Башланмыш 30 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Яҡупҡа бала таба алмағаны өсөн Рәхилә апаһына ҡарата көнсөллөк менән янды. – Бала бир миңә, – тине ул Яҡупҡа, – юғиһә мин үләм! 2 Әммә Яҡуп асыуланып: – Мин ни эшләйем? Түлһеҙ иткән Алламы ни мин һиңә? – тип яуап бирҙе. 3 – Бына һиңә минең хеҙмәтсем Билһа, – тине Рәхилә. – Йоҡла шуның менән. Ул тапҡан баланы теҙемә ҡабул итәйем дә, исмаһам, ул сабый минеке булыр! 4 Рәхилә Яҡупҡа ҡол ҡыҙ Билһаны йәриә итеп бирҙе. Яҡуп уның менән йоҡланы, 5 Билһа ауырға ҡалды ла Яҡупҡа ир бала табып бирҙе. 6 – Миңә Алла ғәҙел хөкөмөн ҡылды. Ул, ялбарыуҙарымды ҡабул итеп, миңә ул бирҙе, – тине Рәхилә. Ул малайға Дан тип исем ҡушты. 7 Ә Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһа, яңынан ауырға ҡалып, Яҡупҡа тағы бер малай табып бирҙе. 8 – Апайым менән йәнтәслим ярыштым мин, – тине Рәхилә, – бына мин еңдем. Ул малайға Нафтали тип исем ҡушты. 9 Ул арала Лиә, үҙенең бала тапмаҫын белеп, хеҙмәтсеһе Зилпаны Яҡупҡа йәриә итеп бирҙе. 10 Зилпа ла Яҡупҡа ир бала тапты. 11 – Мин даланлымын! – тине Лиә. Малайға Ғад тип исем бирҙе. 12 Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпа Яҡупҡа тағы бер малай тапты. 13 – Бәхет бит был, – тине Лиә. – Хәҙер ҡатындар минең турала, бигерәк бәхетле, тиерҙәр, инде. Малайҙы ул Ашер тип атаны. 14 Бер саҡ, бойҙай урағы ваҡытында, Рәүвән баҫыуҙа һөйҙөргөс үҫемлеге табып алды ла әсәһе Лиәгә килтереп бирҙе. Рәхилә Лиәгә: – Улың тапҡан һөйҙөргөстө миңә бир әле, – тине. 15 – Иремде һалдырып алыуың етмәгән, хәҙер инде минең улым тапҡан һөйҙөргөстө лә алырға итәһеңме? – тине Лиә. – Улыңдың һөйҙөргөсө өсөн бер төнгә һиңә Яҡупты бирәм, – тине Рәхилә, – ул бөгөн төндә һинең менән йоҡлаһын. 16 Кис, Яҡуп баҫыуҙан ҡайтҡас, Лиә уның ҡаршыһына сыҡты ла: – Минең яныма ин. Мин һине, улым тапҡан һөйҙөргөстө биреп, һатып алдым. Ул төндә Яҡуп Лиә менән йоҡланы. 17 Раббы Лиәнең ялбарыуын ишетте, ул тағы ауырға ҡалды һәм Яҡупҡа бишенсе улын табып бирҙе. 18 – Иремде хеҙмәтсе ҡатын менән уртаҡлашҡаным өсөн Алланың бүләкләүелер был, – тине Лиә. Улын Исасхар тип атаны. 19 Лиә, тағы ауырға ҡалып, Яҡупҡа алтынсы ул табып бирҙе. 20 Шунан Лиә былай тине: – Раббы йомарт бүләкләне мине, хәҙер ирем мине хөрмәтләр инде, мин уға алты ул табып бирҙем бит. Улына Зевулун тип исем ҡушты. 21 Һуңынан Лиә ҡыҙ ҙа табып алды, исеме Динә булды. 22 Алла Рәхиләне лә иҫендә тотто, уның теләктәрен ҡабул ҡылды – түл бирҙе. 23 Рәхилә, ауырға ҡалып, ир бала тапты ла: – Алла мине хурлыҡтан – бала тапмай тип кәмһетеүҙән ҡотҡарҙы, – тине. 24 Улына Йософ тип ҡушты. – Раббы миңә иш итеп тағы бер ул бирһен ине, – тип теләне ул. Яҡуптың малдарының күбәйеүе 25 Рәхилә Йософто тапҡандан һуң, Яҡуп Лаванға былай тине: – Миңә үҙ йортома, тыуған яғыма ҡайтырға рөхсәт ит. 26 Балаларым менән ҡатындарымды ла ебәр, мин һиңә шулар өсөн эшләнем бит. Һиңә нисек хеҙмәт иткәнемде һин үҙең дә яҡшы беләһең инде! 27 – Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы. 28 Әжеренә нимә һораһаң да бирермен. 29 – Минең нисек эшләгәнемде үҙең дә белеп тораһың, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Көтөүҙәрең ниндәй һинең хәҙер! 30 Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы һине фатихаланы! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң? 31 – Әйт һуң, һиңә нимә бирәйем? – тип һораны Лаван. – Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй, – тине Яҡуп. – Бер шартымды үтәһәң, малдарыңды артабан да көтөргә ризамын. 32 Әйҙә, бөгөн бөтә көтөүҙәрҙе лә йөрөп сығайыҡ та һин унан барлыҡ ала, аҡ төрткөлө һәм ҡара һарыҡтарҙы, шулай уҡ аҡ төрткөлө һәм ала кәзәләрҙе айырып ал. Киләсәктә ошондай малдар минеке булыр. 33 Һиңә лә минең намыҫлымы-түгелме икәнемде тикшереү еңел булыр: ошо көндән башлап, әгәр ҙә һин түләү хаҡына ниндәй малдар алғанымды ҡарарға килһәң һәм миндә аҡ төрткөлө, ала булмаған кәзә йәки ҡара түгел һарыҡ тапһаң, уларҙы һинән урлап алынған тип уйла. 34 – Яҡшы, – тине Лаван. – Әйҙә, һин әйткәнсә булһын. 35 Шул уҡ көндә Лаван бөтә буйлы, аҡ төрткөлө, ала кәзә тәкәләрен, шулай уҡ бөтә аҡ төрткөлө, ала кәзәләрҙе, барлыҡ ҡара һарыҡ бәрәстәрен айырып алды ла улдарына бирҙе. 36 Лаван улдары менән, көтөүҙәрен алып, Яҡуптан өс көнлөк юл алыҫлығына ситкә китте. Яҡуп иһә ҡайныһының ҡалған ваҡ малын көттө. 37 Ул тирәк, баҙам, чинар ағастарының ботаҡтарын һындырып алды ла буй-буй итеп уларҙың ҡайрыларын һыҙырҙы. 38 Ҡабығы һыҙырылған ботаҡтарҙы ул ялғаштарға һалды – һыу эсергә килгәндә малдар ошо ботаҡтарға ҡараһын өсөн эшләне быны. Сөнки кәзә-һарыҡ тап ошо ваҡытта ҡаса. 39 Малдар ҡасҡан саҡта ошо аҡлы-ҡаралы ботаҡтарға ҡарайҙар ҙа уларҙың бәрәстәре буйлы, ала һәм аҡ төрткөлө булып тыуа ине. 40 Ә Яҡуп һарыҡтарҙы айыра ла Лаван көтөүендәге буйлы һәм ҡара малдарға ҡаратып ҡуйыр булды. Хәҙер Яҡуптың үҙ көтөүҙәре барлыҡҡа килде, уларҙы Лавандың көтөүҙәренән айырым тотто. 41 Һау-сәләмәт малдар ҡасҡан саҡта Яҡуп буйлы ботаҡтарҙы һыу ялғаштарына һалып, уларҙың күҙ алдына ҡуя ине. 42 Ә инде хәлһеҙ малдар ҡасҡанда ботаҡтарҙы һалманы. Шулай итеп, насар мал Лаванға, ә яҡшы мал Яҡупҡа булды. 43 Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia