Башланмыш 9 - Башкирский ВЗ (неполный)Алланың Нух менән килешеү төҙөүе 1 Алла Нухҡа һәм уның улдарына былай тип фатиха бирҙе: – Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ. 2 Ерҙәге бөтә хайуандар, һауалағы һәммә осар ҡоштар, ерҙәге бар булған йәнлектәр, диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөгән балыҡтар алдығыҙҙа ҡурҡып-тетрәнеп торһон: улар һеҙҙең ихтыярығыҙға бирелә. 3 Ерҙә хәрәкәт иткән һәр бер йән эйәһе, үҫемлектәр кеүек үк, һеҙгә аҙыҡ булһын, уларҙың барыһын да һеҙгә бирәм. 4 Әммә йәне булғанды, йәғни ҡанлы итте, ашамағыҙ. 5 Ҡанығыҙ ҡойолоп, йәнегеҙ ҡыйылһа, ҡан ҡойғандың – йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме – үҙенең ҡаны ҡойолоуға дусар итәсәкмен. 6 Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын, Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты. 7 Һеҙ иһә үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм артығыҙ! 8 Алла Нухҡа һәм уның уландарына былай тине: 9-10 – Мин һеҙҙең менән, киләсәк быуындарығыҙ һәм кәмәнән сыҡҡан бөтә тере йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, ҡырағай йәнлектәр менән килешеү төҙөйөм. 11 Һеҙҙең менән Минең килешеүем буйынса бынан һуң бер йән эйәһе лә туфан һыуында һәләк булмаҫ һәм ер йөҙөн бушлыҡҡа әйләндергән туфан бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ. Алла тағы былай тине: – Минең һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән мәңгелеккә төҙөгән килешеү билдәһе бына ошо булыр: 13 болоттарға йәйәмде – йәйғорҙо – элеп ҡуям, был Минең менән ер йөҙө араһында килешеү билдәһе булыр. 14 Мин ер йөҙөнә ямғыр болото ебәреп, болот араһында йәйғор күренгән һайын, 15 һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән төҙөгән килешеүемде иҫләрмен. Бөтә тереклекте һәләк итеүсе туфан һыуы башҡаса ҡалҡмаҫ. 16 Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр. 17 – Минең ер йөҙөндә йәшәгән һәммә тере йән менән төҙөгән килешеү билдәһе шул булыр, – тине Алла Нухҡа. Нухтың улдары 18 Нухтың көплө кәмәнән сыҡҡан улдары – Шем, Хам һәм Йәфәҫ. Хам – Ҡәнғәндең атаһы. 19 Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Нухтың ошо өс улынан таралған. 20 Нух ер эшкәртә башланы; беренсе булып йөҙөм баҡсаһы ултыртты. 21 Бер саҡ Нух шарап эсеп иҫереп, сатыры эсендә шәрә килеш ята ине. 22 Ҡәнғәндең атаһы Хам, уның яланғас ятҡанын күреп, был хаҡта ағаларына һөйләне. 23 Шул саҡта Шем менән Йәфәҫ, яурындарына сәкмән һалып, аталарының сатырына арттары менән инделәр ҙә өҫтөнә шул сәкмәнде ябып сыҡтылар. Улар, арттарын ҡуйып ингәнлектән, аталарының яланғас тәнен күрмәне. 24 Айнығып уянғас, кесе улының ни ҡылғанын белеп Нух 25 былай тине: – Ҡәһәр төшһөн Ҡәнғәнгә! Ағаларының ҡолдарының ҡоло булһын! 26 Йәнә әйтте: – Шемдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ҡәнғән уға ҡол булһын. 27 Алла Йәфәҫ биләмәләрен киң ҡылһын! Шемдың сатырҙарында йәшәһен! Ҡәнғән Йәфәҫкә ҡол булһын! 28 Туфан ҡайтҡандан һуң, Нух өс йөҙ илле йыл йәшәне. 29 Нух, йәмғеһе туғыҙ йөҙ илле йыл ғүмер кисереп, вафат булды. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia