Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Даниил 8 - Башкирский ВЗ (неполный)


Даниилдың һарыҡ һәм кәзә тәкәләре тураһындағы күренмеше

1 Белшассар батша идара иткәндең өсөнсө йылында миңә, Даниилға, теге беренсеһенә өҫтәп, тағы бер күренмеш керҙе.

2 Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.

3 Ҡараһам, яр башында бер һарыҡ тәкәһе тора, уның ике ҙур мөгөҙө бар. Һуңыраҡ үҫеп сыҡҡан мөгөҙө беренсеһенән ҡалҡыуыраҡ.

4 Мин уның көнбайыш, төньяҡ һәм көньяҡ тарафтарға боролоп һөҙгәнен, уға бер ниндәй хайуандың да ҡаршы тора алмағанын күрҙем. Унан ҡотолоу юҡ; ул нимә теләй, шуны эшләй, торған һайын көсәйә бара.

5 Мин был турала уйланып торған арала, көнбайыштан, тотош ер йөҙөн иңләп килгән бер кәзә тәкәһе күренде. Уның тояҡтары ергә теймәй, ике күҙе араһында бик ҙур мөгөҙө бар.

6 Ул мин яр буйында торғанын күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе яғына йүнәлде, асыу-ярһыу менән уға табан ынтылды.

7 Мин уның һарыҡ тәкәһенә яҡынайғанын, ярһып уға ташланғанын һәм һөҙөп уның ике мөгөҙөн дә һындырғанын күрҙем. Һарыҡ тәкәһе уның алдында тороп сыҙай алманы: кәзә тәкәһе уны йығып тапай башланы – һарыҡ тәкәһен ҡотҡарырҙай һис кем юҡ ине.

8 Кәзә тәкәһе шул тиклем көсләнде, көс-ҡеүәте хаттин ашты – шул саҡ уның ҙур мөгөҙө һынды ла уның урынына ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡарап торған дүрт мөгөҙ үҫеп сыҡты.

9 Уларҙың берәүһендә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты; тәүҙә ул бәләкәй генә ине, артабан үҫә-үҫә көньяҡты, көнсығышты һәм Гүзәл илде яғына йәйелде.

10 Ул күк көстәренә тиклем үҫеп етеп, уларҙың бер өлөшөн һәм йондоҙҙарҙың бер өлөшөн ергә ауҙарҙы һәм уларҙы тапап ташланы.

11 Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.

12 Көн дә килтерелә торған ҡорбандар артынса ғәскәр ҙә хурлыҡҡа дусар ителде. Ул хәҡиҡәтте ергә ауҙарҙы; үҙ ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙанды.

13 Мин бер изгенең һөйләгәнен, ә икенсе изгенең һорағанын ишеттем: – Күренмештәге был хәлдәр – көндәлек ҡорбандар, һәләкәт килтергән фетнә, Изге торлаҡтың һәм күк ғәскәренең тапалыуға дусар ителеүе ҡасанға тиклем барыр?

14 Тегеһе: – Ике мең дә өс йөҙ тапҡыр кистәр етеп таңдар атҡансы. Шунан Изге торлаҡ үҙенең асылдағы хәленә ҡайтарыласаҡ, – тип яуап бирҙе.

15 Был күренмеште күргәс, мин, Даниил, уның мәғәнәһен төшөнмәк булып башымды ҡатырып тора инем. Ҡапыл минең алдымда кеше ҡиәфәтендәге бер зат пәйҙә булды,

16 һәм шул саҡ Улай йылғаһы өҫтөндә кемдеңдер: – Ябраил! Уға был күренмеште аңлатып бир, – тип әйткән тауышын ишеттем.

17 Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.

18 Ул миңә был һүҙҙәрҙе әйткәндә, мин аңымды юйып йөҙтүбән ерҙә ята инем. Ул, миңә ҡағылып, аяғыма баҫтырҙы ла:

19 – Хәҙер мин һиңә асыу көндәренең ахырында, ваҡыттарҙың аҙағында ни булырын әйтәсәкмен, – тине. –

20 Һин күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе – Мадай һәм Фарсы батшалары.

21 Ә кәзә тәкәһе – Яуан батшаһы ул. Уның ике күҙе араһындағы ҙур мөгөҙ – беренсе батша.

22 Мөгөҙөнөң һыныуы һәм уның урынына башҡа дүрт мөгөҙ үҫеп сығыуы – ошо халыҡтан йәнә дүрт батшалыҡ барлыҡҡа киләсәгенә ишара, ләкин улар, беренсе батшаныҡы һымаҡ көскә эйә булмаясаҡ.

23 Был батшалыҡтарҙың ахырында, Ҡылған золомдары хаттин ашҡас, Оятһыҙ ҡарашлы, мәкергә оҫта батша тәхеткә ултырыр.

24 Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡорлоҡ емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.

25 Хәйләкәрлеге арҡаһында, Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаны, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.

26 Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул алыҫ киләсәк хаҡында.

27 Мин, Даниил, шул тиклем ҡаҡшаным, хатта бер нисә көн ауырып яттым. Шунан тороп, йәнә батшаға хеҙмәт итә башланым. Күргән төшөмдән ҡотом алынып йөрөнөм, ләкин уның асылын аңламаным.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan