Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 40 - Башкирский ВЗ (неполный)


Йософтоң тотҡондарҙың төштәрен юрауы

1 Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, батшаның шарап ҡойоусыһы менән икмәк бешереүсеһе үҙ хакимдары – Мысыр батшаһы алдында ғәйепкә тарыны.

2 Фирғәүен был һанаттарына – баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксегә – бик ныҡ асыуланды ла

3 уларҙы һаҡсылар түрәһе йортондағы төрмәгә, Йософ ултырған зинданға ябырға ҡушты.

4 Һаҡсылар түрәһе Йософто уларға хеҙмәтсе итеп тәғәйенләне. Улар шулай бер ни тиклем ваҡыт зинданда бергә булдылар.

5 Бына бер көндө Мысыр батшаһының зинданда тотҡон булып ултырған шарап ҡойоусыһы менән икмәксеһе төш күрҙе. Икеһенең төшө ике төрлө, мәғәнәләре лә төрлөсә ине.

6 Йософ иртәнсәк улар янына ингәйне, быларҙың нимәгәлер күңелдәре тыныс түгел икәнен күрҙе.

7 Йософ үҙе менән бергә һаҡсылар башлығының өйөндәге зинданда ултырған фирғәүен һарайы әһелдәренән: – Ниңә бөгөн йөҙөгөҙ бик бойоҡ? – тип һораны.

8 Улар Йософҡа: – Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр. – Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине.

9 Шарап ҡойоусылар башлығы Йософҡа төшөн һөйләне: – Миңә шундай төш керҙе: имеш, алдымда йөҙөм ағасы ботағы.

10 Унан өс үҫенте киткән. Бына улар үҫә башланы ла, имеш, сәскә атты, шунан емештәр хасил булды, ҡараһам, бешеп тә еттеләр.

11 Ҡулымда фирғәүендең һауыты икән, тим. Мин йөҙөм тәлгәшен өҙөп алдым да, һутын теге һауытҡа һығып, фирғәүенгә бирҙем.

12 – Төшөңдөң мәғәнәһе шул, – тине уға Йософ. – Өс үҫенте – өс көн ул.

13 Өс көн үтер – фирғәүен һине тағы күтәрер: элекке урыныңа кире ҡуйыр ҙа һин уға элеккесә шарап ҡойоп, шараплы туҫтаҡне уның ҡулына тоттороп торорһоң.

14 Тик һин миңә лә ярҙам ит: үҙең бәхеткә ирешкәс, мине лә онотма, фирғәүен менән һөйләшкәндә минең турала йылы һүҙ әйт, бынан ҡотҡар мине!

15 Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нимә лә эшләмәнем!

16 Баш икмәксе төштөң хәйерлегә юралыуын күреп, Йософҡа: – Ә мин шундай төш күрҙем, – тине. – Башым өҫтөндә өс кәрзин, имеш;

17 өҫкөһөндә фирғәүен өсөн бешерелгән төрлө-төрлө икмәктәр. Шул кәрзиндәге аҙыҡты ҡоштар суҡый икән, тим.

18 – Һинең төшөңдөң мәғәнәһе былай, – тине уға Йософ. – Өс кәрзин – өс көн ул.

19 Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә күтәрер: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.

20 Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе –

21 шарап ҡойоусылар башлығын элекке урынына ҡайтарҙы; ул тағы шараплы туҫтаҡты фирғәүен ҡулына тоттороп тора башланы;

22 ә баш икмәксене дарға аҫтырҙы – Йософ нисек әйтһә, шулай булды.

23 Әммә шарап ҡойоусы Йософто ла, уның үтенесен дә онотто.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan