Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 50 - Башкирский ВЗ (неполный)


Яҡупты ерләү

1 Йософ атаһының өҫтөнә йығылды, илай-илай мәрхүмде үпте.

2 Һуңынан үҙ хеҙмәтендәге табиптарға атаһының мәйетен бәлзәмләргә әмер бирҙе. Табиптар Исраилды бәлзәмләргә кереште.

3 Был эш ҡырҡ көн буйы дауам итте, сөнки бәлзәмләү өсөн шул тиклем ваҡыт талап ителә ине. Мысырҙар етмеш көн Исраил өсөн йәш түкте.

4 Матәм көндәре тамамланғас, Йософ фирғәүендең һарай әһелдәренә мөржәғәт итеп: – Әгәр ҙә күңелегеҙгә хуш килһәм, фирғәүенгә әйтегеҙ әле, – тине. –

5 Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.

6 Фирғәүен рөхсәт бирҙе. – Бар, атайыңды ҡуйып ҡайт. Антыңды үтә, – тине.

7 Йософ атаһын ерләргә тип юлға сыҡты, уның менән бергә фирғәүендең барлыҡ түрәләре, бөтә һанаттары, Мысыр иленең аҡһаҡалдары,

8 Йософтоң бар ғаиләһе, ағай-энеһе һәм атаһының өйөндәге кешеләр китте. Гошен ерендә бары тик бала-саға менән мал-тыуар ғына ҡалды.

9 Улар менән бергә атлылар һәм арбалылар ҙа юлға сыҡты, шуға күрә ҙур бер төркөм булып барҙылар.

10 Иордан аръяғындағы Горен-Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай-илай матәм йолаһын үткәрҙеләр. Йософ атаһы өсөн ете көн йәш түкте.

11 Ҡәнғәндә йәшәгән кешеләр Горен-Атадтағы матәмде күреп: – Ҡара, нисек үкһеп илай был мысырҙар! – тиеште. Шуға ла Иордан аръяғындағы был урын Авел-Мисраим тип атала.

12 Яҡуптың улдары аталарының ихтыярын үтәне:

13 уны Ҡәнғәнгә алып ҡайтып, Мамре ҡаршыһындағы Махпела баҫыуында булған мәмерйәлә дәфен ҡылдылар. Был мәмерйәне Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп баҫыуы менән бергә һатып алғайны.

14 Атаһын ерләгәс, Йософ, уның ағай-энеһе, улар менән барған бөтә кешеләр Мысырға әйләнеп ҡайтты.


Йософтоң туғандарын тынысландырыуы

15 Аталары үлгәндән һуң, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?»

16 Шуға күрә Йософҡа хәбәр ебәрҙеләр: «Вафаты алдынан атайың былай тип васыят итте: барып Йософҡа әйтегеҙ:

17 „Һинән шуны һорайым: ағайҙарыңдың гонаһын, ғәйептәрен – һиңә күрһәткән яуызлыҡтарын ярлыҡаһаң ине“. Инде һин беҙҙе, атайың Аллаһының ҡолдарын, ғәфү итә күр инде! Йософ был һүҙҙәрҙе илай-илай тыңланы.

18 Шунан туғандары килеп, уның алдында ергә ҡапланды: – Бына беҙ һинең ҡолдарың! – тинеләр.

19 Йософ уларға: – Ҡурҡмағыҙ, – тип яуап бирҙе. – Мин Алламы ни?

20 Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: әле күреп тораһығыҙ, шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды!

21 Ҡурҡмағыҙ. Мин һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы хәстрләрмен. Күңелдәренә хуш килерҙәй һүҙҙәр әйтеп, Йософ туғандарын тынысландырҙы.


Йософтоң вафаты

22 Йософ бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырҙа төпләнде. Ул йөҙ ҙә ун йыл йәшәне;

23 уға бүләләрен – Әфраимдың ейәндәрен күрергә, Менашшеның улы Махирҙың яңы тыуған балаларын алдына алырға насип булды.

24 Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.

25 Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.

26 Йософ йөҙ ҙә ун йәшендә вафат булды. Уны бәлзәмләп, Мысырҙа бер табутҡа һалдылар.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan