Башланмыш 26 - Башкирский ВЗ (неполный)Исхаҡ һәм Авимәләх 1 Илдә Ибраһим заманындағы йотлоҡтан башҡа тағы бер аслыҡ булды. Исхаҡ Герарға, пелештиҙәр батшаһы Авимәләхкә китте. 2 Раббы Исхаҡҡа күренеп: – Барма Мысырға, – тине. – Мин күрһәткән ерҙә йәшә. 3 Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамды бирермен. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен. 4 Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр – 5 атайың Ибраһим Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне – Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был. 6 Шулай итеп, Исхаҡ Герарҙа йәшәргә ҡалды. 7 Бындағы кешеләр ҡатыны Рабиға тураһында һорашҡас: – Һеңлем ул минең, – тип яуап бирҙе. Ҡатыным, тип әйтергә ҡурҡты, сөнки Рабиғаның матурлығын күреп, мине үлтерерҙәр ҙә уны үҙҙәренә алырҙар, тип уйланы. 8 Әммә байтаҡ ҡына ваҡыт йәшәгәс, пелештиҙәр батшаһы Авимәләх тәҙрәнән Исхаҡтың ҡатынын иркәләгәнен күреп ҡалды. 9 Ул Исхаҡты саҡыртып алды ла: – Ул һинең ҡатының да баһа! Ниңә уны һеңлем тип әйттең? – тип һораны. – Уның арҡаһында мине үлтереп ҡуйырҙар, тип ҡурҡтым, – тине Исхаҡ. 10 – Ни эшләйһең һин? – тине Авимәләх. – Беҙҙең аранан берәйһе ҡатының менән йоҡлаған булһа, ниндәй ғәйепкә тарыр инек! 11 Авимәләх бөтә халҡына шундай иғлан һалды: – Берәйһе был кешегә йәки уның ҡатынына тейә икән, ул кеше үлемгә хөкөм ителәсәк. 12 Был илгә күсеп килгәс, Исхаҡ иген сәсте. Раббының рәхмәте төшөп, ул йылда Исхаҡ йөҙ тапҡыр арттырып уңыш алды. 13 Исхаҡ байығандан-байый барып, ысын байға әйләнде. 14 Уның эреле-ваҡлы малдары, хеҙмәтселәре күбәйҙе. Пелештиҙәр унан көнләшә башланы. 15 Атаһы Ибраһим иҫән саҡта уҡ уның хеҙмәтселәре ҡаҙған бөтә ҡоҙоҡтарҙы пелештиҙәр тупраҡ менән күмеп бөттө. 16 Авимәләх Исхаҡҡа былай тине: – Кит бынан. Һин беҙгә ҡарағанда артыҡ ныҡ көсәйҙең. 17 Исхаҡ унан китеп, Герар үҙәнендә урынлашты һәм шунда сатырҙарын ҡороп ебәрҙе. 18 Исхаҡ атаһы Ибраһим дәүерендә ҡаҙылған һәм ул вафат булғандан һуң пелештиҙәр күмеп бөткән ҡоҙоҡтарҙы яңынан ҡаҙҙы. Был ҡоҙоҡтарға ул ҡасандыр атаһы ҡушҡан исемдәрҙе бирҙе. 19 Бер ваҡыт уның хеҙмәтселәре үҙәндә ҡоҙоҡ ҡаҙып һыу сығарҙы, 20 әммә Герар көтөүселәре: «Был беҙҙең һыу», – тип Исхаҡтың көтөүселәре менән бәхәсләшеп китте. Ыҙғыш ҡоҙоҡ өсөн сыҡҡанлыҡтан, уға Эсек тип исем бирҙеләр. 21 Тағы бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙылар, уның өсөн дә бәхәс сыҡты һәм уны Ситна тип атанылар. 22 Шунан Исхаҡ, тағы арыраҡ китеп, икенсе бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, бында инде бәхәс ҡупманы һәм уға Реховоҫ тип исем ҡушты. «Бына хәҙер Раббы, беҙ күбәйеп китһен тип, иркенлек бирҙе», – тине. 23 Исхаҡ бынан Беер-Шәвәғкә күсте. 24 Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын. 25 Исхаҡ ошо ерҙә ҡорбан усағы яһап, Раббы исеменә доға бағышланы, сатырҙарын ҡороп ебәрҙе, ә хеҙмәтселәре ҡоҙоҡ ҡаҙырға кереште. 26 Авимәләх, кәңәшсеһе Ахуззаҫ һәм ғәскәр башлығы Пихолды эйәртеп, Герарҙан Исхаҡ янына килде. 27 – Ниңә килдегеҙ әле миңә? – тине Исхаҡ. – Һеҙ бит мине дошман күреп, ҡыуып ебәргәйнегеҙ! 28 – Раббының һинең менән булғанын күреп торабыҙ, – тине улар, – шуға күрә беҙ, бер-беребеҙгә ант итешеп, килешеү төҙөйөк тип уйланыҡ. 29 Һинең беҙгә, беҙҙең һиңә зыяныбыҙ теймәһен. Һиңә беҙ ҙә насарлыҡ ҡылманыҡ бит, яҡшылыҡ менән ебәрҙек. Хәҙер инде һин Раббының рәхмәтендә. 30 Исхаҡ уларға мәжлес ойошторҙо, улар ашаны-эсте. 31 Иртән торғас, улар бер-береһенә ант биреште. Исхаҡ ҡунаҡтар менән хушлашты, улар иҫән-аман ҡайтып китте. 32 Шул көндә үк ҡоҙоҡ ҡаҙған хеҙмәтселәр килеп, Исхаҡҡа һыу табыуҙары хаҡында хәбәр итте. 33 Исхаҡ был ҡоҙоҡҡа Шивға тип исем бирҙе. Шуға күрә ҡаланың исеме бөгөнгө көнгә тиклем Беер-Шәвәғ. 34 Ғаяз ҡырҡ йәшендә хитти Беериҙың ҡыҙы Йеһудиҫ менән хитти Элондың ҡыҙы Басмаҫҡа өйләнде. 35 Был ҡатындар Исхаҡ менән Рабиғаның башына бер көйөк булды. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia