Даниил 6 - Башкирский ВЗ (неполный)Даниил арыҫландар соҡоронда 1 Илгә идара итер өсөн Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне. 2 Улар өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булырга ул өс вәзирен ҡуйҙы. Батшаға бер ниндәй ҙә зыян-югалтыу булмаһын өсөн идарасылар вәзирҙәргә иҫәп-хисап биреп торорға тейеш ине. Шул өс вәзирҙең береһе Даниил булды. 3 Үҙенә бирелгән тиңдәшһеҙ рух менән Даниил был вәзир һәм идарасылар араһында айырылып тора ине, шуға ла батша уны бар батшалыҡҡа баш итеп ҡуйырға ниәтләне. 4 Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы. 5 Ниһайәт был вәзир һәм идарасылар: – Үҙ Аллаһы ҡанунына эйәреүендә генә ғәйепләмәһәк, беҙ Даниилдан башҡа хилафлыҡ таба алмабыҙ, – тинеләр. 6 Шунан был вәзирҙәр һәм идарасылар күмәкләшеп батша янына килделәр ҙә былай тип һүҙ башланылар: – Дарий батшаға мәңге йәшәргә яҙһын! 7 Эй батша, батшалыҡтағы бөтә вәзирҙәр, етәкселәр һәм өлкә идарасылары, батшаның кәңәшселәре үҙ-ара фекер алышып, шуны кәрәк тип тапты, батша фарман, бер тыйыу сығарһын: кемдер берәү утыҙ көн эсендә үтенесе менән һинән башҡа берәүгә – илаһҡамы йәки кешегәме – мөрәжәғәт итһә, шуны, арыҫландар янына соҡорға ташлаһындар. 8 Эй батша, фарман сығарып уға ҡулыңды ҡуй. Ул ҡарар – мадайҙар һәм фарсыларҙың үҙгәрмәҫ ҡануны кеүек үк, ғәмәлдән сығарылмаҫлыҡ булһын. 9 Дарий батша бының менән килеште һәм ҡарар сығарып ҡулын ҡуйҙы. 10 Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды. 11 Һүҙ ҡуйышҡан теге бәндәләр күмәкләшеп килеп Даниилдың үҙ Аллаһына доға ҡылып ялбарған сағын тап иттеләр. 12 Шунан һуң батшаға барып, ул сығарған ҡарарға ҡағылышлы былай тинеләр: – Һин бит, батша, утыҙ көн буйы үтенесе менән һиңә түгел, ә башҡа илаһҡамы йәки кешегәме мөрәжәғәт иткән әҙәмде арыҫландар янына соҡорға ташларға, тигән фарман сығарғайның. – Был ҡарарым ҡәтғи, ул үҙгәрмәй торған мадай һәм фарсылар ҡануны! – тип яуап ҡайтарҙы батша. 13 Шул саҡ тегеләр батшаға: – Эй батша, бында Йәһүҙәнән һөргөнгә килтерелгән кешеләрҙең береһе Даниил, һинең менән дә, эй батша, һин раҫлаған ҡарар менән дә иҫәпләшмәй: ул көнөнә өс мәртәбә үҙ Аллаһына доға ҡыла, – тинеләр. 14 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батша бик ҡаты ҡайғыға ҡалды һәм Даниилды нисек тә ҡотҡарырға тырышты: эңер төшкәнсе уны йолоп алыу юлын эҙләне. 15 Ләкин тегеләр, батша янына күмәкләшеп килеп, былай тинеләр: – Беләһең бит, батша, мадай һәм фарсыларҙың ҡануны буйынса, батшаның бер генә ҡарарын, бер генә фарманын да үҙгәртергә ярамай. 16 Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға: – Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине. 17 Таш килтереп, соҡорҙоң ауыҙын томаланылар. Даниилға ҡарата нисек ҡарар ителгән, шулай булһын өсөн батша ташҡа үҙенең һәм вәзир-бәктәренең мөһөр йөҙөктәре менән тамға һалды. 18 Шунан батша үҙ һарайына ҡайтып китте, ашамай-эсмәй, күңел асмай төн үткәрҙе, уны бөтөнләй йоҡо алманы. 19 Иртәгәһенә батша, таң алдынан тороп, арыҫландар тотолған соҡор янына ашыҡты. 20 Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән: – Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште. 21 Шул саҡ Даниил батшаға: – Мәңге йәшә, батшам! – тине. – 22 Минең Аллам Үҙенең фәрештәһен ебәргән, ул арыҫландарҙың ауыҙын йомдорҙо, һәм улар миңә теймәне. Алла мине Үҙенең алдында ғәйепһеҙ тип тапты, хәйер, һинең алдыңда ла, батша, бер енәйәт тә эшләгәнем юҡ. 23 Батша Даниил өсөн бик шатланды һәм уны соҡорҙан сығарырға ҡушты. Даниилды соҡорҙан сығарҙылар – үҙенең Аллаһына ышанған өсөн уның бер еренә лә зыян килмәгәйне. 24 Батша Даниилды ошаҡлаған теге кешеләрҙе, балалары һәм ҡатындары менән бергә алып килеп, арыҫландар ултырған соҡорға ташларға ҡушты. Тегеләр соҡор төбөнә төшөп етергә лә өлгөрмәне, арыҫландар уларҙы ҡармап алып, өҙгөсләп ташланы. 25 Аҙаҡтан Дарий батша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарға, ҡәүемдәргә һәм ҡәбиләләргә былай тип яҙҙы: «Именлек һәм муллыҡ һеҙгә! 26 Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ. 27 Ул ҡотҡара һәм аралай, Күктә лә, ерҙә лә Мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡыла. Даниилды ул арыҫландан ҡотҡарып алды. 28 Шулай итеп, Даниил Дарий, шулай уҡ фарсы Кир идара иткән йылдарҙа имен-аман көн итте. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia