Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 44 - Башкирский ВЗ (неполный)


Табылған туҫтаҡ

1 Йософ өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине: – Уларҙың тоҡтарын күтәрә алған тиклем ашлыҡ менән тултыр. Һәр береһенең тоғоноң ауыҙына алып килгән көмөшөн кире һал.

2 Ә иң кесеһенең тоғона көмөш менән бергә минең көмөш туҫтағымды ла һал. Хеҙмәтсе, Йософ нисек ҡушһа, шулай эшләне.

3 Таң атыу менән туғандарға ишәктәрен алып юлға сығырға рөхсәт иттеләр.

4 Улар ҡаланан сығып алыҫ китеп тә өлгөрмәне, Йософ өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине: – Тиҙ генә уларҙы ҡыуып ет! Ә ҡыуып еткәс: «Ниңә һеҙ яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙегеҙ?

5 Хужам шарап эсә, күрәҙәлек итә торған туҫтаҡ түгелме һуң был? Бик насар эш ҡылғанһығыҙ», – тип әйт.

6 Баш хеҙмәтсе уларҙы ҡыуып етте лә ҡушылғанды әйтте.

7 Ағай-эне быға яуап итеп: – Ниңә улай тиһең, хакимым? Беҙ ҡолдарың һис кенә лә быны эшләй алмаҫ инек.

8 Беҙ тоғобоҙҙа ҡайтҡан көмөштө лә Ҡәнғәндән һиңә кире килтерҙек бит! Шулай булғас, хужаңдың өйөнән көмөшөн йәки алтынын ала булабыҙмы ни беҙ?

9 Әгәр беҙҙең беребеҙҙә урланған әйбер табылһа, әйҙә, ул үлтерелһен, ә беҙ хакимыбыҙҙың ҡолдары булып ҡалайыҡ.

10 – Яҡшы, һеҙ әйткәнсә булһын, – тине баш хеҙмәтсе, – тик урланған әйбер кемдә табылһа, шул ҡол булып ҡалыр, ә ҡалғандар өйҙәренә ҡайтып китер.

11 Туғандар ҡабаланып тоҡтарын ергә төшөрҙө, ауыҙҙарын систе.

12 Хеҙмәтсе уларҙың барыһын да тәртип буйынса – олоһонан кесеһенә тиклем – тикшерҙе: туҫтаҡ Бинйәминдә табылды.

13 Ағайҙары ҡайғынан кейемдәрен йыртҡыланы, йөктәрен ишәктәренә кире тейәп ҡалаға әйләнеп килде.

14 Йәһүҙә менән туғандары килгәндә Йософ өйҙә ине. Уның алдына йөҙтүбән йығылдылар.

15 Йософ былай тине: – Ниңә быны эшләнегеҙ? Минең кеүек кеше күрәҙәлек итеп белә алыр, тип уйламанығыҙмы?

16 – Ни әйтәйек инде, хакимым? – тине Йәһүҙә. – Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы күрһәтте. Инде беҙ ҙә, туҫтаҡ табылған кеше лә хакимыбыҙҙың ҡолобоҙ.

17 – Юҡ, – тине Йософ, – мин улай эшләмәйем! Туҫтаҡ кемдә табылған, шул кеше минең ҡолом була, ә һеҙ тыныс ҡына атайығыҙ янына ҡайтып китегеҙ.


Йәһүҙәнең Бинйәмин өсөн ялбарыуы

18 Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине: – Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит!

19 Һин, хакимым, беҙ ҡолдарыңдан: атайығыҙ бармы, ағай-энегеҙ тағы бармы тип һорағайның.

20 Беҙ һин хакимыбыҙға: атайыбыҙ бар, тик ул ҡарт инде, уның иң кесе улы бар, тип әйткәйнек. Был уның ҡартайғас ҡына тыуған балаһы. Ул бер әсәнән тыуған балаларҙан яңғыҙы ғына иҫән ҡалды, ә ағаһы үлде, тигәйнек. Атайыбыҙ уны ныҡ ярата.

21 Һин иһә беҙ ҡолдарыңа: «Уны яныма алып килегеҙ, үҙ күҙҙәрем менән күрәйем, – тинең.

22 Беҙ, хакимыбыҙ, һиңә уға атайыбыҙҙы ҡалдырып китергә ярамай, атайыбыҙ уның менән айырылышыуҙы күтәрә алмаясаҡ, тигәйнек.

23 Ә һин беҙ фәҡирҙәреңә, кесе ҡустығыҙ килмәһә, күҙемә лә күренмәгеҙ, тинең.

24 Беҙ өйгә, һинең ҡолоң атайыбыҙ янына, ҡайтҡас, уға һин әйткән һүҙҙәрҙе еткерҙек, хакимым.

25 Ә атайыбыҙ: «Тағы барығыҙ, беҙгә аҙыраҡ ризыҡ алып ҡайтығыҙ», – тигәс,

26 уға: «Бәләкәй ҡустыбыҙҙан башҡа бармайбыҙ, унан башҡа беҙ ул кешенең күҙенә лә күренә алмайбыҙ», – тинек.

27 Шунан һуң атайыбыҙ, һинең ҡолоң, беҙгә былай тине: «Үҙегеҙ беләһегеҙ: ҡатыным ике ул тапҡайны.

28 Береһе эргәмдән китте. Уны берәй йыртҡыс ботарлағандыр тип уйланым, бүтән мин уны күрмәнем.

29 Хәҙер икенсеһен дә алып китәһегеҙ. Әгәр уның менән бер-бер хәл булып ҡуйһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғынан гүргә индерәһегеҙ инде».

30 Хәҙер мин өйгә атайым, һинең ҡолоң янына, уның йәндәй күргән улынан башҡа ҡайта аламмы?

31 Атайыбыҙ уның арабыҙҙа юҡ икәнен күреү менән йән бирәсәк. Һинең ҡолоң, сал сәсле атайыбыҙ, беҙҙең арҡала ҡайғыһынан гүргә төшәсәк!

32 Мин ҡолоң, атайыма: башым менән яуап бирәм, ҡустымды алып ҡайтмаһам, һинең алда ғүмерем буйы ғәйепле булырмын, тигәйнем.

33 Зинһар, бында уның урынына хакимыма ҡол булып мин ҡалайым! Ә ул ағалары менән ҡайтып китһен.

34 Мин унан башҡа өйгә ҡайтып, атайымдың хәсрәткә батҡанын күрә алмайым!

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan