Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 46 - Башкирский ВЗ (неполный)


Яҡуптың Мысырға күсеп килеүе

1 Исраил, бөтә мөлкәтен йыйып алып, юлға сыҡты. Беер-Шәвәғкә килеп еткәс, ул атаһы Исхаҡтың Аллаһына бағышлап ҡорбан салды.

2 Шул төндө Алла күренмештә: – Яҡуп, Яҡуп, – тип өндәште. – Эйе, – тип яуап бирҙе Яҡуп.

3 Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.

4 Мысырға һинең менән Мин Үҙем барам, Үҙем үк һине унан алып та сығырмын. Йософ күҙҙәреңде үҙ ҡулдары менән йомдорор.

5 Яҡуп Беер-Шәвәғтән ҡуҙғалып китте. Улдары аталары Яҡупты, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы фирғәүен ебәргән арбаларға ултыртып алып китте;

6 үҙҙәре менән Ҡәнғәндә туплаған мал көтөүҙәре, мөлкәттәре бара ине. Шулай итеп, Яҡуп бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырға күсенде:

7 улдарын, ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен – барлыҡ ырыуын Мысырға алып килде ул.

8 Бына Исраилдың Мысырға күсеп килгән улдарының – Яҡуп менән улдарының исемдәре: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән.

9 Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон һәм Карми.

10 Шимғондың улдары: Йемуел, Ямин, Оһад, Яхин, Сохар һәм ҡәнғәниҙәрҙән алған ҡатынының улы Шаул.

11 Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.

12 Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан, Шела, Пәрәс һәм Зерах. Ғер менән Онан Ҡәнғәндә саҡта уҡ вафат булды, ә Пәрәстең Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы.

13 Исасхарҙың улдары: Толағ, Пуа, Йов һәм Шимрон.

14 Зевулундың улдары: Сәрәд, Элон һәм Яхлеил.

15 Былар Яҡуптың Лиәнән тыуған балалары. Лиә уларҙы һәм ҡыҙы Динәне Паддан-Арамда тапҡайны. Яҡуптың улдары һәм ҡыҙҙары йәмғеһе утыҙ өс кеше ине.

16 Ғадтың улдары: Сифион, Хагги, Шуни, Әсбон, Ғери, Ароди, Арели.

17 Ашерҙың улдары: Имна, Ишуа, Ишуи һәм Бериға. Уларҙың ҡыҙ туғаны Сәрах. Бериғаның улдары: Хәвәр һәм Малкиил.

18 Былар Лавандың ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп биргән Зилпаның Яҡупҡа табып биргән балалары. Улар барлығы ун алты кеше.

19 Яҡуптың ҡатыны Рәхиләнән тыуған улдары: Йософ менән Бинйәмин.

20 Йософтоң Мысырҙа Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫтан Менашше менән Әфраим исемле ике улы тыуҙы.

21 Бинйәминдең улдары: Белағ, Бәхәр, Ашбел, Гера, Нағаман, Әхи, Рош, Муппим, Хуппим һәм Ард.

22 Яҡуп менән Рәхиләнән таралған нәҫел: барлығы ун дүрт кеше.

23 Дандың улы: Хушим.

24 Нафталиҙың улдары: Яхсеил, Гуни, Йесәр һәм Шиллем.

25 Былар Лавандың ҡыҙы Рәхиләгә биргән Билһатан тыуған балалар. Билһа Яҡупҡа бөтәһе ете бала тапты.


Яҡуп улдарының Гошенда төйәкләнеүе

26 Улдарының ҡатындарынан башҡа, Яҡуп нәҫеленән булған һәм уның менән бергә Мысырға күсеп килгән кешеләр бөтәһе алтмыш алты ине. Былар барыһы ла Яҡуптың нәҫеле.

27 Йософтоң Мысырҙа тыуған ике улы менән бергә Яҡуптың Мысырға күскән ғаиләһе етмеш кешенән тора ине.

28 Яҡуп Гошен юлын белешер өсөн Йәһүҙәне Йософҡа алдан ебәргәйне. Улар Гошенға етеп килгәндә,

29 Йософ арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Атаһын күреү менән, атлығып уның муйынына барып һарылды һәм ҡосағында бик оҙаҡ иланы.

30 Исраил Йософҡа: – Һине имен-аман күрҙем, инде үлһәм дә үкенмәйем, – тине.

31 Йософ ағаларына һәм барлыҡ туған-ырыуына: – Хәҙер фирғәүенгә, минең яныма Ҡәнғәндән ағайҙарым менән атайымдың ғаиләһе килде, тип хәбәр итергә барам, – тине. –

32 Улар мал бағыусылар, һарыҡ көтәләр, үҙҙәре менән ваҡ һәм эре малдарын, бөтә мөлкәттәрен алып килгәндәр, тип әйтәм.

33 Фирғәүен һеҙҙе саҡырып: «Нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?» – тип һораһа,

34 былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә төйәкләндерер, сөнки мысырҙар мал көтөүселәрен ерәнгес һанай.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan