Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 22 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Яҡшы исем ҙур байлыҡтан, абруй алтын-көмөштән ҡиммәт.

2 Бай һәм ярлы йәнәш баҫыр – һәр ҡайһыһын Раббы яратҡан.

3 Аҡыллы, хәүеф күрһә, йәшенер, бер ҡатлы белә-күрә бәләгә тарыр.

4 Тыйнаҡлыҡ һәм Раббынан ҡурҡыуҙың нәтижәһе – байлыҡ, хөрмәт, имен тормош.

5 Залимдың юлын сәнскәк менән тоҙаҡ һағалай; ғүмерен ҡайғыртҡан унан йыраҡ йөрөр.

6 Балаңа лайыҡлы юлды йәштән өйрәт – ҡартайғас та шул юлдан тайпылмаҫ.

7 Бай ярлылар өҫтөнән хакимлыҡ итер, бирәсәккә алған – биреүсегә ҡол.

8 Ғәҙелһеҙлек сәскән, бәлә урған, уның асыу ҡамсыһы юҡҡа сығыр.

9 Миһырбанлы кеше фатихалы булыр, сөнки ул үҙ икмәген ярлы менән бүлешә.

10 Әҙәпһеҙҙе ҡыуып ебәр – ыҙғыш китер, янъял менән талаш тыныр.

11 Күңел сафлығын яратҡан, телендә гел яғымлы һүҙ булғанды батша ла үҙенә дуҫ һанар.

12 Раббы күҙе ғилемде һаҡлай, хыянатсы бәндәнең һүҙҙәрен бушҡа сығара.

13 Ялҡау әҙәм: «Юлда арыҫлан! Урам буйлап йөрөй йыртҡыс», – тип тышҡа сыҡмаҫ.

14 Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын, Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр.

15 Бала башындағы иҫәрлекте тәртип сыбығы тиҙ ҡыуып сығарыр.

16 Байлыҡ арттырыр өсөн ярлыны рәнйетеүсе, байға ришүәт биреүсе бөлгөнлөккә төшөр.


Аҡыл эйәләренең кәңәштәре

17 Ҡолағыңды ас та аҡыллылар һүҙен тыңла, минең белемемә күңел һал:

18 Уларҙы йөрәк түреңдә һаҡлаһаң, улар һәр саҡ ауыҙыңда булһа, һиңә йыуаныс булыр.

19 Раббыға өмөт бағлап йәшәр өсөн, бөгөн уларҙы һиңә өйрәтәм.

20 Һинең өсөн утыҙ нәсихәт яҙҙым, һин уларҙан кәңәш, ғилем табырһың,

21 ысын хәҡиҡәт һүҙҙәрен һиңә өйрәтергә, һине ебәргәндәргә уларҙы еткермәккә.

22 Былай ҙа мохтаж булған ярлыны талама, йәберләнгәнде хөкөм алдында ҡыҫма;

23 Сөнки уларҙың дәғүәләрен Раббы хәл итер, уларҙы талағандарҙың йәнен ҡыйыр.

24 Тиҙ асыуланған менән аралашма, ҡыҙыу бәндә менән юлдаш булма.

25 Юҡһа улар юлына төшөрһөң, йәнеңде ауға эләктерерһең.

26 Ҡул биреп, кеше бурысын үҙ өҫтөңә алыусыларҙан булма:

27 Юҡһа, түләр хәлең ҡалмағас, аҫтыңдағы түшәгеңде лә алырҙар.

28 Ата-бабаң ҡуйып ҡалдырған боронғо ыҙан ташын күсермә.

29 Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләр түгел, батшаларға хеҙмәт итер.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan