Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 8 - Башкирский ВЗ (неполный)


Туфандан һуң

1 Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.

2 Туҡталдылыр туфан ташҡыны, Ябылдылыр күктең ҡабағы, Баҫылдылыр ҡойма ямғыры.

3 Әкренләп һыу ҡайта башланы, йөҙ ҙә илле көн тулыуға һыу кәмеүгә табан китте.

4 Етенсе айҙың ун етенсе көнөндә кәмә Арарат тауҙары түбәһенә килеп терәлде.

5 Йылдың унынсы айына тиклем һыу яйлап кәмей барҙы, унынсы айҙың беренсе көнөндә тау түбәләре күренде.

6 Ҡырҡ көн үткәс, Нух, кәмәлә үҙе уйған тәҙрәне асып,

7 тышҡа ҡоҙғондо осороп ебәрҙе. Ер өҫтөндәге һыуҙар ҡороғанға тиклем, ҡоҙғон бер китеп, бер килеп осоп йөрөнө.

8 Артабан ерҙә һыуҙың ҡайтҡан-ҡайтмағанын белеү өсөн Нух күгәрсенде осороп сығарҙы.

9 Әммә күгәрсен, ҡуныр урын тапмайынса, кәмәгә кире ҡайтты, сөнки ер һыу аҫтында ине әле. Нух, ҡулын һоноп, күгәрсенде кәмә эсенә индерҙе.

10 Ете көн үткәс, ул күгәрсенде яңынан сығарҙы.

11 Күгәрсен уға кис кенә әйләнеп ҡайтты – суҡышында яңы ғына өҙөлгән зәйтүн япрағын килтергәйне. Нух ер өҫтөнән һыуҙың ҡайтҡанын аңланы.

12 Ул тағы ете көн көтөп торҙо ла күгәрсенде йәнә сығарҙы. Был юлы күгәрсен әйләнеп ҡайтманы.

13 Нухҡа алты йөҙ беренсе йәш киткәндә, беренсе айҙың беренсе көнөндә ер өҫтөндәге һыу тулыһынса ҡайтты. Нух кәмәнең ҡыйығындағы тәҙрәне асып ҡарағайны, ерҙең кипшергәнен күрҙе.

14 Икенсе айҙың егерме етенсе көнөндә ер кипкәйне.

15 Алла Нухҡа былай тине:

16 – Ҡатының, улдарың һәм килендәрең менән кәмәнән сыҡ;

17 үҙең менән алған бөтә йән эйәләрен – ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөй торған йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үрсеһен, бихисап артһын.

18 Нух улдары, ҡатыны һәм килендәре менән кәмәнән сыҡты.

19 Улар артынан хайуандар, һөйрәлеүселәр, ҡош-ҡорт, ер йөҙөндә йәшәгән һәммә йән эйәһе тоҡом-тоҡом булып сыҡты.

20 Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.

21 Раббы ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.

22 Ер имен-аман торғанда: сәсеү менән ураҡ, эҫе менән һыуыҡ, йәй менән ҡыш, көн менән төн һәр ваҡыт буласаҡ», – тине.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan