Башланмыш 28 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Исхаҡ Яҡупты саҡырып алды ла, уға фатихаһын биреп, өгөт-нәсихәтен әйтте: – Ҡәнғән ҡыҙҙарына өйләнәһе булма. 2 Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Беҫуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән. 3 Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен. 4 Алла Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең тоҡомоңа ла бирһен – шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ошо ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың! 5 Исхаҡ улы менән хушлашты, Яҡуп Паддан-Арамға арами Беҫуилдың улы Лаванға китте. Лаван Яҡуп менән Ғаяздың әсәһе Рабиғаның ағаһы ине. 6 Ғаяз Исхаҡтың Яҡупҡа фатиха биреп, уны Паддан-Арамға ҡатын алырға ебәреүен, атаһының фатиха биреү менән бергә Яҡупҡа Ҡәнғән ҡыҙҙарынан ҡатын алмаҫҡа ҡушыуын белде 7 һәм Яҡуптың, ата-әсәһе һүҙен тыңлап, Паддан-Арамға киткәнен дә ишетте. 8 Шунда Ғаяз ҡәнғәни килендәрҙең атаһына оҡшамауын аңланы. 9 Ибраһимдың улы Исмәғилгә китте. Ул башҡа ҡатындары өҫтөнә Исмәғилдең ҡыҙы Махалаҫҡа өйләнде. Махалаҫ Невайоҫтың һеңлеһе ине. Яҡуптың төшө 10 Яҡуп, Беер-Шәвәғтән китеп, Харанға табан юл алды. 11 Бер урынға барып еткәндә, ҡараңғы төшкәйне. Ул баш аҫтына таш һалды ла йоҡларға ятты. 12 Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш. 13 Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм. 14 Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр. 15 Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам. 16 Яҡуп йоҡоһонан уянды ла: – Хаҡтыр бына, Раббы булған урын да баһа был, ә мин шуны белмәгәнмен дә, – тине. Шунан ул шомланып: 17 – Ҡурҡыныс урын бит был! – тип ҡуйҙы. – Был бит Алла йорто, күк ҡапҡаһы. 18 Иртәгәһен Яҡуп торҙо ла баш аҫтына һалып ятҡан ташты һәйкәл һымаҡ баҫтырып ҡуйҙы һәм өҫтөнә зәйтүн майы ҡойҙо. 19 Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған. 20 Яҡуп шундай нәҙер әйтте: – Әгәр Алла мине ташламаһа, юлда мине һаҡлап, икмәк һәм кейем бирһә, 21 әгәр атам йортона иҫән-аман ҡайта алһам, Раббы минең Аллам булыр. 22 Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia