Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 41 - Башкирский ВЗ (неполный)


Йософтоң фирғәүендең төшөн юрауы

1 Ике йыл үткәндән һуң, фирғәүен бер төш күрҙе: имеш тә, ул Нил йылғаһы ярында тора ине,

2 шул саҡ Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты. Матур, көр был һыйырҙар яр буйындағы ҡамышлыҡта утлай башланы.

3 Ул арала Нилдан арыҡ һәм хәлһеҙ тағы ете һыйыр килеп сыҡты ла теге һыйырҙар янына барып баҫты.

4 Арыҡ, көсһөҙ һыйырҙар теге матур, көр һыйырҙарҙы ашаны. Шунда фирғәүен йоҡоһонан уянды.

5 Яңынан йоҡлап киткәс, икенсе төш күрҙе: имеш, бер һабаҡта ете туҡ башаҡ үҫеп сыҡты.

6 Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты ла,

7 бына ғәләмәт, ошо буш башаҡтар ашлыҡ бөртөктәре менән тулы теге башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы. Шундай төштәр күреп уянды фирғәүен.

8 Хафаға төшкән фирғәүен, иртәнсәк Мысырҙың бөтә сихырсыларын һәм аҡыл эйәләрен саҡыртып, күргән төштәрен һөйләне, әммә уларҙы берәү ҙә юрай алманы.

9 Шунда шарап ҡойоусылар башлығы фирғәүенгә былай тине: – Мин бөгөн гонаһымды иҫемә төшөрҙөм.

10 Бер ваҡыт фирғәүен беҙ ҡолдарына асыуланды ла – баш икмәксе менән мине һаҡсылар башлығы йортондағы зинданға япты.

11 Бер төндө икебеҙ ҙә төш күрҙек. Уларҙың мәғәнәләре төрлө ине.

12 Беҙҙең менән бергә һаҡсылар башлығының ҡоло булған йәш ғиври бар ине. Беҙ уға төштәребеҙҙе һөйләнек. Ул беҙгә юраны, һәр беребеҙгә нимә аңлатҡанын әйтеп бирҙе.

13 Ул нисек юраған булһа, шулай килеп сыҡты: мин элекке урыныма ҡайтарылдым, ә баш икмәксе аҫылды.

14 Фирғәүен Йософ артынан кеше ебәрҙе. Уны йәһәт кенә зиндандан сығарҙылар. Йософ ҡырынып, кейемен алмаштырып фирғәүен янына килде.

15 – Мин төш күргәйнем, ләкин уны берәү ҙә юрай белмәй. Ә мин һинең турала, төш юрай белә икән, тип ишеткәйнем, – тине фирғәүен Йософҡа.

16 – Был минең ҡөҙрәтемдә түгел, – тине Йософ. – Фирғәүенгә хәйерле яуапты Алла Үҙе бирер.

17 Фирғәүен Йософҡа былай тип һөйләй башланы: – Мин төшөмдә Нил йылғаһы ярында торам, имеш тә,

18 Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты, имеш, тип күрҙем. Көр, матур был һыйырҙар яр буйындағы ҡамышта утлай башланы.

19 Ул арала Нилдан тағы ете һыйыр сыҡты, тик улар шундай арыҡ һәм хәлһеҙҙәр, ҡоро һөйәк тә тиренән генә торалар – мин Мысырҙа бындай һыйырҙарҙы бер ҡасан да күргәнем юҡ.

20 Ошо ябыҡ һәм һөмһөҙ һыйырҙар теге көр һыйырҙарҙы ашаны ла ҡуйҙы.

21 Һимеҙ һыйырҙар уларҙың ҡорһаҡтарына инеп юғалһа ла, теге һыйырҙар элеккесә арыҡ көйө ҡалды. Мин уянып киттем.

22 Шунан икенсе төш күрҙем: бер һабаҡта ете башаҡ үҫеп сыҡҡан икән тим, башаҡтары яҡшы, туҡ ине.

23 Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты.

24 Ошо буш башаҡтар теге туҡ башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы! Төштәремде күрәҙәселәргә һөйләгәйнем, әммә улар бер ни ҙә әйтә алманы.

25 Йософ фирғәүенгә былай тине: – Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.

26 Ете һимеҙ һыйыр ете йылды аңлата, ете туҡ башаҡ та шулай уҡ ете йыл. Йәғни быларҙың икеһенең дә мәғәнәһе бер.

27 Ә улар артынан сыҡҡан арыҡ һәм насар ете һыйыр – был тағы ете йыл. Ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ та шуны уҡ – ете йылға һуҙыласаҡ аслыҡты аңлата.

28 Бына шуның өсөн Алла фирғәүенгә күрәсәген белдерә тип әйткәйнем.

29 Мысыр ерендә ете йыл муллыҡ, туҡлыҡ буласаҡ,

30 ләкин унан һуң ете йыл аслыҡ булып, шул муллыҡтың эҙе лә ҡалмайынса юҡҡа сығасаҡ. Аслыҡтан ил бөләсәк,

31 ә элекке муллыҡтың эҙе лә ҡалмаясаҡ – йотлоҡ шундай көслө буласаҡ.

32 Ә төштөң ике тапҡыр күренеүе Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡламай ғәмәлгә ашырасаҡ, тигәнде аңлата.

33 Шуға күрә лә фирғәүенгә, зирәк аҡыллы берәй кешене табып, Мысырға уны идарасы итеп ҡуйыу кәрәктер.

34 Фирғәүен бөтә ил буйынса түрәләр ҡуйһын, улар алдағы ете муллыҡ йылында халыҡ үҫтергән уңыштың биштән бер өлөшөн йыйып алһын.

35 Уңдырышлы йылдарҙа тупланған был аҙыҡ-түлек ҡалаларҙа фирғәүен ҡарамағындағы келәттәрҙә тупланһын.

36 Был һаҡлыҡ иген Мысырға ябырыласаҡ ете йыллыҡ аслыҡ дәүеренә, йәғни илде йотлоҡтан ҡотҡарыу өсөн ҡалдырылһын.


Йософтоң Мысыр хакимы булыуы

37 Йософтоң һүҙҙәре фирғәүен менән һарай әһелдәренең күңеленә хуш килде.

38 – Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, – тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. – Алла рухы бар унда!

39 Шунан ул Йософҡа былай тине: – Быларҙы Алла һиңә асҡан икән, тимәк, һинән дә зирәгерәк һәм аҡыллыраҡ башҡа кеше юҡ.

40 Ошо көндән алып минең биләмәләремдә һин хөкөм йөрөтәсәкһең, халҡым һине тыңлаясаҡ. Бары тик тәхетем менән генә мин һинән юғарыраҡ буласаҡмын.

41 – Шуны бел: мин һине бөтә Мысырға идара итергә ҡуям.

42 Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.

43 Уға үҙенекенән ҡала икенсе дәрәжәләге арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине. Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идарасы итеп ҡуйҙы.

44 – Мин фирғәүендең ихтыяры шундай, – тине ул Йософҡа. – Ошо көндән башлап бөтә Мысыр ерендә һис кем һинһеҙ ҡулын да, аяғын да ҡыбырҙатмаҫ.

45 Фирғәүен Йософҡа Сафнаҫ-Пағнеах тигән мысыр исеме бирҙе һәм уны Аснаҫ исемле ҡыҙға өйләндерҙе, Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы ине ул. Йософ Мысыр менән идара итә башланы.

46 Фирғәүенгә хеҙмәт итә башлағанда Йософҡа утыҙ йәш ине. Фирғәүен янынан китеп, Йософ бөтә Мысырҙы йөрөп сыҡты.

47 Ете туҡлыҡ йылында ер мул уңыш бирҙе.

48 Мысырҙа был йылдарҙа йыйылған бөтә игенде Йософ ҡалаларға бүлде – һәр ҡалаға уның тирә-яғында йыйып алынған игенде һала барҙы.

49 Ул диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул тиклем күп иген йыйҙы – хатта иҫәп алып барыуҙан туҡтаны, сөнки һанап бөтөрлөк түгел ине.

50 Йотлоҡ башланғансы Он ҡалаһы ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫ Йософҡа ике ул табып бирҙе.

51 Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», – тине.

52 «Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим тигән исем бирҙе.

53 Мысырҙа ете уңдырышлы йыл үтеп китте.

54 Йософ юрағанса, ете йыллыҡ аслыҡ башланды. Был аслыҡ башҡа илдәрҙе лә солғап алды, ә Мысырҙа иген күп ине.

55 Аслыҡ башланып, Мысыр халҡы фирғәүенгә ашлыҡ һорап ялбарырға тотонғас, ул: – Барығыҙ, Йософтан һорағыҙ, Йософ ни әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине.

56 Бөтә ерҙә аслыҡ ине. Йософ, иген бураларын асып, Мысыр халҡына иген һатырға тотондо. Мысырҙа йотлоҡ көсәйә барҙы.

57 Башҡа илдәрҙән дә Йософтан ашлыҡ һатып алырға Мысырға ағылдылар, сөнки бөтә ерҙә аслыҡ ҡотора ине.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan