Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 42 - Башкирский ВЗ (неполный)


Йософтоң ағаларының Мысырға килеүе

1 Мысырҙа иген барлығын ишетеп, Яҡуп улдарына: – Нимә бер-берегеҙгә һалышып ятаһығыҙ? – тине.

2 – Мысырҙа иген бар тип ишеттем. Барығыҙ, һатып алып ҡайтығыҙ, юҡһа, бөтәбеҙ ҙә үлербеҙ.

3 Йософтоң ун ағаһы Мысырға иген алырға китте.

4 Тик Бинйәминде, Йософтоң бер ҡарында ятҡан ҡустыһын ғына, Яҡуп үҙ янынан ебәрмәне: уның менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡты.

5 Исраил уландары Мысырға иген алырға тип килгән кешеләр төркөмөнә ҡушылды, сөнки бөтә Ҡәнғән аслыҡтан яфалана ине.

6 Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды.

7 Йософ туғандарын күреү менән таныны, әммә үҙен танытманы, ҡаты итеп: – Ҡайҙан килдегеҙ? – тип һораны. – Ҡәнғәндән, иген алырға тип килгәйнек, – тип яуап бирҙе улар.

8 Йософ ағаларын таныһа ла, ағалары уны таныманы.

9 Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине: – Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.

10 – Юҡ, хакимым! – тине улар. – Беҙ, ҡолдарың, ризыҡ алырға килдек.

11 Беҙ барыбыҙ ҙа бер ата балалары, намыҫлы кешеләр. Беҙ, ҡолдарың, шымсы түгел.

12 – Юҡ, – тине Йософ, – еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә уңайлы булғанын белер өсөн килгәнһегеҙ.

13 – Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, – тип яуап бирҙе туғандары. – Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡәнғәндән килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ юҡ инде.

14 – Әйттем бит, – тине Йософ, – һеҙ шымсылар.

15 Бына мин һеҙҙе нисек итеп һынаясаҡмын: фирғәүендең ғүмере менән ант итәм, иң кесе туғанығыҙ килмәйенсә, һеҙ бынан китә алмаясаҡһығыҙ.

16 Берегеҙҙе уның артынан ебәрегеҙ, ә ҡалғандарығыҙ әлегә һаҡ аҫтында булыр – шунан һүҙегеҙ дөрөҫмө-түгелме икәне асыҡланыр. Дөрөҫөн һөйләмәгән булһағыҙ – тимәк, һеҙ шымсылар. Фирғәүендең ғүмере менән ант итәм!

17 Йософ уларҙы өс көнгә зинданға ябып ҡуйҙы.

18 Өсөнсө көндө уларға былай тине: – Мин әйткәнде эшләһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, сөнки мин Алланан ҡурҡам.

19 Әгәр һеҙ, ысынлап та, намыҫлы кешеләр икәнһегеҙ, берегеҙ төрмәлә ҡалһын, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтһын да

20 кесе туғанығыҙ менән бында кире килһен. Әгәр һүҙҙәрегеҙ дөрөҫкә сыҡһа, йәнегеҙҙе ҡотҡарырһығыҙ. Улар күнде.

21 – Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! – тип һөйләштеләр үҙ-ара. – Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, уны ҡыҙғанманыҡ. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!

22 Рәүвән былай тине: – Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.

23 Ағай-энеләре Йософтоң үҙҙәрен аңлап торғанын белмәне, сөнки Йософ улар менән тәржемәсе аша һөйләшкәйне.

24 Ә Йософ ситкә китте лә илап ебәрҙе. Һуңынан кире килеп, улар менән тағы һөйләште, шунан, Шимғонды һайлап алып, башҡа туғандары алдында уны бәйләргә ҡушты.

25 Артабан ул тоҡтарға иген тултырырға, һәр береһенең тоғона үҙҙәре алып килгән көмөштө кире һалып, юлға аҙыҡ бирергә бойорҙо. Шулай эшләнде.

26 Туғандар, ишәктәренә иген тейәп, өйҙәренә ҡайтып китте.

27 Төндә ялға туҡтаған саҡта уларҙың береһе, ишәген ашатам тип, тоҡ ауыҙын сискәйне, өҫтә генә ятҡан көмөштө күреп ҡалды!

28 – Минең көмөшөм үҙемә кире ҡайтҡан! – тине ул туғандарына. – Бына ул, өҫтә генә ята. Уларҙың йөрәге ҡупты. Дер ҡалтырап, бер-береһенә: – Ни ҡыла икән беҙҙең менән Алла? – тиештеләр.

29 Ҡәнғәнгә, аталары янына ҡайтҡас, үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе һөйләп бирҙеләр:

30 – Ул ерҙә идара иткән кеше беҙҙең менән ҡаты һөйләште, беҙҙе был илгә шымсылыҡ итергә килгән тип уйланы.

31 Әйттек: беҙ шымсы түгел, намыҫлы кешеләрбеҙ,

32 беҙ бер ата балалары, ун ике туғанбыҙ; беребеҙ юҡ инде, иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән Ҡәнғәндә ҡалды, тинек.

33 Ә ул ил менән идара иткән кеше беҙгә былай тине: «Мин һеҙҙең намыҫлы кешеләрме, әллә юҡмы икәнегеҙҙе тикшерәм: берегеҙ бында ҡалһын, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтып бирегеҙ ҙә

34 иң кесе ҡустығыҙ менән бында кире килегеҙ. Шул саҡта мин һеҙҙең шымсылар түгел, ә намыҫлы кешеләр булыуығыҙға ышанырмын – туғанығыҙҙы ла ебәрермен, һеҙгә беҙҙең ерҙәрҙә иркен йөрөргә лә рөхсәт итермен».

35 Йөктәрен бушата башлағайнылар, һәр береһенең тоғонан көмөш һалынған аҡса янсығы килеп сыҡты. Быны күреп, ағай-энеләрҙең дә, аталарының да ҡото осто.

36 Аталары Яҡуп уларға: – Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!

37 Рәүвән атаһына былай тине: – Әгәр ҙә мәгәр Бинйәминде кире алып ҡайтмаһам, ике улымды үлтер. Миңә ышанып тапшыр ҡустымды, уны һиңә кире алып ҡайтасаҡмын.

38 – Юҡ, – тине Яҡуп, – улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan