Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Әйтемдәре 13 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Аҡыллы улан ата өгөтөн тыңлар, йүнһеҙ улан шелтәгә ҡолаҡ һалмаҫ.

2 Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр; мәкерленең күңеле тик золом теләр.

3 Кем телен тыя, шул йәнен һаҡлар, телен тыймаған харап булыр.

4 Ялҡау әллә нәмәләр көтөп ятҡансы, егәрле тамағын туйҙырған.

5 Тәҡүә әҙәм алдаҡты һөймәй, боҙоҡ иһә хурлыҡҡа төшә, мәсхәрәгә ҡала.

6 Дөрөҫлөк юлында булғанды тоғролоғо ҡотҡарыр, яуызды ҡылған гонаһы һәләк итер.

7 Ҡайһылар хәйерсе булһа ла бай булып ҡылана, икенселәр бай булһа ла хәйерсе булып күренергә тырыша.

8 Бай әҙәм байлығы менән ғүмерен һаҡлай, ә ярлыға һис нәмә янамаҫ.

9 Иманлының шәме яҡты яна, яуыздыҡы быҫҡып һүнә.

10 Тәкәбберлектән тик ыҙғыш сыға, кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя.

11 Харам юл менән табылған байлыҡ тарҡала, бөртөкләп йыйылған байлыҡ арта бара.

12 Оҙаҡ бойомға ашмаған өмөт – йөрәк әрнеүе, ә ғәмәлгә ашҡаны – тормош ағасы.

13 Нәсихәтте һанға һуҡмаған зыян күргән, бойороҡто тотҡан – бүләкләнгән.

14 Аҡыл эйәһенең тәғлимәте – тормош шишмәһе, Ул үлем тоҙағынан һаҡлай.

15 Айыҡ аҡыл илтифат ҡаҙана, мәкер юлы һәләкәткә илтә.

16 Зирәк кеше белеменә таянып эш итер, аҡылһыҙ ахмаҡлығын күрһәтер.

17 Яман илсе бәлә алып килә, тоғро илсе күңелгә шифа килтерә.

18 Нәсихәткә ҡолаҡ һалмаған малһыҙ-данһыҙ ҡалыр, нәсихәтте үҙ иткән ҡәҙер-хөрмәт табыр.

19 Ғәмәлгә ашҡан теләк – күңелгә дауа, йүләргә яуызлығы менән хушлашыу – ҡот осҡос.

20 Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.

21 Гонаһлыны – бәлә-ҡаза, тәҡүәне яҡшылыҡ оҙата йөрөй.

22 Тәҡүә балаларының балаларына ла мираҫ ҡалдыра, гонаһлының тапҡаны тәҡүәгә насип була.

23 Ярлының баҫыуында уңышы мул, тик уны ғәҙелһеҙлек харап итә.

24 Сыбығын йәлләй икән, тимәк, улын яратмай, улын яратһа, ваҡытында арт һабағын уҡытыр.

25 Яҡшы әҙәм туйғансы ашар, яман әҙәмдең ҡорһағы буш ҡалыр.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan