Башланмыш 45 - Башкирский ВЗ (неполный)Йософтың туғандарына үҙен танытыуы 1 Йософ эргәһендә торғандар алдында түҙеп тора алмаҫ хәлгә килде. – Бөтәгеҙ ҙә сығығыҙ! – тип ҡысҡырҙы ул. Йософ үҙенең кем икәнен танытҡанда эргәлә сит кешеләрҙән бер кем дә юҡ ине. 2 Ул шул тиклем ҡысҡырып иланы, уны Мысыр кешеләре лә ишетте, һүҙ фирғәүен һарайына ла барып етте. 3 – Мин Йософ, – тине ул ағаларына. – Атайым нисек, иҫәнме әле? Тегеләр иһә шаҡ ҡатып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо. 4 – Яҡын килегеҙ, – тине Йософ. Ағалары уның янына килде. – Был мин, Йософ, – тип өҫтәне, – һеҙ Мысырға һатҡан ҡустығыҙ. 5 Ләкин бының өсөн үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ, өҙгөләнмәгеҙ. Һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн Алла мине бында һеҙҙән алда Үҙе ебәргән. 6 Ер йөҙөндә бына ике йыл инде аслыҡ хөкөм һөрә. Алда тағы биш йыл бар. Ул биш йыл эсендә һөрөү ҙә, урыу ҙа булмаясаҡ. 7 Алла һеҙҙең нәҫел-ырыуығыҙҙы ер йөҙөндә һаҡлар өсөн һәм йәндәрегеҙҙе бөйөк афәттән ҡотҡарып алып ҡалыр өсөн алдан уҡ мине бында ебәргән! 8 Һеҙ түгел – Алла мине бында ебәргән дә шуны насип иткән: фирғәүендең баш вәзире – уның бөтә мөлкәтенең хужаһы һәм бөтә Мысыр ерендә хөкөм йөрөтөүсе булып киттем мин хәҙер. 9 Тиҙерәк атайым янына ҡайтығыҙ ҙа әйтегеҙ уға: «Улың Йософ шуны мәғлүм ҡыла: Алла мине бөтә Мысырҙың хакимы итте. Һис кисекмәҫтән миңә килеп ет. 10 Һин Гошен ерендә төйәкләнерһең, улдарың, улдарыңдың балалары, көтөүҙәрең, мал-мөлкәтең менән бергә минең эргәмдә генә булырһың. 11 Һин унда бер ниндәй нужа күрмәй йәшәрһең, ғаиләң дә, мал-тыуарың да мохтажлыҡ кисермәҫ – сөнки аслыҡ тағы биш йыл дауам итәсәк әле». 12 – Бына күреп тораһығыҙ, – тине Йософ. – Ҡустым Бинйәмин, һин дә күрәһең! Был мин, мин бит һеҙҙең менән һөйләшәм! 13 Мысырҙа минең ниндәй бөйөк һәм шөһрәтле кеше икәнемде атайыма еткерегеҙ. Нимәләр күргәнегеҙҙе һөйләгеҙ ҙә атайымды тиҙерәк бында килтерегеҙ! 14 Ул ҡустыһы Бинйәминде ҡосаҡлап алды ла илап ебәрҙе, Бинйәмин дә уны ҡосаҡлап иланы. 15 Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды. 16 Йософҡа ағайҙарының килеүе тураһында фирғәүен һарайына ла барып ишетелде. Фирғәүен дә, уның һарай әһелдәре лә был хәбәрҙе хуш күреп ҡабул итте. 17 Фирғәүен Йософҡа былай тине: – Ағайҙарыңа әйт, былай эшләһендәр: йөк хайуандарына кәрәк-яраҡтарын тейәһендәр ҙә Ҡәнғәнгә юлланһындар. 18 Ҡайтып, атайығыҙҙы һәм бөтә ғаиләгеҙҙе алып, бында кире әйләнеп килһендәр. Мин уларға Мысырҙың иң яҡшы ерҙәренән урын бирермен. Тупрағы май һымаҡ ерҙәрҙең емештәрен ашап йәшәрһегеҙ. 19 Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға өсөн арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр. 20 Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр. 21 Исраил улдары шулай эшләне. Йософ, фирғәүен әйткәнсә, уларға арбалар, юлға аҙыҡ, 22 һәр береһенә өр-яңы кейем, Бинйәмингә өс йөҙ шекел көмөш һәм биш ҡат кейем бирҙе. 23 Атаһына Мысыр ерендәге һәр төрлө ниғмәттән ун ишәккә тейәп оҙатты, ун инә ишәккә иген, икмәк, юлға башҡа төрлө аҙыҡ-түлек тейәтте. 24 Туғандарын оҙатҡанда Йософ: – Юлда ғауғалашмағыҙ, – тип ҡалды. 25 Улар Мысырҙан китеп, Ҡәнғәнгә аталары янына ҡайтып етте. 26 – Йософ тере, – тине улар Яҡупҡа, – хәҙер ул бөтә Мысырға идара итә. Яҡуптың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды: уларға ышана алманы. 27 Ләкин улдары уға Йософтоң әйтеп ебәргән һүҙҙәрен һөйләгәс, үҙен алырға тип Йософ ебәргән арбаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәс, Исраилдың рухы күтәрелде, 28 былай тине: – Етте! Улым Йософ иҫән-һау! Үлерҙән алда уны барып күрәйем! |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia