Башланмыш 34 - Башкирский ВЗ (неполный)Динә һәм Шәхәм халҡы 1 Яҡуптың Лиәнән тыуған ҡыҙы Динә бер көндө бындағы ҡыҙҙарҙы күрергә тип ҡалаға сыҡты. 2 Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне. 3 Ул Яҡуптың ҡыҙы Динәгә ғашиҡ булды, һөйөүе хаҡында матур һүҙҙәр әйтте, 4 ә атаһы Хаморға: – Шул ҡыҙҙы миңә кәләш итеп алып бир, – тип ялынды. 5 Яҡуп ҡыҙы Динәнең мәсхәрә ителеүен ишетте, әммә, улдары яланда мал янында булғанлыҡтан, улар ҡайтҡансы бер нәмә лә өндәшмәне. 6 Шәхәмдең атаһы Хамор Яҡуп менән һөйләшергә килде. 7 Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине! 8 Хамор уларға былай тине: – Улым Шәхәм ҡыҙығыҙға ғашиҡ булған. Зинһар, уны уға ҡатын итеп бирегеҙ! 9 Беҙҙең менән туғанлашырһығыҙ, һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы беҙҙең егеттәргә кейәүгә бирегеҙ, ә беҙҙең ҡыҙҙарҙы үҙегеҙгә кәләш итеп алығыҙ. 10 Бергәләшеп татыу йәшәйек. Илебеҙ күҙ алдығыҙҙа – ошонда ҡайҙа теләһәгеҙ шунда төйәкләнегеҙ, ер биләй алаһығыҙ. 11 Ә Шәхәм үҙе Динәнең атаһы менән ағаларына былай тине: – Әгәр күңелегеҙгә хуш килһәм, мин һеҙгә нимә һораһағыҙ ҙа бирергә әҙермен! 12 Иң ҙур ҡалым, иң бай бүләктәр һорағыҙ – бер ни йәл түгел, тик ҡыҙығыҙҙы миңә кәләш итеп бирегеҙ. 13 Яҡуптың улдары, һеңлеләре Динәне мәсхәрә иткән Шәхәмгә һәм уның атаһы Хаморға хәйлә менән яуап бирҙе. 14 – Беҙ улай итә алмайбыҙ, – тине улар. – Һеңлебеҙҙе сөннәтһеҙ кешегә биреү беҙҙең өсөн хурлыҡ. 15 Беҙ тик бер шарт менән генә риза була алабыҙ: әгәр һеҙ беҙҙең кеүек булһағыҙ – ирҙәрегеҙҙең барыһын да сөннәткә ултыртһағыҙ ғына. 16 Шул ваҡытта беҙ һеҙгә ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кәләш итеп алырбыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәп, бер халыҡ булып китербеҙ. 17 Әгәр инде беҙҙе тыңламаһағыҙ, сөннәткә ултырмаһағыҙ, һеңлебеҙҙе алабыҙ ҙа бынан китәбеҙ. 18 Хамор менән Шәхәм был шартҡа күнде. 19 Йәш егет был эште һуҙып торманы, сөнки Яҡуптың ҡыҙын шул тиклем ярата ине. Ә ул атаһының нәҫел-ырыуы араһында иң хөрмәтле кеше ине. 20 Хамор менән Шәхәм, ҡала ҡапҡаһына сығып, ҡалала йәшәүселәргә: 21 – Был кешеләр беҙҙе дуҫ күрәләр. Әйҙә, улар беҙҙең ерҙә урынлашып, иркен күсеп йөрөһөндәр. Ер күп бит. Беҙ уларҙың ҡыҙҙарына өйләнербеҙ, уларға үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ. 22 Тик уларҙың беҙҙең менән бер халыҡ булып йәшәү өсөн шарттары бар: беҙҙә бөтә ирҙәр ҙә, уларҙағы кеүек, сөннәтләнергә тейеш. 23 Әгәр шул шартты ҡабул итһәк, уларҙың көтөүҙәре, мөлкәте, мал-тыуары беҙҙеке буласаҡ, улар беҙҙең менән йәшәйәсәк! 24 Ҡала ҡапҡаһы янына йыйылған кешеләр Хамор менән уның улы Шәхәмдең әйткәненә риза булды, бөтә ирҙәр ҙә сөннәткә ултырҙы. 25 Ә өсөнсө көнөнә, улар һыҙланышып ятҡанда, Яҡуптың улдары Шимғон менән Леви бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ҡалаға инде лә бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәрҙе. 26 Хамор менән Шәхәмде лә һуйып, Шәхәмдең өйөнән Динәне алып сығып киттеләр. 27 Шунан, һуйыш булған урынға кире килеп, Яҡуптың улдары һеңлеләре мәсхәрә ителгән ҡаланы таланы. 28 Улар һарыҡ, һыйыр, ишәктәрҙе ҡыуып алып китте, ҡалала һәм баҫыуҙа нимә тапһа, шуны алды. 29 Ҡала кешеләренең бөтә мөлкәтен, уларҙың бала-сағаларын, ҡатын-ҡыҙҙарын әсир иттеләр, йорттарҙағы бөтә булған нәмәне алып киттеләр. 30 Яҡуп Шимғон менән Левиға: – Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ – ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе миңә дошман иттегеҙ, – тине. – Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ырыуыбыҙ һәләк булыр! 31 Шимғон менән Леви: – Ә һеңлебеҙҙе, аҙғын ҡыҙ һымаҡ итеп, мыҫҡыл итергә ярай инеме ни? – тип яуапланылар. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia