Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Даниил 3 - Башкирский ВЗ (неполный)


Алтын һәйкәл һәм ҡыҙыу мейес

1 Навуходоносор батша буйы алтмыш, иңе алты терһәк ҙурлығындағы алтын һәйкәл яһатып уны Бабил өлкәһендәге Дура үҙәненә ҡуйҙы.

2 Шунан батша бөтә һанаттарын, етәкселәрҙе, өлкә идарасыларын, кәңәшселәрҙе, ҡаҙнасыларҙы, хөкөмдарҙарҙы, вазифалы кешеләрҙе һәм барлыҡ өлкә хеҙмәткәҙәрен ул, Навуходоносор батша, ҡуйҙырған һәйкәлде асыу тантанаһына саҡырҙы.

3 Һанаттар, етәкселәр, өлкә идарасылары, кәңәшселәр, ҡаҙнасылар, хөкөмдарҙар, вазифалы кешеләр һәм барлыҡ өлкә хеҙмәткәрҙәре тантанаға йыйылып бөтөп, Навуходоносор батша ҡуйҙырған һәйкәл алдына килеп баҫҡас,

4 оран һалыусы көслө тауыш менән: – Бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –

5 Мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылығыҙ.

6 Кем дә кем йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмай, шул кисекмәҫтән янып торған мейескә ырғытыласаҡ.

7 Һәм бына мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа һәм башҡа уйын ҡоралдары тауыштарын ишетеү менән, бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылдылар.

8 Шул саҡ ҡайһы бер халдейҙар килеп йәһүдтәрҙе ошаҡланы.

9 Улар Навуходоносор батшаға: – Мәңге йәшә, батшабыҙ!

10-11 Һин, батша, мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, һәр кем йөҙтүбән ҡапланып, алтын һәйкәлгә сәждә ҡылһын, ә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмаған кешене янып торған мейескә ырғытырға, тип бойорғайның.

12 Ләкин һин Бабил өлкәһе эштәренә идара итеүҙе ышанып тапшырған йәһүдтәр – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него – һине, батша, тыңламай, һинең илаһтарыңа табынмай, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә баш эймәй, – тинеләр.

13 Навуходоносор батша бик ныҡ асыуланды, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны килтерергә әмер бирҙе. Уларҙы батша янына алып килгәс,

14 Навуходоносор: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, һеҙ минең илаһтарыма табынмайһығыҙ һәм мин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмайһығыҙ тигән һүҙҙәр дөрөҫмө? – тип һораны. –

15 Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ.

16 Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него батшаға: – Эй Навуходоносор, беҙгә яуап биреп тороуҙың кәрәге юҡ.

17 Эй батша, табынған Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара алһа, Ул беҙҙе ҡыҙған мейестән дә, һинең ҡулыңдан да ҡотҡарыр.

18 Ҡотҡармаған сүрәттә лә – барыбер, батша, бел: беҙ һинең илаһтарыңа табынмаясаҡбыҙ, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмаясаҡбыҙ, – тинеләр.

19 Навуходоносор бик ныҡ асыуланды, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға ҡарап сырайы боҙолдо ла мейесте элеккенән ете тапҡырға артығыраҡ ҡыҙҙырырға бойорҙо.

20 Шунан ул ғәскәренең иң көслө яугирҙәренә Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны бәйләп, янып торған мейес эсенә ташларға бойорҙо.

21 Яугирҙәр уларҙы бәйләне лә нисек бар, шул көйө, салбар, күлдәк һәм башлыҡ кейгән килеш, туп-тура янып торған мейес эсенә ташланы.

22 Батшаның аяуһыҙ бойороғо буйынса мейесте шул тиклем ныҡ ҡыҙҙырғайнылар, хатта Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға сығарылған хөкөмдө башҡарған яугирҙәр үҙҙәре ялҡындан һәләк булды.

23 Ә теге өсәү – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него – бәйләнгән көйө янып торған мейес эсенә барып төштө.

24 Әммә тиҙҙән Навуходоносор батша аптырауынан һикереп торҙо һәм ярандарынан: – Беҙ мейескә өс кенә кешене бәйләп ташлағайныҡ түгелме? – тип һораны. Уға: – Эйе, эй батша, – тип яуап бирҙеләр.

25 Ул: – Ә мин ут араһында бәйләнмәгән дүрт кешенең имен-аман йөрөгәнен күрәм; дүртенсеһе ҡиәфәте менән илаһҡа оҡшағандай, – тине.

26 Навуходоносор янып торған мейес ауыҙына килеп: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, Юғарыларҙан юғары Алланың ҡолдары, сығығыҙ унан, килегеҙ бында! – тип ҡысҡырҙы. Шулай тигәс, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него ут эсенән сыҡты.

27 Һанаттар, етәкселәр, өлкә идарасылары, батшаның яҡындары йыйылды һәм уттың был кешеләргә ҡағылмағанын күрҙе: уларҙың сәстәре лә өтөлмәгән, кейемдәре лә бөтөн, хатта уларҙан төтөн еҫе лә сыҡмай.

28 Шул саҡ Навуходоносор былай тип иғлан итте: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоның Аллаһына рәхмәттәр яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, Үҙенә башкөллө ышанған ҡолдарын ҡотҡарҙы. Улар батша ихтыярына баш бирмәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы – үҙ Аллаһынан башҡа, бүтән илаһтарға табынманы ла, сәждә лә ҡылманы.

29 Бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә минең бойороғом: кем дә кем Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него Аллаһы тураһында ихтирамһыҙ һүҙ әйтһә, шуны киҫәктәргә тураҡлаһындар һәм йортон емерһендәр. Сөнки, был Алла һымаҡ, башҡа бер илаһ та шулай ҡотҡара алмай.

30 Шунан һуң батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны Бабил өлкәһендә бик юғары вазифаларға үрләтте.


Навуходоносорҙың икенсе төшө

31 Навуходоносор батша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә былай тип мөрәжәғәт итте: Именлек һәм муллыҡ булһын һеҙгә!

32 Юғарыларҙан Юғары Алланың миңә күрһәткән хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләү фарыздыр.

33 Уның мөғжизәләре бөйөк, Ҡылған хикмәттәре ҡөҙрәтле! Уның батшалығы – мәңгелек батшалыҡ, Уның хакимлығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ!

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan