Башланмыш 21 - Башкирский ВЗ (неполный)Исхаҡтың тыуыуы 1 Раббы, әйткән һүҙе буйынса, Сараға яҡшылыҡ ҡылды, уға биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырҙы. 2 Сара ауырға ҡалды һәм Ибраһимдың ҡартлыҡ көнөндә, Алла билдәләгән ваҡытта, бер ир бала тапты. 3 Ибраһим Саранан тыуған улына Исхаҡ тип исем ҡушты. 4 Ә һигеҙенсе көнөндә, Алла бойорғанса, уны сөннәткә ултыртты. 5 Исхаҡ тыуғанда Ибраһимға йөҙ йәш ине. 6 – Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара. 7 Тағы былай тине: – Берәйһе Ибраһимға, Сара бала имеҙәсәк, тиһә, һис ышанмаҫ ине. Бына мин уға ҡартайған көнөмдә ул табып бирҙем! 8 Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы. 9 Сара, Ибраһимдың мысыр Хәжәрҙән тыуған улының Исхаҡтан көлгәнен күреп, 10 Ибраһимға: – Был ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Уның улы минең Исхағым менән бер тиң тороп һинең вариҫың булмаһын! – тине. 11 Ибраһимға был һүҙҙәрҙе ишетеү бик ҡыйын булды, сөнки Исмәғил дә үҙ улы ине бит. 12 Әммә Алла уға былай тине: – Улың тураһында ла, йәриәң тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла, сөнки һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ. 13 Йәриәңдең улынан да бер халыҡ барлыҡҡа килтерермен, сөнки ул да һинең тоҡомоң. 14 Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты. 15 Турһығындағы һыу ҙа бөттө. Ул балаһын бер ҡыуаҡ аҫтында ҡалдырҙы ла 16 атылған уҡ арауығы ситкә китеп ултырҙы. «Баламдың үлемен күрмәһәмсе», – тип ҡысҡырып илай башланы. 17 Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә: – Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте. 18 Тор, балаң янына бар ҙа уны етәкләп ал. Мин унан бер бөйөк халыҡ хасил итәсәкмен. 19 Алла ҡатындың күҙҙәрен асты – Хәжәр ҡоҙоҡ күрҙе. Ул барып турһығына һыу тултырып алды, улына һыу эсерҙе. 20 Алла баланы ташламаны. Исмәғил буй еткерҙе, сүлдә йәшәй башланы һәм мәргән уҡсы булып китте. 21 Ул Паран сүлендә йәшәне, әсәһе уға Мысырҙан кәләш алып бирҙе. Ибраһим менән Авимәләх араһындағы килешеү 22 Шул осорҙа Авимәләх үҙенең ғәскәр башлығы Пихол менән бергә Ибраһимға килеп былай тине: – Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора. 23 Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит әле. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булған һымаҡ, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә бул. 24 – Ант итәм, – тине Ибраһим. 25 Әммә ул Авимәләхкә: – Ҡолдарың минең бер ҡоҙоғомдо тартып алды, – тип зарланды. 26 – Мин быны кем эшләгәнен белмәйем, – тип яуапланы Авимәләх. – Һин үҙең дә әйтмәнең, ошоға тиклем ишеткәнем дә юҡ ине. 27 Шунан һуң Ибраһим, Авимәләхкә ваҡ һәм эре мал биреп, уның менән килешеү төҙөнө. 28 Ваҡ мал көтөүенән ете бәрәс һарыҡты алып айырым ҡуйҙы. 29 – Ә был ете һарыҡты ниңә айырып ҡуйҙың? – тип һораны Авимәләх. 30 – Ошо ете һарыҡты был ҡоҙоҡтоң минеке булыу билдәһе итеп ҡабул ит, – тип яуап бирҙе Ибраһим. – Уны мин ҡаҙыным. 31 Улар бер-береһенә ант иткән ошо урын Беер-Шәвәғ тип аталды. 32 Беер-Шәвәғтә Ибраһим менән килешеү төҙөгәс, Авимәләх менән уның ғәскәр башлығы Пихол пелештиҙәр еренә ҡайтып китте. 33 Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы. 34 Ибраһим пелештиҙәр ерендә килмешәк булып бик оҙаҡ йәшәне. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia