Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Даниил 5 - Башкирский ВЗ (неполный)


Белшассарҙың мәжлесе. Серле яҙыу

1 Белшассар батша үҙенең бер мең вәзир-бәге өсөн оло мәжлес ойошторҙо һәм улар менән бергә шарап эсте.

2 Башына шарап һуҡҡас, Белшассар атаһы Навуходоносор тарафынан Йәрүсәлим ҡорамынан алып ҡайтылған алтын һәм көмөш һауыттарҙы алып килергә ҡушты: батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсмәксе булды.

3 Ҡорамдан, Йәрүсәлимдәге Алла йортонан, алып ҡайтылған алтын һауыттарҙы алып килгәс, батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсә башланы.

4 Улар шарап эсә-эсә үҙҙәренең алтын һәм көмөш, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарын маҡтаны.

5 Көтмәгәндә кешенең ҡул суғы пәйҙә булды ла батша һарайының ағартылған диуарына шәмдәл ҡаршыһына ниҙер яҙа башланы. Батша яҙған ҡулды үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

6 Батша ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, тубыҡтары ҡылтырап, бер-береһенә бәрелеп туҡылдай башланы.

7 Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.

8 Батшаның аҡыл эйәләре килде, ләкин улар яҙыуҙы уҡый ҙа, уның мәғәнәһен аңлата ла алманы.

9 Шул саҡ Белшассар бик ҡаты ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, вәзир-бәктәренең дә күңелен шом баҫты.

10 Батшаның әсәһе батшабикә улы менән уның вәзир-бәктәренең нимә хаҡында һөйләшкәнен белеп ҡалғас, мәжлес барған бүлмәгә керҙе лә: – Мәңге йәшә, батша! – тине. – Һин юҡҡа ҡурҡҡанһың, йөҙөң юҡҡа ағарынған.

11 Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә эйә булғаны, мөҡәддәс аллаларҙың рухы менән Һуғарылғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.

12 Батша Даниилды Белтешассар тип йөрөттө, ул тиңдәшһеҙ рухҡа, төш юрау, төрлө серҙәрҙе аңлатыу, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын күрһәтеү өлкәһендә белемгә һәм зиһенгә эйә ине. Әйҙә, Даниилды саҡырһындар – ул яҙыуҙың мәғәнәһен аңлатып бирер.

13 Даниилды батша янына алып килделәр. Батша унан: – Атайым батша Йәһүҙәнән алып ҡайтҡан әсирҙәрҙең берәүһе – Даниил тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. –

14 Һиндә илаһи рух, ҙур ғилем, яҡты аҡыл һәм ғәжәйеп зирәклеккә эйәһең, тип ишеткәйнем.

15 Анау яҙыуҙы уҡып, миңә уның мәғәнәһен аңлатһындар өсөн аҡыл эйәләрен һәм сихырсыларҙы саҡырғайнылар, ләкин улар аңлатып бирә алманы.

16 Мин һине юрай һәм ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын белә, тип ишеттем. Әгәр ҙә ошо яҙыуҙы уҡып, уның нимә аңлатҡанын миңә әйтә алһаң, һине ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйыныңа алтын сылбыр тағырҙар, һәм һин дәүләттә өсөнсө кеше булырһың.

17 Даниил батшаға: – Бүләктәреңде үҙеңдә ҡалдыр, хөрмәтеңде башҡаларға күрһәт. Ә бында яҙылғандарҙы батшама мин былай ҙа уҡып бирермен, уның нимә аңлатҡанын әйтермен, – тине.

18 – Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән.

19 Алла уға биргән бөйөклөк алдында барлыҡ халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр ҡурҡып ҡалтырап торҙо: батша кемде теләне, шуны үлтерҙе, кемде теләне – тере ҡалдырҙы, кемде теләне – үрләтте, кемде теләне – төшөрҙө.

20 Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.

21 Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.

22 Һин дә, Белшассар, уның улы, быны белеп тә, нәфсеңде тыйманың.

23 Һин хаттин ашып Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.

24 Шуға ла был ҡул Унан ебәрелгән һәм был һүҙҙәр яҙылған.

25 Бында былай тип яҙылған: Мене Мене Текел у-Парсин.

26 Бына ул нимә аңлата: Мене – «Алла һинең батшалыҡ итеүеңде иҫәпләп сығарған һәм уға сик ҡуйған».

27 Текел – «Һин үлсәүҙә үлсәндең һәм үтә еңел булып сыҡтың».

28 Пәрәс – «Һинең батшалығың бүлгеләнеп мадайҙар менән фарсыларға бирелде».

29 Шунан һуң Белшассар әмере менән Даниилды ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерҙеләр, муйынына алтын сылбыр таҡтылар һәм дәүләт эсендә өсөнсө кеше тип иғлан иттеләр.

30 Шул уҡ төндө халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.

31 Мадайҙан Дарий батшалыҡты үҙ ҡулына алды, уға был осорҙа алтмыш ике йәш ине.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan