Даниил 10 - Башкирский ВЗ (неполный)Даниилдың фәрештә тураһындағы күренмеше 1 Фарсы батшаһы Кир хакимлығының өсөнсө йылында икенсе исеме Белтешассар булған Даниилға бер һүҙ асылды – оло һуғыш тураһында хаҡ хәбәр еткерелде. Даниил уның асылына үҙенә иңгән күренмеш аша төшөндө. 2 Ул мәлгә мин, Даниил, өс аҙна инде ҙур ҡайғы кисерә инем. 3 Ошо өс аҙна эсендә татлы ризыҡ ашаманым, ит менән шарапҡа тотонманым, тәнемә май һөртмәнем. 4 Ә беренсе айҙың егерме дүртенсе көнөндә мин бөйөк Тигр йылғаһы буйында инем. 5 Ҡарағайным – күрәм: етен кейем кейгән, билен Уфаз алтынан яһалған билбау менән быуған бер зат тора. 6 Уның тәне һары яҡуттай, йөҙө – ялтыраған ялағайҙай, күҙҙәре – уттай балҡып, емелдәп тора, аяҡ-ҡулдары – ялтыратылған баҡыр шикелле, тауышы күмәк кеше шаулағандай. 7 Күренмеш мин, Даниилға ғына, иңде; ә минең янда булған кешеләр уны күрмәне. Әммә уларҙы бик ҡаты ҡурҡыу солғап алды, һәм улар ҡасып китеп йәшенеште. 8 Мин бер үҙем ҡалдым һәм был бөйөк күренмеште бер үҙем күрҙем. Минең хәлем бөттө, быуындарым йомшарҙы, бәлтерәп төштөм. 9 Уның тауышын ишеткәйнем, аңымды юғалтып, йөҙтүбән ергә йығылғанмын. 10 Шул саҡ миңә бер ҡул ҡағылды һәм мине ерҙән күтәрҙе – мин, устарым менән ергә таянған килеш, тубыҡланып тора инем. 11 Ул миңә: – Даниил, Алланың һөйөклөһө! Мин әйткәнде төшөнөргә тырыш. Тор, мин һинең яныңа ебәрелдем, – тине. Ул миңә шулай тине лә мин ҡалтырана-ҡалтырана аяғыма баҫтым. 12 Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. – 13 Фарсы батшалығының түрәһе егерме бер көн буйы миңә ҡаршылыҡ күрһәтте. Мин фарсы иле батшалары менән йөҙгә-йөҙ торҙом, һәм юғары түрәләрҙең береһе Михаил миңә ярҙамға килде. 14 Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында. 15 Ул миңә шулай тине, ә мин ергә ҡарап өнһөҙ торҙом. 16 Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин ауыҙымды асып алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды. 17 Мин, хакимымдың ҡоло, һин хакимым менән һөйләшә алырмынмы һуң? Минең бит бөтөнләй көсөм бөттө, саҡ-саҡ тын алам, – тинем. 18 Теге кешегә оҡшаған зат миңә йәнә ҡағылып көс бирҙе. 19 Ул: – Эй Алланың һөйөклөһө, ҡурҡма! Тыныслан! Ҡыйыу бул, ҡыйыу бул! – тине. Ул ошо һүҙҙәрен әйткәндә миңә хәл керҙе. Мин: – Хакимым, һин миңә көс бирҙең, инде һөйлә, – тинем. 20 Шунан ул минән: – Һинең яныңа ниңә килгәнемде беләһеңме? – тип һораны. – Хәҙер мин кире китәм, Фарсы иле түрәһе менән алышҡа сығам, ул еңелгәндән һуң, Яуан иле түрәһе килер. 21 Әммә мин Хәҡиҡәт Китабында яҙылғанды һиңә еткерермен. Мине улар менән алышта бер кем дә ҡеүәтләмәй – фәҡәт хакимығыҙ Михаил ғына ярҙамлаша. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia