Әйтемдәре 18 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Бүтәндәр менән иҫәпләшмәгән кеше нимә теләй, шуны эшләй; һәр төрлө аҡыллы нәсихәткә ҡаршы килә. 2 Ахмаҡ белемде яратмай, үҙенең фекерен генә алға һөрә. 3 Яуызлыҡ артынан нәфрәт килә, намыҫһыҙлыҡҡа хурлыҡ эйәрә. 4 Кеше ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр – тәрән йылға һымаҡ, аҡыл сығанағы – ташҡын һыу. 5 Яуызды яҡлашыу, ғәйепһеҙҙе хаҡ хөкөмдән мәхрүм итеү – енәйәт. 6 Ахмаҡтың теле ыҙғыш ҡуптара, ауыҙы туҡмаҡҡа сәбәп була. 7 Ахмаҡтың теле – үҙе өсөн һәләкәт сығанағы, әйткән һүҙе – йәненә тоҙаҡ. 8 Ғәйбәтсенең һүҙе – тәмле тәғәм, кешенең эс-бауырына үтеп инә. 9 Эшендә ялҡау булған кеше – емереүсенең туғаны. 10 Раббы исеме – ҡеүәтле ҡәлғә, тәҡүә әҙәм унда ҡасып имен ҡала. 11 Бай өсөн мал-мөлкәт – гүйә нығытма, бейек диуар һымаҡ күренә уға. 12 Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә, тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә. 13 Тыңлап бөтмәйенсә яуап ҡайтарыу – ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ. 14 Кешенең рухы ауырыуға сыҙай ала, тик рух һынһа, нимә эшләргә һуң? 15 Аҡыллы әҙәм ҡолағы менән белем эҙләр, аңлы бәндә йөрәге менән аҡыл туплар. 16 Бүләк биреү кешегә юл аса, бөйөктәр алдына алып бара. 17 Хөкөмдә беренсе һөйләгән кеше икенсеһе бәхәскә ҡушылғанға тиклем хаҡ күренер. 18 Көслө дәғүәселәр араһында бәхәсте йәрәбә хәл итә. 19 Асыулы туған – нығытмалы ҡала, ә ыҙғыш бикле ҡапҡа һымаҡ айыра. 20 Үҙ теленең емеше менән туя кеше, теле нәмә таба, шуға ҡәнәғәт була. 21 Үлем менән йәшәү телдең хөкөмөндә, телгә оҫталар уның емеше менән туйына. 22 Ҡатын тапҡан – хазина тапҡан, Раббының илтифатын ҡаҙанған. 23 Ярлы ялбарып һорар, бай тупаҫ яуаплар. 24 Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia