Башланмыш 24 - Башкирский ВЗ (неполный)Исхаҡ менән Рабиға 1 Ибраһим ҡартайғайны, йәше өлкәнәйгәйне инде. Раббы уға һәр йәһәттән фатихалы булды. 2 Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине: – Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып, 3 күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма! 4 Минең тыуған илемә, туғандарым янына барып, улыма ҡатынды шунан алып ҡайт. 5 Хеҙмәтсеһе унан: – Әгәр ул ҡыҙ минең менән был илгә килергә теләмәһә, ни эшләргә? Мин улыңды үҙең килгән илгә алып китергә тейеш буламмы? – тип һораны. 6 – Ҡара уны, улымды унда алып китәһе булма! – тине Ибраһим. – 7 Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың. 8 Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙ һинең менән килергә теләмәһә, антыңдан азат булырһың, әммә улымды унда алып барма! 9 Хеҙмәтсеһе хужаһының йән еренә ҡулын ҡуйып ант итте. 10 Шунан ул хужаһының көтөүенән ун дөйә, шулай уҡ төрлө зиннәтле әйберҙәр алды ла Нахор йәшәгән ҡалаға – Арам-Наһараимға сәфәр сыҡты. 11 Барып еткәс, дөйәләрен ҡала янындағы ҡоҙоҡ эргәһендә туҡтатты. Эңер мәле, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыу алырға сыҡҡан ваҡыты ине. 12 Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине: – Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Бөгөн юлымды хәйерле ит, хужамды ярҙамыңдан ҡалдырма! 13 Бына мин ҡала ҡыҙҙары һыуға йөрөй торған ҡоҙоҡ янында торам. 14 Уларҙың ҡайһыһы: «Көршәгеңдән һыу эсергә рөхсәт итһәңсе», – тип әйтеүемә: «Эс. Ҡана, мин дөйәләреңде лә һуғарайым», – тип яуап бирә, шул ҡыҙ ҡолоң Исхаҡҡа Һин насип иткән ҡатын булыр. Хужама Һин күрһәткән мәрхәмәттең билдәһе шул булһын! 15 Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте. 16 Ул төҫкә-башҡа бик һылыу, әле кейәүгә бармаған ғиффәтле ҡыҙ ине. Ҡоҙоҡ янына төшөп көршәгенә һыу алды ла кире боролдо. 17 Шул саҡ Ибраһимдың хеҙмәтсеһе уның ҡаршыһына йүгереп сыҡты ла: – Көршәгеңдән һыу эсер әле миңә! – тип үтенде. 18 – Эсә күр, әфәндем, – тине Рабиға. Шунда уҡ яурынынан көршәген төшөрөп, Ибраһимдың хеҙмәтсеһенә һыу эсерҙе. 19 Шунан былай тине: – Хәҙер мин дөйәләреңде лә һуғарам, әйҙә, туйғансы эсһендәр. 20 Ул һыуын тиҙ генә мал һуғара торған ялғашҡа ҡойҙо ла яңынан ҡоҙоҡҡа йүгерҙе – дөйәләрҙең бөтәһен дә һуғарып бөткәнсе шулай һыу ташыны ла ташыны. 21 Раббының үҙ юлын хәйерле иткәнме, әллә юҡмы икәнен аңларға теләп, хеҙмәтсе уны өндәшмәй генә күҙәтте. 22 Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ҡыҙға ярты шекел ауырлыҡтағы танау алҡаһы, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте. 23 – Кем ҡыҙы һин? – тип һораны. – Атайың йортонда ҡунып сығырлыҡ урын булмаҫмы икән? 24 – Мин Милка менән Нахорҙың улы Беҫуилдың ҡыҙы булам, – тип яуап бирҙе ҡыҙ. – 25 Беҙҙә малға аҙыҡ та, һалам да етерлек, йоҡларға ла урын табылыр. 26 Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыны данланы: 27 – Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Әфәндемде мөхәббәтенән мәхрүм итмәне һәм тоғро булып ҡалды. Раббы мине туп-тура хужамдың туғандары йортона алып килде. 28 Ҡыҙ өйөнә, әсәһе янына йүгереп ҡайтып, барыһын да һөйләп бирҙе. 29-30 Рабиғаның Лаван тигән ағаһы бар ине. Һеңлеһендә алҡа менән беләҙектәрҙе күргәс, Рабиға теге кешенең нимә тураһында һөйләгәндәрен дә әйткәс, ҡоҙоҡ янына ашыҡты. Ибраһимдың хеҙмәтсеһе эргәһенә килде – ул дөйәләре менән һаман ҡоҙоҡ эргәһендә тора ине. 31 – Рәхим ит, Раббы рәхмәтендәге кеше! – тине Лаван. – Ниңә бында тораһың, үҙеңә лә, дөйәләреңә лә урын әҙерләнем. 32 Ибраһимдың хеҙмәтсеһе өйгә инде. Лаван дөйәләрҙең йөгөн бушатты, уларға һалам менән аҙыҡ һалды, ә ҡунаҡ менән уның юлдаштарына аяҡтарын йыуырға һыу бирҙе. 33 Табынға ултырғас, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе: – Маҡсатымды һөйләмәйенсә ауыҙыма ризыҡ ҡапмайым, – тип белдерҙе. – Һөйлә, улайһа, – тине Лаван. 34 – Мин Ибраһимдың хеҙмәтсеһемен, – тип һүҙ башланы ҡунаҡ. – 35 Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның. 36 Хужамдың ҡатыны Сара ҡартайғас ҡына уға бер ул табып биргәйне, бөтә мөлкәтен шул улына тапшырҙы. 37 Хужам минән ант иттерҙе. Улына ҡатынды әле ул йәшәп ятҡан Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан түгел, 38 ә уның тыуған яғына барып, үҙенең нәҫел-нәсәбе араһынан алып ҡайтырға ҡушты. 39 Хужамдан: «Әгәр ҡыҙ минең менән килергә риза булмаһа?» – тип һораным. 40 Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул фәрештәһен һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, – тине. – Улыма ҡатынды үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан, атам йортонан алып ҡайтырһың. 41 Әгәр инде туғандарыма барып та, ҡыҙҙарын бирмәһәләр, ул саҡта биргән антыңдан азат булырһың». 42 Бөгөн ҡоҙоҡ янына килдем дә былай тинем: «Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Әгәр юлымды хәйерле ҡылырға яҙғанһың икән, 43 бына мин әле ҡоҙоҡ янында торам. Һыу алырға килгән ҡыҙға мин: „Көршәгеңдән һыу эсер әле“, – тип әйтермен. 44 Әгәр ул: „Үҙең дә эс, дөйәләреңде лә һуғарырмын“, – тип яуап ҡайтарһа, хужамдың улына Раббы насип иткән ҡатындың шул икәнлеген аңлармын». 45 Шулай тип доға ҡылырға ла өлгөрмәнем, яурынына көршәген ултыртып, Рабиға инешкә төштө лә һыу һирпеп алды. Мин унан, һыу эсер әле, тип һораным. 46 Ул шунда уҡ көршәген һоноп: «Эс. Мин һинең дөйәләреңде лә һуғарырмын», – тине. Үҙем дә эстем, дөйәләремде лә һуғарҙы. 47 Мин: «Кем ҡыҙы һин?» – тип һораным. Ул: «Нахор менән Милкатың улы Беҫуилдың ҡыҙымын», – тине. Шунан мин уға танау алҡаһы, ҡулына беләҙектәр бирҙем. 48 Үҙем Раббы алдына эйелеп сәждә ҡылдым. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр иттем. 49 Хәҙер инде миңә шуны әйтегеҙ: һеҙҙең хужама мәрхәмәт һәм тоғролоҡ күрһәтергә теләгегеҙ бармы-юҡмы? Мин дә үҙемә нимә эшләргә кәрәклеген беләйем. 50 Лаван менән Беҫуил уға: – Раббы эше был, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ. 51 Бына Рабиға ҡаршыңда, уны үҙең менән алып кит. Раббының ихтыяры менән хужаңдың улына ҡатын булһын, әйҙә. 52 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды. 53 Шунан ул Рабиғаға алтын-көмөш биҙәүестәр, зиннәтле кейемдәр сығарып бирҙе, шулай уҡ уның ҡустыһы менән әсәһенә лә затлы бүләктәр өләште. 54 Аҙаҡтан ул юлдаштары менән бергә ашап-эсте лә йоҡларға ятты. Иртән торғас, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе: – Хужама ҡайтырға рөхсәт итегеҙ, – тине. 55 Ләкин ҡыҙҙың ағаһы менән әсәһе: – Ҡыҙ беҙҙең менән ун ғына көн булһа ла торһон әле, шунан китерһегеҙ, – тинеләр. 56 – Тотҡарламағыҙ инде, – тине хеҙмәтсе. – Раббы юлымды хәйерле иткән икән, ебәрегеҙ мине, ҡайтайым хужама. 57 – Ҡыҙҙы саҡырып һорайыҡ, ул ни әйтер, – тинеләр. 58 Рабиғаны саҡырҙылар ҙа: – Ошо кеше менән китәһеңме? – тип һоранылар. – Китәм, – тине ул. 59 Рабиғаны, уның һөт әсәһен, Ибраһимдың хеҙмәтсеһен һәм юлдаштарын – барыһын да оҙатып ебәрҙеләр. 60 Рабиғаға фатиха биреп, ошо һүҙҙәрҙе әйттеләр: – Нәҫел-нәсәбең, һылыуҡайыбыҙ, Мең булһын, ун мең булһын! Һинең балаларың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолаһын! 61 Рабиға менән уның хеҙмәтсе ҡыҙҙары дөйәләргә атланды ла Ибраһимдың хеҙмәтсеһе артынан эйәрҙе. Шулай итеп хеҙмәтсе, Рабиғаны алып, юлға сыҡты. 62 Исхаҡ яңы ғына Беер-Лахай-Роиҙан ҡайтҡайны. Был ваҡытта ул Негевта йәшәй ине. 63 Кисләгәс кенә ул яланға сығып уйға батып йөрөй ине, ҡараһа – дөйәләр килә. 64 Рабиға, Исхаҡты күргәс, дөйәһенән төштө. 65 Ибраһимдың хеҙмәтсеһенән: – Ялан буйлап беҙҙең ҡаршыға килгән кеше кем ул? – тип һораны. – Был минең хужам, – тине хеҙмәтсе. Быны ишеткәс, Рабиға бөркәнсеген алып ябынды. 66 Хеҙмәтсе иһә Исхаҡҡа үҙенең сәфәре хаҡында һөйләне. 67 Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып инде, уға өйләнде. Исхаҡ Рабиғаны бик яратты, мәрхүмә әсәһенең үлеменән һуң унда йыуаныс тапты. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia