Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 5 - Башкирский ВЗ (неполный)


Әҙәмдең Нухҡа тиклемге нәҫел-ырыуы

1 Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе. Алла кешене яратҡанда, уны Үҙенә оҡшатып яратты.

2 Алла уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты, уларға фатиха ҡылды. Яратҡан көнөндә уларға «кеше» тип исем бирҙе.

3 Әҙәмгә йөҙ ҙә утыҙ йәш тулғанда, уның улы тыуҙы – тап үҙенә оҡшағайны һәм үҙе рәүешле ине. Әҙәм уға Шеҫ тип исем бирҙе.

4 Шеҫ тыуғандан һуң, Әҙәм һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла тыуҙы.

5 Әҙәм туғыҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәп вафат булды.

6 Шеҫҡа йөҙ ҙә биш йәш тулғанда, уның улы Әнош тыуҙы.

7 Әнош тыуғандан һуң, Шеҫ һигеҙ йөҙ ете йыл йәшәне; тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.

8 Шеҫ туғыҙ йөҙ ун ике йыл йәшәп вафат булды.

9 Әношҡа туҡһан йәш булғанда улы Ҡынан тыуҙы.

10 Ҡынан тыуғандан һуң, Әнош һигеҙ йөҙ ун биш йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.

11 Әнош туғыҙ йөҙ биш йыл йәшәгәндән һуң вафат булды.

12 Ҡынанға етмеш йәш булғанда улы Маһалалил тыуҙы.

13 Маһалалил тыуғандан һуң, Ҡынан һигеҙ йөҙ ҡырҡ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.

14 Ҡынан туғыҙ йөҙ ун йыл йәшәп вафат булды.

15 Маһалалилға алтмыш биш йәш булғанда, улы Йәрәд тыуҙы.

16 Йәрәд тыуғандан һуң, Маһалалил һигеҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине.

17 Маһалалил һигеҙ йөҙ туҡһан биш йыл йәшәп вафат булды.

18 Йәрәдкә йөҙ ҙә алтмыш ике йәш булғанда, уның улы Ханох тыуҙы.

19 Ханох тыуғандан һуң, Йәрәд һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.

20 Туғыҙ йөҙ алтмыш ике йыл йәшәп, Йәрәд вафат булды.

21 Ханохҡа алтмыш биш йәш булғанда, улы Меҫушелах тыуҙы.

22 Меҫушелах тыуғандан һуң, Ханох өс йөҙ йыл йәшәне, ғүмере буйына ул Алла юлында йөрөнө. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.

23 Ханох өс йөҙ ҙә алтмыш биш йәш йәшәне,

24 ғүмере буйы ул Алла юлында йөрөнө. Шунан Ханох юҡ булды, сөнки Алла уны Үҙ янына алды.

25 Меҫушелахҡа йөҙ ҙә һикһән ете йәш булғанда, уның улы Ләмәх тыуҙы.

26 Ләмәх тыуғандан һуң, Меҫушелах ете йөҙ һикһән ике йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла бар ине.

27 Меҫушелах туғыҙ йөҙ алтмыш туғыҙ йыл йәшәп вафат булды.

28 Ләмәхкә йөҙ ҙә һикһән ике йәш булғанда, уның улы тыуҙы.

29 Ләмәх уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Раббы ҡәһәрләгән тупраҡты эшкәртеп ҡулдарыбыҙ талсыҡҡанда, ул беҙгә йыуаныс бирер», – тине.

30 Нух тыуғандан һуң, Ләмех биш йөҙ туҡһан биш йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.

31 Ләмәх бөтәһе ете йөҙ етмеш ете йыл йәшәп вафат булды.

32 Нух биш йөҙ йыл йәшәгәндән һуң, уның Шем, Хам һәм Йәфәҫ исемле улдары тыуҙы.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan