Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 22 - Башкирский ВЗ (неполный)


Алланың Ибраһимды һынауы

1 Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.

2 – Ибраһим, – тип өндәште уға Алла. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим. Алла былай тине: – Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.

3 Иртәгәһен Ибраһим иртә менән тороп ишәген эйәрләне, ике хеҙмәтсеһен, Исхаҡты эйәртте, ҡорбанды яндырырға утын ҡырҡып алды ла юлға сыҡты – Алла күрһәткән урынға йүнәлде.

4 Өсөнсө көндә ул алыҫтан уҡ шул урынды күрҙе.

5 – Ошонда ишәк янында тороп тороғоҙ, – тине ул хеҙмәтселәренә. – Ә беҙ улым менән барып Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ ҙа кире янығыҙға килербеҙ.

6 Ул ҡорбан яндыра торған утынды алып улы Исхаҡтың яурынына һалды. Унан һуң ут тоҡандырыу өсөн тере ҡуҙ, бысаҡ алды ла Исхаҡ менән икәүләп китеп барҙылар.

7 Исхаҡ атаһы Ибраһимға өндәште: – Атай! – тине ул. – Эйе, улым, – тип яуапланы Ибраһим. – Беҙҙең ҡуҙыбыҙ ҙа, утыныбыҙ ҙа бар, ә ҡорбан өсөн һарыҡ бәрәсе ҡайҙа һуң?

8 – Ҡорбан өсөн бәрәсте Алла Үҙе хәстәрләр, – тине Ибраһим. Икәүләшеп ары киттеләр.

9 Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә ятҡырҙы.

10 Ул ҡулын һуҙып бысағын алды ла улын салмаҡсы булды.

11 Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға: – Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул.

12 – Улыңа ҡул күтәрмә, – тине фәрештә. – Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, һин Алланан ҡурҡаһың – Минән берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең!

13 Ибраһим башын күтәреп ҡарағайны, ҡуйы ҡыуаҡлыҡҡа мөгөҙө менән эләгеп торған һарыҡ тәкәһен күреп ҡалды. Ибраһим тәкәне барып алды ла улы урынына ҡорбан итеп салды.

14 Был урынды Ибраһим Яхве-Ире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.

15 Раббы фәрештәһе, күктән тағы тауыш биреп, Ибраһимға икенсе тапҡыр өндәште:

16 – Раббы былай тине: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә, Быны эшләгәнең өсөн – Барлығым менән ант итәм –

17 Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!

18 Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».

19 Ибраһим хеҙмәтселәрен ҡалдырған урынға кире килде. Улар менән бергә ҡайтыр юлға сығып, Беер-Шәвәғкә йүнәлде һәм шунда төйәкләнде.


Нахорҙың улдары

20 Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Ибраһимға: «Ҡустың Нахорға ҡатыны Милка һигеҙ ул табып бирҙе, – тип хәбәр иттеләр. –

21 Баш балаһы Ғус, уның энеләре Буз, Ҡымуил (ул Арамдың атаһы),

22 Кесед, Хазо, Пилдаш, Йедлаф, Беҫуил.

23 Беҫуилдың Рабиға исемле ҡыҙы тыуҙы. Ибраһимдың ҡустыһы Нахорға ҡатыны Милка ошо һигеҙ улды табып бирҙе.

24 Бынан башҡа Нахорҙың Реума исемле йәриәһе уға Тевахты, Гахамды, Тахашты һәм Мағаханы тапты.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan