Башланмыш 35 - Башкирский ВЗ (неполный)Яҡуптың Бейт-Илгә ҡайтыуы 1 Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә. 2 Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине: – Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ. 3 Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итте, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине ташламаны. 4 Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шәхәм янындағы ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы. 5 Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы. 6 Яҡуп һәммә кешеһе менән Ҡәнғән ерендәге Луз (йәғни Бейт-Ил) ҡалаһына килде, 7 шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Эл-Бейт-Эл тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне. 8 Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булғас, уны Бейт-Илдән түбәндәрәк бер имән ағасы төбөнә ерләнеләр. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут тигән исем бирелде. 9 Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә 10 былай тине: – Исемең Яҡуп ине, инде һин Яҡуп түгел. Ошонан башлап исемең Исраил булыр! Шулай итеп, Ул уға Исраил тигән исем бирҙе. 11 Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар! 12 Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа, Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә. 13 Алла Яҡуп янынан киткәс, 14 Яҡуп Алла үҙе менән һөйләшкән урынға таш бағана ҡуйҙы ла ошо таш өҫтөнә түкмә ҡорбан итеп шарап менән зәйтүн майы ҡойҙо. 15 Яҡуп үҙе менән Алла һөйләшкән был урынды Бейт-Ил тип атаны. Рәхилә менән Исхаҡтың вафаты 16 Улар Бейт-Илдән китеп, Әфраҫаға яҡынлашҡас, Рәхиләне тулғаҡ тота башланы. Ул балаһын таба алмай яфаланды. 17 Тулғаҡ ғазабынан өҙгөләнгәнендә, кендек инәһе уға: – Ҡурҡма, – тине. – Ҡара, һинең тағы улың бар. 18 Үлем өҫтөндәге Рәхилә һуңғы һулышында улына Бен-Они тип исем бирҙе. Әммә атаһы уны икенсе төрлө – Бинйәмин тип атаны. 19 Рәхилә вафат булды. Уны Әфраҫаға, йәғни Бейт-Ләхәмгә барған юл буйында ерләнеләр. 20 Яҡуп уның ҡәбере өҫтөнә таш бағана ҡуйҙы. Был таш Рәхиләнең ҡәбере өҫтөндә әлегәсә тора. 21 Исраил юлын дауам итте һәм Мигдал-Ғедәр аръяғында сатыр ҡорҙо. 22 Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине. 23 Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун. 24 Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин. 25 Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали. 26 Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпаның улдары: Ғад һәм Ашер. Былар Яҡуптың Паддан-Арамда тыуған улдары. 27 Яҡуп, ҡасандыр Ибраһим менән Исхаҡ килмешәк булып күсеп йөрөгән ерҙәргә – Ҡыръяҫ-Арбаға, йәғни Хеврондағы Мамреға, атаһы Исхаҡ янына килде. 28 Исхаҡ йөҙ ҙә һикһән йыл йәшәне. 29 Ул ҡартайып, был тормошта күререн күреп вафат булды һәм ата-бабаларына ҡушылды. Уны улдары Ғаяз менән Яҡуп ерләне. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia