Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Даниил 4 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 – Мин, Навуходоносор, үҙ йортомда тыныс ҡына йәшәп ята, үҙ һарайымда хозур көн итә инем.

2 Әммә йоҡомда бер төш кереп ҡурҡытты, төшөмдә күргәндәр мине хафаға һалды.

3 Шуға ла мин, төшөмдө юратыр өсөн, Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен үҙ яныма саҡырырға бойорҙом.

4 Тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусылар килде, мин уларға үҙ төшөмдө һөйләнем, ләкин улар уны юрай алманы.

5 Ниһайәт, Даниил килде – уны минең илаһым хөрмәтенә Белтешассар тип йөрөтәләр – унда изге илаһи рух бар. Мин уға төшөмдө һөйләнем. Мин уға былай тинем:

6 «Эй Белтешассар, тылсымсылар башлығы! Мин һиндә мөҡәддәс илаһи рух барлығын беләм, һинең өсөн теләһә ниндәй серҙе асыу һис ҡыйын түгел. Әйт әле, мин ниндәй төшөмдә күргән күренмештәрҙең нимә аңлатҡанын һөйләп бир.

7 Төшөмдә, үҙ түшәгемдә йоҡлап ятҡанда, мин бына нимә күрҙем. Донъяның тап уртаһында Ғәжәйеп бейек ағас тора.

8 Ул шул тиклем ҡеүәтле һәм бөйөк, Башы күктәргә олғашҡан, Ерҙең һәр тарафынан күренеп тора.

9 Уның япраҡтары ғәжәп матур, Мул емешенән донъя туҡлана. Төбөндә ҡырағай януарҙар йыйыла, Ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡора, Һәр йән эйәһе шунда үҙенә ризыҡ таба.

10 Йәнә түшәгемдә йоҡлап ятҡанда, төшөмдә бына ни күрҙем: күктән мөҡәддәс бер күҙәтеүсе фәрештә килеп төштө лә

11 яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: „Был ағасты ҡырҡығыҙ, Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Япраҡтарын өҙгөләгеҙ, Емештәрен өҙөп ырғытығыҙ. Йәнлектәр уның аҫтынан ҡасһын, Ҡоштар ботағынан осоп китһен.

12 Тупраҡта тик тамырҙары менән Төпһә генә тороп ҡалһын, Тимер һәм баҡыр менән ҡоршалған килеш Ялан үләндәре араһында, Әйҙә, уны күк ысығы йыуһын, Януарҙар менән бергә үләндә көн күрһен.

13 Кеше аҡылы унан алынһын, Хайуан аҡылы бирелһен уға, Ана шул хәлдә ете мөҙҙәт үтһен.

14 Был әмер – Күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“».

15 Бына мин, Навуходоносор, ошондай төш күрҙем, ә һин, Белтешассар, уның ни аңлатҡанын әйт. Батшалығымдағы бер аҡыл эйәһе лә уны юрай алманы, ә һин юрай алырһың, сөнки һиндә мөҡәддәс илаһи рух бар.

16 Шунда Белтешассар атлы Даниил ҡатып ҡалды – үҙенең уйҙарынан ҡот осҡос дәһшәткә төшкәйне ул. Батша: – Белтешассар, был төш һәм уның мәғәнәһе һине ҡурҡытмаһын, – тине. Быға Белтешассар: – Эй хакимым! Бындай төш һинең дошмандарыңа керһә икән, уның мәғәнәһе һиңә ҡаршы булғандарға яҙған булһа икән, – тип яуап бирҙе. –

17 Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,

18 япраҡтары ғәжәп матур, мул емешенән донъя туҡланған, төбөндә ҡырағай януарҙар йыйылған, ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡорған ағас –

19 ул һин ул, батшам. Һин бөйөк һәм ҡеүәтле, бөйөклөгөң асмандарға аша, хакимлығың ер сигенәсә йәйелә.

20 Батша, күктән мөҡәддәс бер күҙәтеүсе фәрештә: «Был ағасты ҡырҡып юҡ итегеҙ, тупраҡта бары тамырҙары менән төпһә генә тороп ҡалһын, тимер, баҡыр менән ҡоршалған килеш ялан үләндәре араһында, әйҙә, уны ысыҡ йыуһын, януарҙар менән көн күрһен, ете йыл ана шулай үтеп китһен», – тип әйткәнен күргән.

21 Эй батшам, Юғарыларҙан Юғарының минең хакимым батшам тураһындағы ҡарары бына шундай.

22 Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.

23 Әммә ағастың төпһәһе менән тамырҙарын ҡалдырырға ҡушылған – тимәк, һин бөтә хакимлыҡтың Күктәрҙән булыуын аңлағас, батшалығың һиңә ҡайтарып бирелер.

24 Шуға күрә, эй батшам, минең кәңәшемә ҡолаҡ һала күр: үҙеңдең гонаһтарыңды – изге эштәр менән, ғәҙелһеҙлегеңде фәҡирҙәргә рәхимлегең менән төҙәт. Шулай итһәң, бәлки, хозур тормошта көн күреүең оҙаҡ дауам итер.

25 Навуходоносор батшаға әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашты.

26 Ун ике айҙан һуң ул Бабилдағы батша һарайының башында йөрөп ята ине.

27 «Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы!»

28 Шулай тип әйтеп тә өлгөрмәне, күктән бер тауыш ишетелде: – Был һүҙҙәр һиңә, Навуходоносор батша! Батшалығың һинән китте.

29 Һин кешеләр араһынан ҡыуылырһың, ҡырағай януарҙар менән йәшәрһең; мал ише, үлән менән туҡланырһың. Ана шулай ете мөҙҙәт үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе баш, Ул кемгә теләй, шуға бирә.

30 Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.

31 – Ваҡыт үтә торҙо, бер саҡ мин, Навуходоносор, күккә баҡтым – шунда уҡ зиһенем асылды. Мин Юғарыларҙан Юғарыға рәхмәт әйттем, Мәңге Йәшәүсене данланым һәм маҡтаным: Уның хакимлығы – мәңгелек, Уның батшалығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ.

32 Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.

33 Шул мәлдә миңә зиһенем ҡайтты; батша тигән даным, хөрмәт һәм бөйөклөгөм ҡайтты. Ярандарым һәм вәзир-бәктәр мине эҙләп тапты һәм мин йәнә тәхеткә ултырҙым, ҡеүәтем әүәлгенән дә нығыраҡ артты.

34 Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan