Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Даниил 1 - Башкирский ВЗ (неполный)


Даниил менән уның өс дуҫы Навуходоносор һарайында

1 Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим идара иткән дәүерҙең өсөнсө йылында Бабил батшаһы Навуходоносор килеп Йәрүсәлимде ҡамауға алды.

2 Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы.

3 Батша Һарай хеҙмәтселәре башлығы Ашпеназға һөргөндәге исраилдар араһынан батша тоҡомона һәм юғары ҡатлам кешеләренә ҡараған ғаиләләрҙән егеттәр һайлап алырға ҡушты.

4 Улар ағзалары теүәл, төҫкә матур, аң-белемгә һәләтле, зирәк һәм аҡыллы, батша һарайында хеҙмәт итерлек булырға һәм Ашпеназ уларҙы халдей яҙмаһына һәм теленә өйрәтергә тейеш ине.

5 Батша был үҫмерҙәргә көн һайын батша өҫтәленән ризыҡ һәм үҙе эскән шарапты бирергә бойорҙо. Өс йыл тәрбиәләгәндән һуң улар батша хозурына киләсәк ине.

6 Һайлап алынғандар араһында Йәһүҙә ырыуынан Даниил, Хананъяһ, Мишаил, Ғазаръяһ тигән үҫмерҙәр бар ине.

7 Һарай хеҙмәтселәре башлығы уларға яңы исемдәр ҡушты: Даниилды – Белтешассар, Хананъяһты – Шадрах, Мишаилды – Мешах, Ғазаръяһты Ғавед-Него тип йөрөтә башланылар.

8 Даниил харам бер нәмәне лә – батша ризыҡтарын да, батша шарабын да – ауыҙына ла алмаҫҡа ҡарар итте. Ул хеҙмәтселәр башлығынан әлеге ризыҡтарҙы ашамаҫҡа рөхсәт итеүен һораны.

9 Алла Даниилға хеҙмәтселәр башлығының ыңғай ҡарашын һәм илтифатын ҡылды,

10 һәм тегеһе Даниилға былай тине: – Мин хакимым батшанан ҡурҡам; ул бит һеҙгә нимә ашарға-эсергә икәнен үҙе билдәләне. Ул һеҙҙең үҙ йәшегеҙҙәге үҫмерҙәрҙән асҡағыраҡ булыуығыҙҙы абайлап ҡалһа, миңә батша алдында үҙ башым менән яуап бирергә тура килер.

11 Шунан Даниил хеҙмәтселәр башлығының үҙен, Хананъяһ, Мишаил һәм Ғазаръяһты бағырға ҡушҡан һаҡсыға былай тине:

12 – Үтенеп һорайым, беҙҙе, ҡолдарыңды, һынап ҡара: әйҙә, беҙгә ун көн буйы йәшелсә менән һыу ғына бирһендәр.

13 Шунан ҡиәфәтебеҙҙе батша өҫтәленән ашаған үҫмерҙәрҙеке менән сағыштырып ҡарарһың да, беҙ ҡолдарың менән үҙең теләгәнсә эш итерһең.

14 Тегеһе ризалашты ла уларға һынау өсөн ун көн бирҙе.

15 Ә ун көндән быларҙың ҡиәфәте батша өҫтәленән ашаған барлыҡ үҫмерҙәрҙекенән күркәмерәк, тәндәре сәләмәтерәк булып сыҡты.

16 Шул көндән башлап һаҡсы уларға тәғәйен ризыҡ менән шарапты алып ҡалып, йәшелсә генә бирер булды.

17 Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә быларҙың барыһына өҫтәп һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.

18 Батша билдәләгән ваҡыт етеү менән, хеҙмәтселәр башлығы үҫмерҙәрҙе Навуходоносор янына алып килде.

19 Батша улар менән аралашты, үҫмерҙәрҙән берәү ҙә Даниил, Хананъяһ, Мишаил һәм Ғазаръяһҡа тиңләшә алманы. Шуға күрә был дүртәү батша хеҙмәтенә йәлеп ителде.

20 Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты.

21 Даниил һарай хеҙмәтендә Кир батша хакимлығының беренсе йылына тиклем ҡалды.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan