Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 33 - Башкирский ВЗ (неполный)


Яҡуп менән Ғаяздың осрашыуы

1 Яҡуп ҡарағайны, күреп ҡалды: ҡаршыһына ағаһы Ғаяз һәм уның менән тағы дүрт йөҙләп кеше килә. Яҡуп Лиәнең, Рәхиләнең, тағы ике йәриәһенең балаларына әсәләре менән бергә торорға ҡушты.

2 Уларҙы шулай теҙеп ҡуйҙы: алда – балалары менән йәриәләре, улар артында – балалары менән Лиә, уларҙан һуң – Рәхилә менән Йософ.

3 Яҡуп үҙе алдан китте һәм, ағаһы янына барып еткәнсе, уның алдында ете тапҡыр ергә ҡапланды.

4 Ғаяз иһә йүгереп уның ҡаршыһына килде лә ҡосаҡлап алды, күкрәгенә ҡыҫып үбә башланы. Икеһе лә илап ебәрҙеләр.

5 Ҡатындар менән балаларға ҡарап, Ғаяз: – Кемдәрең был һинең? – тип һораны. – Былар миңә, һинең ҡолоңа, Алла биргән балалар, – тип яуап ҡайтарҙы Яҡуп.

6 Йәриәләре балалары менән килеп, Ғаязға баш эйҙе.

7 Унан һуң балалары менән Лиә, уның артынан Рәхилә менән Йософ килеп баш эйҙе.

8 – Ә миңә юлда осраған ниндәй көтөү-көтөү мал ине ул? – тип һораны Ғаяз. – Был һинең мәрхәмәтеңә лайыҡ булыу өсөн, – тине Яҡуп.

9 – Минең бөтә нәмәм дә етә, ҡустым. Үҙ байлығың үҙеңә ҡалһын, – тине Ғаяз.

10 – Юҡ, – тип яуап бирҙе Яҡуп, – әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, бүләктәремде ҡабул итеп ал, зинһар! Һине күреү минең өсөн Алланың үҙен күреү менән бер булды – һин бит мине ихлас ҡаршы алдың.

11 Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар. Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды.

12 – Әйҙә, юлыбыҙҙы дауам итәйек, – тине Ғаяз Яҡупҡа. – Мин һинең менән бергә барам.

13 Әммә Яҡуп: – Үҙең беләһең, хакимым, бала-саға тиҙ арый, имеҙгән кәзә-һарыҡты, һауын һыйырҙарҙы ашыҡтырып ҡыуһаң, бер көн эсендә хәлдән тайырҙар.

14 Әйҙә, хакимым, һин алдан кит, ә мин ҡолоң арттан – бала-саға, мал-тыуар менән әкрен генә барырмын. Сеғирға, һинең яныңа, хакимым, шулай барып етермен әле.

15 – Кешеләремдең бер нисәһен һинең менән ҡалдырайым, – тип тәҡдим итте Ғаяз. – Кәрәкмәҫ ул, – тип яуапланы Яҡуп. – Һинең мине яҡшы ҡабул итеүең үҙе еткән.

16 Шул уҡ көндә Ғаяз Сеғирға ҡайтып китте,

17 ә Яҡуп Суккоҫҡа табан йүнәлде. Шунда ул үҙенә йорт, ә малдарына кәртәләр эшләне. Шуға күрә был урынды Суккоҫ тип атаны.

18 Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡәнғәндең Шәхәм ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды.

19 Ул сатырын ҡорған ер билмәһен Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан йөҙ ҡыситаға һатып алды.

20 Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan