Башланмыш 25 - Башкирский ВЗ (неполный)Ибраһимдың вафаты 1 Ибраһим тағы өйләнде, ҡатынының исеме Ҡытура ине. 2 Унан Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдары тыуҙы. 3 Йокшандың Шева менән Дедан исемле улдары булды. Ашшурҙар, летуштар, леумдар – Дедан нәҫелдәре. 4 Мидйәндең улдары: Ғефа, Ғефәр, Ханох, Авидағ һәм Әлдаға. Улар барыһы ла Ҡытураның нәҫелдәре. 5 Ибраһим бөтә мөлкәтен Исхаҡҡа бирҙе. 6 Ә йәриәләренән тыуған улдарын Ибраһим мул бүләктәр биреп ризалатты ла әле үҙе иҫән саҡта уҡ көнсығышҡа – шул яҡтағы ерҙәрҙә үҙаллы йәшәргә ебәрҙе – уларҙы Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты. 7 Ибраһим йөҙ ҙә етмеш биш йыл йәшәне. 8 Ул, оҙон ғүмер һөрөп, фани донъя рәхәтен күреп, ата-бабаларына ҡушылды. 9 Улдары Исхаҡ менән Исмәғил уны хитти кешеһе – Сохар улы Ғәфрондың баҫыуында, Мамре ҡаршыһындағы Махпела мәмерйәһендә ерләне. 10 Был баҫыуҙы Ибраһим хиттиҙәрҙән һатып алғайны. Ибраһим менән ҡатыны Сара ана шунда ҡуйылды. 11 Ибраһим вафат булғандан һуң Раббы уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине. Исмәғил нәҫеле 12 Бына Ибраһим улы Исмәғилдең – Сараның хеҙмәтсеһе мысыр Хәжәрҙән тыуған улының нәҫел шәжәрәһе. 13 Исмәғилдең улдарының исемдәре: – баш балаһы Невайоҫ, артабанғылары – Ҡыдар, Адбеил, Мивсам, 14 Мишмағ, Дума, Масса, 15 Хадад, Тема, Йетур, Нафиш һәм Ҡыдма. 16 Исмәғилдең ун ике улы ла үҙ ырыуҙарының юлбашсыһы булды. Был ырыуҙар йәшәгән һәм күсеп йөрөгән урындар уларҙың исемдәре менән аталды. 17 Исмәғил йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне, шунан һуңғы һулышын алды һәм ата-бабаларына ҡушылды. 18 Уның нәҫел-нәсәбе Хауиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ашшурға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу булманы. Яҡуп менән Ғаяз 19 Бына Ибраһимдың улы Исхаҡтың нәҫел шәжәрәһе. Ибраһимдың улы Исхаҡ 20 Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны. 21 Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды. 22 Сабыйҙар ҡорһағында бер-береһе менән тибешә башланы. Рабиға: – Ни өсөн миңә былай булды әле? – тип аптырап, Раббынан һорарға китте. 23 Раббы уға: «Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер», – тине. 24 Рабиғаның бала табыр ваҡыты еткәс, игеҙәктәр тыуҙы. 25 Тәүгеһе донъяға ҡып-ҡыҙыл һәм йәнлек тиреһе һымаҡ йөнтәҫ булып тыуҙы; уға Ғаяз тип исем ҡуштылар. 26 Уның артынан, Ғаяздың үксәһенә йәбешеп, икенсеһе тыуҙы, уны Яҡуп тип атанылар. Улар тыуғанда Исхаҡҡа алтмыш йәш ине. 27 Малайҙар үҫте. Ғаяз гел ялан ҡыҙырыр булды, мәргән һунарсы булып китте, ә Яҡуп сатырҙан сыҡмай торған тыныс егет ине. 28 Исхаҡ Ғаязды яратыңҡырай, ул тотоп алып ҡайтҡан ҡош-ҡорт менән һыйланыу оҡшай ине. Ә Рабиға Яҡупты яҡыныраҡ күрҙе. 29 Бер ваҡыт Яҡуп ашарға бешереп торғанда, Ғаяз арып һунарҙан ҡайтып инде. 30 – Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, – тине ул Яҡупҡа. – Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Эдом тигән ҡушамат тағылды.) 31 Яҡуп уға: – Тәүҙә һин миңә баш бала булыу баш бала булыу хоҡуғын һат, – тине. 32 – Мин хәҙер астан үләм! – тине Ғаяз. – Минең баш бала булыуымдан ни файҙа? 33 – Тәүҙә ант ит! – тине Яҡуп. Ғаяз ант итеп Яҡупҡа баш бала булыу хоҡуғын бирҙе. 34 Яҡуп Ғаязға икмәк килтерҙе, яҫмыҡтан бешергән ашын ашатты. Ғаяз ашап-эсте лә тороп китте, баш бала булыу хоҡуғына иҫе лә китмәне. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia