫҡоға кейендерер.

22 Яҡты донъяға килтергән ата һүҙен тыңла, олоғайған көнөндә әсәйеңде хурлама.

23 Хәҡиҡәт һатып ал, уны һатма, аҡыл, тәрбиә һәм ғилем йый.

24 Тәүфиҡле баланың атаһы ҡыуаныр, аҡыл эйәһенә ғүмер биреүсе шатланыр.

25 Әйҙә ата-әсәң тантана итһен, ғүмер биргән әсәң һөйөнһөн.

26 Улым, йөрәгеңде миңә йүнәлт, минең юлдарыма күҙ һал.

27 Уйнашсы ҡатын ул – төпһөҙ упҡын, кеше ҡатыны – тар ҡоҙоҡ.

28 Ул юлбаҫар һымаҡ һине аңдый, ирҙәр араһында хыянатсылар һанын арттыра.

29 Кемдә хәсрәт? Кемдә ҡайғы? Кемдә ыҙғыш? Кемдә зар? Сәбәпһеҙҙән кем туҡмалған? Кемдең күҙҙәре аларған?

30 Шарап эсеүгә һалышҡандар, тағы ла эҙләп йөрөгәндәр икән был.

31 Шараптың ҡыҙыллығына, һауытта емелдәүенә, еңел генә эселеүенә ҡарама;

32 Аҙаҡтан ул йылан кеүек сағыр, ҡара йылан һымаҡ ағыу сәсер.

33 Күҙҙәрең сәйер нәмәләр күрер, күңелеңә йүнһеҙ уйҙар килер,

34 Үҙеңде диңгеҙ уртаһында ятҡандай, йөҙөп барған кәмәнең мачтаһында һымаҡ тойорһоң.

35 «Туҡманылар мине, һиҙмәнем, таяҡланылар мине, тойманым, бына йоҡонан торам да, яңынан эсергә керешәм», – тиерһең.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan