Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Башланмыш 20 - Башкирский ВЗ (неполный)


Ибраһим менән Авимәләх

1 Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне.

2 Ул ҡатыны Сараны һеңлем тип танытты. Герар батшаһы Авимәләх, Сара артынан кеше ебәртеп, уны үҙенә алдыртты.

3 Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.

4 Ә Авимәләх Сараға әле ҡағылмаған ине. – Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы ул. – Һин бер ни белмәгән ғәйепһеҙ халыҡты һәләк итерһеңме ни?

5 Ибраһим бит үҙе миңә «ул минең һеңлем» тип әйтте. Ҡатын үҙе лә «был минең ағайым» тип таныштырҙы. Намыҫым да, ҡулым да таҙа минең!

6 – Эйе, – тип яуапланы уға Алла төшөндә. – Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем – уға ҡағылыуҙан тыйҙым.

7 Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.

8 Икенсе көндә Авимәләх иртә менән торҙо ла, яҡын кешеләрен йыйып алып, ошо һүҙҙәрҙе еткерҙе – барыһы ла бик ныҡ ҡурҡты.

9 Авимәләх Ибраһимды саҡыртып алды ла: – Ни эшләнең һин беҙҙең менән? – тине. – Һинең алдыңда ниндәй ғәйебем бар ине – мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә.

10 Шунан Авимәләх Ибраһимдан: – Һин быны ниндәй ниәт менән эшләнең? – тип һораны.

11 – Мин был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйланым, – тине Ибраһим. –

12 Етмәһә, ул ысынлап та миңә һеңле лә – атайыбыҙ бер, тик әсәйебеҙ башҡа. Мин уға өйләндем.

13 Алла миңә атам йортон ҡалдырып, ил гиҙергә бойорғас, ҡатыныма: «Үтенеп һорайым, ҡайҙа ғына барһаҡ та, мине ағайым тип әйт», – тинем.

14 Авимәләх Ибраһимға һарыҡтар, һыйырҙар, ҡолдар һәм ҡолиәләр бирҙе, ҡатыны Сараны кире ҡайтарҙы.

15 – Бына минең бөтә ерем һинең күҙ алдыңда, ҡайҙа теләһәң, шунда йәшә, – тине.

16 Ә Сараға ул былай тине: – Ағайыңа мең көмөш бирәм, был һинең намыҫың таҙа икәнен күрһәткән бер бөркәнсек булһын һәм һәр кем ғәйепһеҙ икәнеңде белһен.

17 Ибраһим Аллаға доға ҡылды, Алла Авимәләхте, уның ҡатынын һәм ҡолиәләрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы.

18 Ә быға тиклем Раббы, Ибраһимдың ҡатыны Сара арҡаһында, Авимәләхтең йортондағы бөтә ҡатындарҙы түлдән яҙҙырғайны.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan