Башланмыш 32 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Яҡуп үҙ юлы менән китте һәм уны Алланың фәрештәләре ҡаршы алды. 2 Яҡуп, уларҙы күргәс: – Алла тупламылыр был, – тине лә был урынды Маханаим тип атаны. Яҡуптың Ғаяз менән осрашырға әҙерләнеүе 3 Яҡуп Эдом илендәге Сеғир еренә ағаһы Ғаязға сапҡын ебәреп, 4 уға шуны еткерергә ҡушты: – Хакимым Ғаязға шул мәғлүм булһын: «Ҡолоң Яҡуп оҙаҡ ҡына ситтә, Лаванда йәшәне. 5 Хәҙер минең эре һәм ваҡ малым, ишәктәрем, ҡолдарым һәм ҡолиәләрем бар. Мин һиңә, хакимыма, ошо хәбәрҙе ебәреп, ыңғай ҡарашыңа өмөт итәм». 6 Әйләнеп килгән сапҡындар Яҡупҡа: – Ағайың Ғаяз янында булдыҡ, – тинеләр. – Ул дүрт йөҙ кеше менән һиңә ҡаршы килә. 7 Яҡуптың ҡото осто, ҡаушап төштө. Үҙе менән булған кешеләрен, мал-тыуарын, дөйәләрен ике тупламға бүлде. 8 «Әгәр Ғаяз бер тупламға һөжүм итһә, – тип уйланы Яҡуп, – икенсеһе ҡасып ҡотола алыр». 9 Шунан былай тип ялбарҙы: – Олатайым Ибраһимдың Аллаһы, атайым Исхаҡтың Аллаһы! Раббым, Һин миңә йортома, туғандарым янына ҡайтырға бойорҙоң, игелек ҡылырмын, тинең! 10 Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам. 11 Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә мине лә, балаларым менән әсәләрен дә үлтерер! 12 Эй Раббым, Мин һиңә игелек ҡылырмын, тоҡомоңдо диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы ишәйтермен, тип вәғәҙә иткәйнең бит! 13 Яҡуп ул төндө шунда үткәрҙе лә иртәгәһен Ғаязға бүләккә көтөүҙәренән мал – 14 ике йөҙ кәзә, егерме кәзә тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе, 15 буталары менән утыҙ баш һауын дөйә, ҡырҡ һыйыр, ун үгеҙ, егерме инә ишәк, ун ата ишәк һайлап алды. 16 Уларҙы хеҙмәтселәренә тапшырҙы, һәр көтөүгә айырым ҡыуғынсы ҡуйҙы ла: – Минән алда китегеҙ, бер көтөү менән икенсе көтөү араһында ара ҡалдырып һәр берегеҙ айырым-айырым барығыҙ, – тине. 17 – Ағайым Ғаязды осратҡас, – тине ул ҡыуғынсыларҙың тәүгеһенә, – ул һинән: «Хужаң кем? Ҡайҙа бараһың? Кемдең малын ҡыуаһың?» – тип һорар. 18 Әйт: «Был ҡолоң Яҡуптың малы, ул уны бүләк итеп хакимы Ғаязға ебәрҙе. Ә Яҡуп үҙе арттан килә». 19 Икенсе ҡыуғынсыға ла, өсөнсөһөнә лә, ҡалғандарына ла Ғаяз менән осрашҡанда бер үк һүҙҙе әйтергә – 20 мотлаҡ рәүештә: «Ҡолоң Яҡуп арттан килә», – тип өҫтәргә ҡушты. Шул рәүешле алдан бүләктәр ебәреп, Яҡуп Ғаяздың күңелен йомшартырға булды. Ә һуңынан уның күҙенә үҙем күренермен, бәлки, шунан ул мине яҡшы ҡабул итер, тип уйланы. 21 Бүләктәрен алдан ебәреп, Яҡуп тупламда ҡунырға ҡалды. Яҡуптың Алла менән көрәшеүе 22 Яҡуп төндә тороп ике ҡатынын, ике йәриәһен, ун бер улын алды ла Яббоҡ йылғаһын кисеп сыҡты. 23 Уларҙың барыһын да ҡаршы ярға сығарҙы, булған бөтә нәмәһен күсерҙе лә 24 бер үҙе ҡалды. Бына бер ваҡыт Кемдер Берәү уның менән алыша башланы – таң атҡансы көрәште ул. 25 Яҡупты еңә алмаҫын күреп, Ул уның янбашына быуынын сығарғансы һуҡты ла былай тине: 26 – Ебәр мине. Таң атты инде. – Миңә фатихаңды бирмәйенсә ебәрмәйем, – тине Яҡуп. 27 – Исемең кем? – тип һораны Теге. – Яҡуп, – тине. 28 Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең. 29 – Үҙеңдең исемеңде әйтһәңсе! – тип үтенде Яҡуп. Әммә Теге яуап бирҙе: – Ни өсөн һин Минең исемемде һорайһың? Ошонда Ул Яҡупҡа фатиха бирҙе. 30 Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине. 31 Ҡояш сыҡҡан саҡта Яҡуп Пениилдан китте. Уның бер аяғы аҡһай ине. 32 Шуға күрә Исраилдың нәҫел-нәсәбе ошо көнгә тиклем хайуан ботондағы һеңерле итте ашамай – Яҡуп менән Алышҡан Зат уның янбашындағы тап ошо еренә һуҡҡан бит. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia