Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 31 - Башкирский ВЗ (неполный)


Яҡуптың Лавандан ҡасып китеүе

1 Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында: – Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! – тип һөйләгәнен ишетеп ҡалды.

2 Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.

3 Раббы Яҡупҡа: – Ата-бабаларың йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, – тине. – Мин һине ташламам.

4 Яҡуп, көтөүебеҙ йөрөгән яланға килһендәр тип, Рәхилә менән Лиә артынан кеше ебәрҙе

5 һәм уларға былай тине: – Күреп торам: атайығыҙҙың миңә мөнәсәбәте элекке кеүек түгел. Әммә атайымдың Аллаһы минең менән.

6 Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: атайығыҙға арымай-талмай хеҙмәт иттем,

7 ә ул мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата яуызлыҡ эшләргә юл ҡуйманы.

8 Әгәр атайығыҙ миңә: «Һиңә ала малдар менән түләйем», – тиһә, бөтә мал ала булып тыуҙы. «Һиңә буйлы мал менән түләйем», – тиһә, барлыҡ бәрәстәр буйлы булып тыуҙы.

9 Шулай итеп, Алла атайығыҙҙың малдарын алды, миңә бирҙе.

10 Бер ваҡыт мал ҡасҡан ваҡытта кәзәләрҙе ҡасырған тәкәләр гел буйлы, ала йәки сыбар, имеш, тип төш күргәйнем.

11 Алланың фәрештәһе миңә төшөмдә: «Яҡуп», – тип өндәште. «Эйе», – тинем мин.

12 Ул миңә былай тине: «Ҡара, кәзәләрҙе ҡасырған бөтә тәкәләр – йә буйлы, йә ала, йә сыбар. Лавандың һиңә ни ҡылғанын Мин күреп торам.

13 Мин – Бейт-Илдәге Алла бит, таш бағанаға зәйтүн майы ҡойоп, һин унда Миңә нәҙер әйткәйнең. Хәҙер инде тор ҙа был ерҙән кит, тыуған тупрағыңа ҡайт».

14 Рәхилә менән Лиә Яҡупҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Атайыбыҙҙың мөлкәтендә беҙҙең өлөшөбөҙ йәки мираҫыбыҙ ҡалдымы ни әле?

15 Беҙҙе ул сит кешеләргә һанай; сөнки беҙҙе һатты, ә беҙҙең өсөн алған көмөштө ашап бөттө.

16 Шулай булғас, Алла атайыбыҙҙан тартып алған бөтә байлыҡ беҙҙеке һәм балаларыбыҙҙыҡы. Әйҙә, Алла һиңә ни бойорһа, шуны эшлә.

17 Яҡуп бала-сағалары менән ҡатындарын дөйәләргә мендерҙе,

18 йыйған бөтә байлығын, Паддан-Арамда үрсеткән малдарын алды ла Ҡәнғәнгә, үҙ атаһы Исхаҡ янына ҡайтыу яғына ыңғайланы.

19 Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.

20 Шулай итеп, Яҡуп уға бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡайтып китеүе менән арами Лаванды алданы.

21 Ул бөтә мал-мөлкәтен алып, Евфрат йылғаһын аша сыҡты ла Ғилғәд тауҙарына табан йүнәлде.


Лавандың Яҡупты ҡыуа төшөүе

22 Өсөнсө көндө Лаванға Яҡуптың ҡасып киткәнен әйттеләр.

23 Лаван туған-тыумасаһын йыйҙы ла Яҡуп артынан баҫтыра төштө. Ете көндән һуң ул уны Ғилғәд тауҙарында ҡыуып етте.

24 Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!

25 Лаван Яҡуптың янында ғына ине инде. Яҡуп, Ғилғәд тауында туҡталып, сатырҙарын ҡороп ебәргәйне. Лаван да туғандары менән бергә шунда сатырҙарын ҡорҙо.

26 Лаван Яҡупҡа былай тине: – Ни эшләнең һин? Ниңә һин мине алдап, ҡыҙҙарымды ҡорал аҫтындағы әсирҙәй итеп алып киттең!

27 Нишләп миңә бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡасып сығып киттең? Мин бит һине йырлап-бейеп, дөңгөр ҡағып, арфа ҡылдары сиртеп оҙатыр инем.

28 Ә һин миңә хатта ҡыҙҙарым, ейәндәрем менән хушлашып, уларҙы үбеп ҡалырға ла форсат бирмәнең! Алйотлоҡ ҡылдың һин!

29 Бының ҡонон ҡайтарырға ла ҡулымдан килә минең, әммә бөгөн төндә атайың Аллаһы: «Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!» – тине.

30 – Ярай, – тип дауам итте Лаван, – һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымды урланың?

31 Яҡуп Лаванға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Мин ҡыҙҙарыңды тартып алырһың, тип ҡурҡтым.

32 Әммә илаһтарың берәйһендә табылһа, ул бәндә тере ҡалмаясаҡ. Туған-ырыуыбыҙҙың күҙ алдында бөтә нәмәмде лә тикшер ҙә үҙеңдеке булған әйберҙе ал. Яҡуп илаһ һындарын Рәхилә урлағанын белмәй ине.

33 Лаван Яҡуптың да, Лиәнең дә, ике хеҙмәтсе ҡатындың да сатырҙарын ҡарап сыҡты, әммә бер нәмә лә тапманы. Лиәнең сатырынан сыҡҡас, ул Рәхиләнең сатырына инде.

34 Ул арала Рәхилә илаһ һындарын алып, дөйә эйәре аҫтына тыҡты ла үҙе өҫтөнә менеп ултырҙы. Атаһы сатырҙа ни тиклем аҡтарынһа ла, илаһтарҙы тапманы.

35 Рәхилә уға: – Асыуланма, атай, мин ҡатын-ҡыҙ ауырыуы менән ауырығанлыҡтан, тора алмайым, – тине. Лаван бөтә ерҙә эҙләһә лә, бер ни ҙә тапманы.

36 Яҡуп бик ныҡ асыуланып Лаванды ғәйепләй башланы. – Шул саҡлы артымдан ҡыуырлыҡ ни ғәйебем, ни гонаһым бар минең?

37 Бөтә әйберемде аҡтарып ҡарап сыҡтың – нимәңде таптың? Күрһәт, әйҙә, үҙеңдең дә, минең дә туғандарым алдында – хөкөм итһендәр беҙҙе.

38 Һиңә егерме йыл эшләнем, мин барҙа бер кәзәң дә, бер һарығың да бәрәс һалманы. Хатта көтөүеңдәге бер һарыҡ тәкәһен дә һуйып ашаманым.

39 Малыңды йыртҡыс тамаҡлаған саҡтарҙа ла уны һиңә килтереп торманым, зыянды үҙем ҡапланым. Көндөҙ юғаламы малың, төндәме – һин минән талап иттең.

40 Көндөҙ эҫенән, төндә һыуыҡтан йонсоном, күҙ ҙә йомманым.

41 Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң.

42 Әгәр ҙә мәгәр ата-бабам Аллаһы – Ибраһим Аллаһы һәм Исхаҡ ҡурҡып-тетрәнеп торған Алла минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.

43 Лаван Яҡупҡа былай тип яуап бирҙе: – Был ҡатындар – минең ҡыҙҙарым, балалар – минең ейәндәрем, мал – минең малым. Бында һинең күҙ алдыңдағы бөтә нәмә – минеке. Ҡыҙҙарымды, ейәндәремде ҡыйырһыта буламмы ни?

44 Әйҙә, үҙ-ара килешеү төҙөйөк, ул беҙҙең арала шаһит булһын.

45 Яҡуп бер ҙур ташты алды ла уны бағана итеп баҫтырып ҡуйҙы.

46 Шунан туғандарына: – Таш йыйығыҙ, – тине. Улар таштан бер өйөм яһаны. Һуңынан шуның янында ашап-эстеләр.

47 Лаван был өйөмдө Егар-Саһадута, ә Яҡуп Галғед тип атаны.

48 Шунан Лаван: – Был таш өйөмө килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, – тине. Шуға күрә был урынды Галғед тип атайҙар.

49 Уны тағы Миспа тип тә йөрөтәләр, сөнки Лаван былай тип тә өҫтәне: – Бер-беребеҙҙән айырылышҡас, икебеҙҙе лә Раббы күҙәтеп торһон.

50 Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙҙарымды ҡыйырһытһаң йәки улар өҫтөнән ҡатын алһаң, хәтереңдә тот: кеше түгел, ә Алла шаһит беҙгә.

51 – Ҡара уны, – тине Лаван тағы Яҡупҡа, – был таш өйөмө һәм арабыҙға мин ҡуйған был таш бағана –

52 беҙҙең шаһиттарыбыҙ. Был өйөм янынан һинең яғыңа яман уй менән мин дә сығыр булмам, өйөм менән таш бағанының биръяғына һин дә яман уй менән сығаһы булма.

53 Ибраһимдың, Нахорҙың һәм уларҙың ата-бабаларының Аллаһы арабыҙҙа хөкөм ҡылһын. Яҡуп атаһы Исхаҡ тетрәнеп торған Алла менән ант итте.

54 Шунан Яҡуп тауҙа ҡорбан килтереп, туғандарын мәжлескә саҡырҙы. Ашап-эскәндән һуң, улар шул тауҙа йоҡларға ҡалды.

55 Иртәгәһен Лаван, ейәндәре менән ҡыҙҙарын үбеп, фатихаһын бирҙе лә өйөнә ҡайтып китте.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan