Башланмыш 38 - Башкирский ВЗ (неполный)Йәһүҙә менән Тамар 1 Шул ваҡытта Йәһүҙә, ағай-энеләре янынан китеп, Ғадулламдан Хира исемле бер кеше эргәһенә урынлашты. 2 Шунда уға Ҡәнғәндән Шуға исемле берәүҙең ҡыҙы оҡшап ҡалды. Йәһүҙә уға өйләнде, 3 ҡатыны ауырға ҡалып, ул тапты – Йәһүҙә уға Ғер тип исем бирҙе. 4 Шуға, тағы ауырға ҡалып, икенсегә ул тапты һәм уға Онан исеме ҡушты. 5 Һуңыраҡ тағы бер бала тапты ла уға Шела тип исем ҡушты. Был ваҡытта Йәһүҙә Кезивта ине. 6 Тәүге улы Ғерҙы Йәһүҙә Тамар исемле ҡыҙға өйләндерҙе, 7 Ғер гел генә золом ҡылғанға, Раббы уны хушһынманы, уға әжәл ебәрҙе. 8 Йәһүҙә Онанға: – Ағайыңдың тол ҡалған ҡатынын ал, – тине. – Ағайыңды алыштырып, уның нәҫелен дауам итерһең. 9 Онан Тамар тапҡан балалар уныҡы булып иҫәпләнмәҫен белә ине. Шуға күрә ағаһына бала яралтмаҫ өсөн ул Тамар менән йоҡлағанда орлоғон гел ситкә ағыҙҙы. 10 Уның был ҡылығын Раббы хушһынманы, шуның өсөн Раббы уға ла әжәл ебәрҙе. 11 Йәһүҙә килене Тамарға: – Улым Шела үҫеп еткәнсе, атаң йортонда тол ҡатын булараҡ йәшәп тор, – тине. Ағалары кеүек быныһы ла үлеп ҡуймаһын тип уйланы ул. Шулай итеп, Тамар атаһы йортона ҡайтты. 12 Байтаҡ ваҡыт үтте. Шуғаның ҡыҙы, йәғни Йәһүҙәнең ҡатыны, вафат булды. Ҡатынын ерләп, хәсрәт көндәрен үткәргәс, Йәһүҙә дуҫы – Ғадуллам кешеһе Хира менән һарыҡ йөнө ҡырҡырға Тимнаға китте. 13 Тамар ҡайныһының Тимнаға һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткәнен белеп ҡалды. 14 Ул тол ҡатындар кейә торған кейемдәрен сисеп, йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн баштан-аяҡ бөркәнсек ябынды ла Ғенайим ҡапҡаһы янына килеп ултырҙы – был Тимнаға барған юл буйында ине. Сөнки Шела үҫеп етһә лә, үҙен уға ҡатынлыҡҡа алырға уйламағандарын аңлағайны. 15 Йәһүҙә, Тамарҙы күреп, уны фәхишә тип уйланы, сөнки бите бөркәнсек менән ҡапланғайны. 16 Ул ҡатын янына килде лә: – Һинең менән ятам, – тине. Үҙенең килене икәне башына ла килмәне! Ә ҡатын унан: – Минең менән ятҡан өсөн нимә бирәһең? – тип һораны. 17 – Һиңә мин кәзә бәрәсе ебәрермен, – тине Йәһүҙә. Ҡатын уға: – Ҡасан ебәргәнсе берәй әйбереңде ҡалдырып тор, – тине. 18 – Нимә бирәйем һуң? – тип һораны Йәһүҙә. – Мисәтең тағылған бау менән ҡулыңдағы таяғыңды, – тине ҡатын. Йәһүҙә ҡатынға һораған әйберҙәрен бирҙе лә уның менән ятты, ә Тамар унан ауырға ҡалды. 19 Бынан һуң ҡатын ҡайтып китте һәм, төрөнгән бөркәнсеген ташлап, тол ҡатындарса кейенеп алды. 20 Йәһүҙә һуңынан дуҫын – Ғадуллам кешеһен – кәзә бәрәсе илтеп, аманатты кире алырға ебәрҙе, әммә ул ҡатынды таба алманы. 21 Ул бындағы кешеләрҙән һораша башланы: – Ғенайим юлында ултырған ҡорам фәхишәһе ҡайҙа икән? Әммә уға: – Унда бер ниндәй ҙә ҡорам фәхишәһе ултырғаны булманы, – тип яуап бирҙеләр. 22 Ул Йәһүҙәгә кире килде лә былай тине: – Мин уны таба алманым. Ә урындағы кешеләр, унда бер ниндәй ҙә фәхишәнең булғаны юҡ, тине. 23 – Ярай, әйберҙәр унда ҡалһын әйҙә, оятҡа ҡалмаһаҡ булды. Мин кәзә бәрәсе ебәрҙем, ә һин уны таба алмағанһың. 24 Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә: – Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, – тип хәбәр иттеләр. – Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, – тип әмер бирҙе Йәһүҙә. 25 Тамарҙы язаға алып килгәс, ул ҡайныһына: – Мин ошо әйберҙәрҙең хужаһынан ауырлымын, – тип хәбәр ебәрҙе. – Зинһар, ҡара әле, бынау бәйле мисәт менән таяҡ кемдеке? 26 Йәһүҙә үҙенең әйберҙәрен таныны. – Киленем минән хаҡлыраҡ, – тине. – Мин улым Шеланы уға өйләндермәгәйнем. Йәһүҙә башҡаса уның менән яҡынлыҡ ҡылманы. 27 Тыуыр мәл еткәс, Тамарҙың балаларының игеҙәк булғаны асыҡланды. 28 Тыуымға килгән сабыйҙарҙың береһе ҡулын сығарҙы. Кендек инәһе уға ал еп бәйләне лә: «Быныһы беренсе булып сыҡты», – тине. 29 Әммә бала ҡулын кире тартып алды ла икенсеһе – уның ҡустыһы донъяға килде. «Һин үҙеңә нисек юл ярҙың?» – тип һораны кендек инәһе; шуға уға Пәрәс тип исем бирҙеләр. 30 Уның артынан ҡулындағы ал еп менән икенсеһе лә донъяға килде. Уға Зерах тигән исем ҡуштылар. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia