Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 7 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Раббы Нухҡа былай тине: – Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың.

2 Ер йөҙөндә тоҡомдары һаҡланып ҡалһын өсөн хәләл хайуандарҙың һәр төрөнән аталы-инәле етешәр, хәрәм хайуандарҙан аталы-инәле икешәрҙе,

3 шулай уҡ ҡоштарҙан аталы-инәле етешәрҙе ал.

4 Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен.

5 Нух бөтәһен дә Раббы бойорғанса эшләне.

6 Ер йөҙөнә туфан ҡалҡҡан саҡта, Нухҡа алты йөҙ йәш ине.

7 Нух туфан һыуынан ҡотолор өсөн улдары, ҡатыны, килендәре менән кәмәгә менде.

8 Һәр төрлө хәләл һәм хәрәм хайуандарҙан, ҡош-ҡорттан һәм һөйрәлеүселәрҙән

9 аталы-инәле ҡушарлап-ҡушарлап Нух янына килеп, кәмәгә менделәр. Алла нисек бойорһа, шулай булды.

10 Ете көн үтте, һәм ергә туфан ҡалҡты.

11 Нухҡа алты йөҙөнсө йәш барғанда, йылдың икенсе айының ун етенсе көнөндә йырылдылыр сикһеҙ даръя һыуы, асылдылыр күктең ҡабағы –

12 ҡырҡ көн ҡойолдо ергә туфан һыуы, ҡырҡ төн яуҙы туфан ямғыры.

13 Нух улдары Шем, Хам, Йәфәҫ, ҡатыны, өс килене менән тап ошо көндө кәмәгә инде.

14 Улар менән бергә һәр төрлө хайуандар, мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, һәр төрлө ҡоштар береһе артынан береһе тоҡом-тоҡом булып кәмәгә менде.

15 Уның кәмәһенә тере йән эйәләренең бөтә тоҡомдары ҡушарлап

16 аталы-инәле инде – Алла бойорғанса булды. Нух кергәс, Раббы көплө кәмәнең ишеген ябып ҡуйҙы.

17 Ҡырҡ көн дауам итте туфан.

18 Һыу артҡандан-арта барҙы, ерҙе тотош ҡаплап алды һәм кәмә һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй башланы.

19 Һыу күтәрелгәндән-күтәрелде, ер өҫтөндәге бөтә бейек тауҙарҙы баҫып китте.

20 Тауҙарҙың өҫтөнән һыу ун биш терһәк күтәрелде, улар һыу аҫтында ҡалды.

21 Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды;

22 һулыш алған бөтә тереклек ҡырылды.

23 Раббы ер йөҙөндә булған бөтә йән эйәһен юҡҡа сығарҙы: кеше менән бергә мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, күктәге ҡоштарға тиклем бөтә нәмә үлеп бөттө. Нух менән уның кәмәһендә булғандар ғына иҫән ҡалды.

24 Туфан йөҙ илле көн дауам итте.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan